КИҪЕКҺЕҘЛӘНЕҮ
2. кусм. диал. Өҙлөкһөҙ. □ Беспрестанный. Киҫекһеҙ буран. И Йонсотҡос был ауыр уйҙар, бәғерен өҙгән киҫекһеҙ икеләнеуҙәр тамам албырғатып бөтөргәс, бөгөн ул [Фәриҙә] өйҙә генә ҡала алманы. А. Мағазов. Төптәренә төштөм көн курмештең, ул — хаяһыҙ, ҡотһоҙ, киҫекһеҙ. X. Назар.
КИҪЕКҺЕҘЛӘНЕҮ (киҫекһеҙлән-) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat etmek) ҡ.
1. Киҫекһеҙгә (1) әйләнеү, киҫекһеҙ булыу. □ Упрямиться, становиться непослушным. И [Ишҡужа:] Камалетдин, баланы әрләмә! Тора-бара аҡылға ултырыр әле, Алла бойорһа. Бер ук һуҙҙе куп тылҡыһаң, бала киҫекһеҙләнә. Я. Хамматов.
2. Үҙһүҙләнеп үҙенекен дауам итеү, киҫә-мәү. □ Настаивать на своём, упрямо продолжать. Киҫекһеҙләнеп китеу.
КИҪЕЛЕШ (Р.: разрез; И.: cut; T.: yarık) и.
Киҫеп алынған, киҫеп төшөрөлгән урындың йөҙө. □ Разрез, сечение, срез. Ҡыя киҫелеш. Перпендикуляр киҫелеш. Арҡыры киҫелеш. Геологик киҫелеш. Пирамиданың арҡыры киҫелеше. Буй киҫелеш яһау. Киҫелештең майҙанын хисаплау.
КИҪЕМ (Р: срез; И.: section; cut; T.: kesik yer) и.
Киҫкән, ҡырҡҡан урын. □ Срез, сечение. Бурәнә киҫемдәре. Киҫем урынын тегеп ҡуйыу. ■ [Кукбурин] һағынбай ауылынан ҡайтып барышлай, юлдың кинәт боролған киҫемендә иҫерек баштан тормоз урынына газ педаленә баҫты. М. Ямалетдинов. • Киҫемле мал уҫемле. Мәҡәл.
КИҪЕНДЕ I и. ҡар. ҡырҡынды I. Тауар киҫендеһе. Таҡта киҫендеһе.
КИҪЕНДЕ II и. ҡар. ҡырҡынды II. Киҫендегә сығыу.
КИҪЕП АЛЫУ (киҫеп ал-) (Р: отрезать; И.: cut oft'; T.: kesmek) ҡ.
Нимәнелер ҡырҡып алыу. □ Отрезать. Уртанан киҫеп алыу. Буйға киҫеп алыу. Ботаҡты киҫеп алыу. Туҡыманы киҫеп алдым.
КИҪЕП ТАШЛАУ (киҫеп ташла-) (Р: отрезать; И.: cut away; T.: kesip atmak) ҡ.
Нимәнелер ҡырҡып алып ташлау, ырғытыу. □ Отрезать. Артығын киҫеп ташлау.
Сәсте киҫеп ташлау. Ағас остарын киҫеп ташлау.
КИҪЕРЛЕ с. диал. ҡар. кеҙе. Киҫерле бала. Киҫерле кеше.
КИҪЕҮ (киҫ-) (Р: резать; И.: cut; T.: kesmek) ҡ.
1. Үткер ҡорал менән өҙөү, киҫәктәргә бүлеү; ҡырҡыу. □ Резать, отрезать, обрезать, разрезать, срезать. // Резка, резание, срезание. Киҫеп төшөрөу. Туҡмас киҫеу. Ағас киҫеу. Урман киҫеу. Әрҙәнә киҫеу. И Хәмит, икмәк киҫеп алып, ҡалын итеп май яға. Унан телемен кутәреп сығып китә урамға. Т. Арслан. Әбузәр Үҙәк буйына еткәс, ҡурай көпшәһе киҫеп алды. Я. Хамматов. Кемдер туҡ та туҡ итеп әллә утын киҫә, әллә берәй әйбер йунәтә. Ә. Хәкимов. Башҡа ҡапыл бер уй килде: соланға инеп, куп итеп әпәй киҫеп алып сыҡтым. Ғ. Хәйри. • Дуҫың бысағы менән мөгөҙ киҫ, дошманың бысағы менән кейеҙ киҫ. Мәҡәл. Корал эшләр — ир маҡтаныр, ҡылыс киҫер — ҡул маҡтаныр. Мәҡәл. Үткер ҡылыс ҡынын киҫер. Мәҡәл.
2. Үткер нәмә менән йәрәхәтләү; ҡырҡыу.
□ Порезать, поранить. Кылыс менән киҫеу. Бармаҡты киҫеп ебәреу. Кулды киҫеу. Ҡырынғанда сикәне киҫеу. • Үтмәҫ бысаҡ ҡул киҫер. Мәҡәл. Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй. Мәҡәл.
3. диал. ҡар. бесеү I. □ Кроить. ■ Тәҙрәңде асып ҡуйып, кемгә кулдәк киҫәһең? Ҡашың ҡара, буйың зифа, кем бәхетенән уҫәһең? Халыҡ йырынан.
4. Ниҙер аша үтеп, икегә айырыу; ҡырҡыу. □ Пересекать, переходить поперёк. // Пересечение. Юл урманды киҫә. Йылға яланды киҫә. ■ Ел көсәйә төштө. Юлды арҡыры киҫеп ятҡан һырындылар йышыраҡ осрай башланы. Ғ. Ғүмәр. • Тауҙың башын болот киҫер, ирҙең башын юҡ киҫер. Мәҡәл.
5. Баҫып, өйкәп ауырттырыу; ҡырҡыу.
□ Резать, причинять боль (сдавливая). Биштәрҙең бауы иңбашты киҫә. Арҡан малдың муйынын киҫкән. ® Яҡшы аттың башын нуҡта киҫер. Мәҡәл.
6. кусм. Арҡыры төшөү, юлды кәртәләү.
□ Загородить, создать препятствие. Я [Дәу-ләт ағай:] Тфу, сатан мәрйә, буш биҙрә аҫып,
500