Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 502 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҪКЕН
КИҪКЕН (Р: порывистый; И.: gusty; Т.: sert) с.
1. Үҙәккә үткес, әсе (елгә ҡарата). □ Порывистый, резкий (о ветре). ■ Төньяҡтан иҫкән киҫкен ел ыңғайына рашҡы һибәләне. Я. Хамматов. Уның [машинистың], бер яҡтан, машина мейестәренең ҡыҙыуы менән, икенсе яҡтан, паровоз тәҙрәһе буйлап иҫкән киҫкен елдең бәреуе менән ҡыҙарған куҙҙәре дошмандан балаларын һаҡлау юлында көрәшкән ҡарт буре куҙҙәренә оҡшағандар. Д. Юлтый.
2. Ҡапыл булған, ҡыҙыу (хәрәкәткә ҡарата). □ Резкий, порывистый (о движении). Киҫкен хәрәкәт менән тороп китеу. Киҫкен аҙымдар менән атлау. И Кыҙ мылтыҡты киҫкен хәрәкәт менән алды ла яурынына элде. Н. Мусин. Ғәскәр янынан китергә ни тиклем ҡаршы булмаһын, ул [Һабрау] Юлыштың уткер ҡарашына, киҫкен хәрәкәттәренә һоҡланып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Офицер ҡапыл киҫкен хәрәкәт яһаны, һәм, куҙҙәрен йомоп, ҡалтыранған ҡулдарын наган кобураһына һуҙҙы. Ә. Чаныш.
3. Ҡапыл, көтмәгәндә булған, кинәт.
□ Резкий, крутой, внезапный. Киҫкен куре-неш. Киҫкен ваҡиға. И Мәҙинә ҡыҙының яҙмышы нисектер ҡапыл, көтөлмәгәндә киҫкен боролош алыуын кисереп бөтә алмайыраҡ, ҡыуанырға ла, иларға ла белмәйерәк тора. Т. Ғарипова. Был кис Емеш өсөн дә эҙһеҙ утмәне. Хатта уның тормошонда киҫкен боролош яһаны. 3. Биишева.
4. Бик ҡатмарлы, ауыр һәм ҡыйын.
□ Напряжённый, острый. Киҫкен көрәш. Киҫкен бәрелеш. Киҫкен мөнәсәбәт. ■ Шулай .. граждандар һуғышы йылдарындағы киҫкен көрәштең куп ваҡиғаларын уҙ башынан кисергән купер ине. Хәҙер ул юҡ. 3. Биишева. Ҙур купселек ниндәй пак йөрәкле булды киҫкен бәрелештәрҙә, утлы-һыулы дауылдарҙы ҡайһылай ҙа сафлыҡ, ғорурлыҡ менән кистек беҙ! Й. Солтанов.
5. Тиҙ хәл итеүҙе талап иткән, ауыр һәм көсөргәнешле, ҡырҡыу. □ Напряжённый, безотлагательный. Киҫкен шарттар. Киҫкен минуттар. Я Мәсьәлә шулай бик киҫкен булғанға, юғарыла әйткән эштәр
гә башланғыс биреу һәм ҡулдан килгән хәтле өлөш индереу ниәте менән ошо эште яҙып ҡарарға булдым. Ә. Биишев. Шиғыр заманының иң киҫкен социаль темаһына — Башҡортостан тәбиғәтенең, башҡорт ерҙәренең аяуһыҙ таланыуын курһәтеугә арналған. Ғ. Хөсәйенов.
6. Талапсан, ҡырыҫ. □ Требовательный, жёсткий. Киҫкен тауыш. Киҫкен бойороҡ.
КИҪКЕНЛЕК (киҫкенлеге) (Р: резкость; И.: sharpness; T: keskinlik) и.
1. Ҡапыл, киҫкен булыу хәле. □ Резкость. Хәрәкәттәге киҫкенлек. ■ Солтанов Өрҡиәнең мут ҡына йылмайып ҡуйыуын да, уның тауышында киҫкенлек юғын да һиҙҙе. Н. Мусин.
2. Эш-хәлдәге көсөргәнешлек, киҫкен хәл. □ Напряжённость, острота. Мөнәсәбәттәр киҫкенлеге. Мәсьәләне бөтә киҫкенлеге менән ҡуйыу. И Ул уҙенең ябай «башҡортлоғо» менән дә утәнән-утә куреп, ике-ара киҫкенлекте ҙур ҡан ҡойошмай бөтөрөу яйы барлығын, һуң тугеллеген һиҙенә. Й. Солтанов. Саҡ ҡына инәлтә бирәм тип торған ҡыҙ бындай уҡ киҫкенлекте көтмәгәйне, ахыры, шуға һаман клуб яғына китергә ашыҡманы, уның янына килеп баҫты. Д. Шәрәфетдинов. Иштуғанға Әхәт бигерәк тә ширкәткә рәис булып алғаны бирле артыҡ һулға бөгөусән, урынһыҙ киҫкенлек курһәтергә әҙер тороусан булып киткәндәй куренә. 3. Биишева.
КИҪКЕНЛӘШЕҮ (киҫкенләш-) (Р: обостряться; И.: deteriorate, become aggravated; T: şiddetlenmek) ҡ.
Көсөргәнешле, киҫкен төҫ алыу; ҡырҡыулашыу. □ Обостряться. // Обострение. Көрәш киҫкенләште. Аралар киҫкенләште. ■ Һуңғы ваҡыттарҙа ҡәйнәһе менән аралары киҫкенләшкәс, өйгә инеу менән, куҙгә ташланған был һурәттәрҙән уның [Кәшифәнең] ене туҙа ине. X. Зарипов. Уйлаған аяуһыҙ уйы асыҡланған һайын, лейтенанттың ирене нығыраҡ ҡымтылды, тәуҙәге ушәнлек, аптырау билдәләрен ҡыуып, куҙендә уҫал осҡондар һикереште, хәрәкәте уғата киҫкенләште. Ә. Хәкимов. Хәл киҫкенләште. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡул һуғышына тиклем кутәрелергә тура килһә лә, дошман ди
502