Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 501 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҪКЕЛӘҮ
юлды киҫмәһәң, булмаймы? Картотека фондынан. Бер кемдең юлын киҫмәне, бер кемдең башы аша атламаны Мәҙинә. Т. Ғарипова. Төмән әмирҙәре ашығыс кәңәшмәгә йыйылып, һиҙгерлекте икеләтә-өсләтә арттырырға, Тимер ғәскәренең юлын киҫергә ҡарар иттеләр. Ә. Хәкимов.
7. кусм. Бер өлөш бүлеп, айырыу; ҡырҡыу. □ Выделять. Сабынлыҡ киҫеп биреу. Пай киҫеп биреу. Йәш ғаиләләргә йорт төҙөу өсөн ер киҫеп биреу. И Улар өсөн башҡорт ерҙәре бушлай киҫеп бирелә. Ғ. Хөсәйенов.
8. кусм. Бер өлөш бүлеп алып, кәметеү; ҡырҡыу. □ Срезать, уменьшить. Уҡытыу сәғәттәрен киҫеу. Баҡсаны киҫеу. Сабынлыҡты киҫеу. Эш хаҡын киҫеу.
9. кусм. Үлтереү. □ Убить. ■ Ал дошмандан ус, тураҡла һәм киҫ, киҫ; ҡалмаһын ул ерҙә, дөмөкһөн ғумергә! Ғ. Әмири. Урамдың бирге башына етәрәк аҡтарҙы көслө пулемёт, уты киҫә башланы. Я. Хамматов.
10. кусм. Кимереп, йырып ашау. □ Съедать, изъедать. Тун еңдәрен көйә киҫкән.
11. кусм. Юҡҡа сығарыу, бөтөрөү. □ Уничтожить, лишать чего, отнимать что. Я Бына шулар барыһы йотолорҙар, улем киҫер улар ғумерен... Ғ. Сәләм. Тракторға ҡуйылған көслө фара, ҡараңғылыҡты киҫеп, барасаҡ юлды яҡтырта. Я. Хамматов. Тынлыҡты киҫеп, кинәттән буҙ турғай оса фырлап. X. Назаров. [Ҡыҙҙар:] Хат көттөк, адресыбыҙҙы бирергә онотҡаныбыҙҙы хәтерләп, унан өмөт киҫтек. Д. Юлтый. Юлһыҙлыҡ һәм көс етмәу өйҙө йылытыу өмөтөн киҫте. Ғ. Хәйри. Фашист пуляһы ғумерен киҫкән атайымдың һуңғы хатында яҙған васыятын утәйем тип, йөрөп һәләк булды минең әсәйем. Н. Мусин.
12. кусм. Әсеттереп, яндырып ауырттырыу. □ Причинить боль, терзать. Эстән киҫеп алыу. Йөрәк киҫеп ауырта. Яра киҫеп һыҙлай.
13. кусм. Интектереү, яфа сиктереү, тынғылыҡ бирмәй ҡаҡшатыу. □ Причинять душевное страдание. Бәғерҙе киҫеу. Йөрәкте киҫеу. И Өҙә уҙәкте, киҫә йөрәкте, хуш бул, тигән һуҙҙәре. Халыҡ йырынан. Иртән тороп, баш кутәрһәм, һалҡын ғына ел иҫә. Тыуған ерҙәр иҫкә төшөп, йөрәк-бәғерҙе
киҫә. Халыҡ йырынан. Ул хәҙер гармунды шашҡын хистәр менән уйнамай, әкрен генә, моңло ғына тауыш менән, йөрәктән һығылып сыҡҡан аһлы тауыш кеуек иттереп, гармун телдәрен моңландыра, ул моңдар куңелде яндырып, йөрәкте киҫеп төшәләр. Д. Юлтый.
КИҪЕШЕҮ (киҫеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. киҫеү 1, 2, 6. взаимн. от киҫеү 1, 2, 6. Куршегәутын киҫешеу.
2. Үҙ-ара киҫеп үтеү. □ Пересекаться, скрещиваться. // Пересечение, скрещивание. Һыҙыҡтар киҫешкән нөктә. Автомобиль юлы менән тимер юлы киҫешкән урын. ■ Ишек төбөндәрәк бото һыныҡ эскәмйәләге Мотаһарҙың куҙҙәре ҡапыл Еҙсәлемдекеләр менән киҫеште. Й. Солтанов. Бер-береһе менән киҫешеп, арҡос-торҡос һуҙылған туп-тура һуҡмаҡтар ғаләм киңлегендәге йондоҙҙарҙың аҡыл етмәҫ хәтәр юлын хәтерләтә. Ә. Хәкимов.
КИҪКЕЛӘНЕҮ (киҫкелән-) ҡ. төш. ҡар. киҫкеләү, страд, от киҫкеләү. Я [Миңлебай:] Барлыҡ еребеҙ ҡырҡмаһа-ҡырҡ ыҙан менән киҫкеләнгән. Ғ. Әхмәтшин. [Падуров:] Уларҙы ҡырағайҙарса язалап ул-тергәндәр, Ваше превосходительство. Аяҡ-ҡул быуындарынан киҫкеләнеп, тиреләре һыҙырылған. Я. Хамматов.
КИҪКЕЛӘҮ (киҫкелә-) (Р.: резать; И.: cut (in bits); T.: kesmek) ҡ.
Киҫәктәргә киҫеү; турау, ҡырҡҡылау. □ Резать, кромсать. ■ Ситтәрәк оло йәштәге бер нисә кеше ҡарағай ботаҡтарын киҫкеләй. Ғ. Ибраһимов. Әле бына, аҡ митҡалды киҫкеләй башлағас, шул баҙарға барыу иҫенә төштө Мәҙинәнең. Т. Ғарипова. Ул [Зөһрә] Сәйфулла менән ҡарағайҙы бысып ауҙара, тейешле оҙонлоҡта киҫкеләй, ә Ғәлим йығылған ағасты ботай, ботаҡтарын өйөп, уға шундуҡ ут та төртөп ебәрә, ылыҫлы ботаҡтар шартлап-шыйылдап, кәрәсин һипкән кеуек гөрләп яна башлай. Н. Мусин. Тирәк юҡ инде. Ул, олоно тураҡланып, йәнһеҙ бурәнәләр хәленә килгән, биниһая ботаҡтары ботарланған, әйтерһең дә, тауҙа елеп йөрөгән боланды атып йыҡҡандар ҙа кәуҙәһен киҫкеләп ырғытҡандар. Р. Солтангәрәев.
501