КИҪТЕРЕҮ
визия штабына утә алманы. Я. Хамматов. Ваҡиға уҫте, ҡабарҙы. Ваҡиға шиҡелле уҡ, башында Сәләхи һәм уҡытыусы торған төркөм менән Ғәбдрахман мулла төркөмө араһында көрәш тә киҫкенләште. И. Насыри.
КИҪКЕНЛӘШТЕРЕҮ (киҫкенләштер-) (Р: обострять; И.: aggravate; T.: şiddetlendirmek) ҡ.
Киҫкен хәлгә еткереү, көсөргәнешле итеү.
□ Обострять. // Обострение. Көрәште киҫ-кенләштереу. И Әле лә ул [Сәрбиямал] бына Нәғимәнец кинәйәле һуҙҙәренә ҡарап һис тә мөнәсәбәтте киҫкенләштерергә ашыҡманы.
3. Биишева. Ҡуштирәктең былай ҙа ҡатмарлы тормошон ошо ике фамилияның, ике лагерҙың Таңһылыу мәсьәләһендә йөҙгә-йөҙ килеуе уғата киҫкенләштереп ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
КИҪКЕС (Р: резец; И.: cutter; cutting tool; T.: keski) и. махе.
Тимер һәм башка ҡаты нәмәләрҙе ҡырҡыу өсөн хеҙмәт иткән үткер ҡорал; ҡырҡҡыс. □ Резец (для металла и других твёрдых материалов). Тимер киҫкес. Киҫкес менән эшләу. Киҫкес уткерләу. Киҫкес һатып алыу.
КИҪКӘ I (Р: чурбан; И.: block; T: kütük) и.
1. Йыуан түмәр. □ Чурбан, валежник. Киҫкә ярыу. Киҫкә яғыу. ■ Өйгә инә торған ишек янында, тәҙрә тапҡырындараҡ, берике киҫкә ята, улар эскәмйә хеҙмәтен утәй. Ш. Насыров. Тамаҡ ҡырып ҡына ҡуйҙы ла Мотаһар, ҡул көтөп аунаған киҫкәләрҙе ярып өйҙө. Й. Солтанов. Һолтанбай ситтәрәк ятҡан ҡоро ҡайын киҫкәһен янып бөтөп барған усаҡ өҫтөнә килтереп һалғас, йыуан уҡ ҡыу муйылды шарт та шорт тумырырға кереште. Н. Мусин.
2. Ҡырҡылған ағас. □ Срубленное дерево. Киҫкә әҙерләу. Йыуан киҫкә. Киҫкә килтереу.
3. Йығылып, сереп ятҡан йыуан ағас.
□ Валежник. ■ [Туғыҙаҡтың] шырлыҡтарҙы утеп ҡалын урманға барып инеуе булды, киҫкә төбөндәге соҡорҙан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә быу кутәрелгәне куренде. Ә. Чаныш. Артабан әҙәм аяғы баҫмаған урмандар башлана. Унда тик йәй көнө, алпан-толпан баҫып, лапы, шырлыҡ араһында айыуҙар ғына йөрөйҙәр; улар сөрөк киҫкәләрҙе туҙҙырып
китәләр. Ж. Кейекбаев. Һәр бер йөрәк зәңгәр кук шиҡелле кицлекте теләй, ләкин ул теләктәр, тимер баҫҡыстар ҡуймайынса, утә алмаҫлыҡ ҡурҡыныслы киҫкәләргә барып терәлә лә туҡтай. Ғ. Хәйри. Бына мин бер киҫкәгә эләгеп йығылдым. Калҡып торайым ғына тигәндә, көслө ҡулдар муйынымдан ҡыҫып тотоп алды. Н. Мусин.
4. диал. Ағас төбө. □ Пень, пенёк. Ҡайын киҫкәһе. Киҫкәгә ултырыу.
5. кусм. Ауыр ҡуҙғалыусан, яй, ауыр кешегә ҡарата әйтелә. □ Грузный, малоподвижный человек. И Әбрәй батыр, йунләп кәу-ҙәһен дә тота алмай, киҫкә һымаҡ тик йөрөй икән. Әкиәттән. Малайҙарҙың көс бер сама булһа ла, Айҙар киҫкә кеуек ауыр Вәзирҙе ку-тәреп сөйөргә иҫәп тотмай ине. М. Кәрим.
КИҪКӘ II с. диал. ҡар. мыҡты. Киҫкә ир бала. ■ Киҫкә кеуек була торғайны борон ҡарттар. Экспедиция материалдарынан.
КИҪКӘ III (Р: комки почвы; И.: clumps of soil; T: toprak yığınları) и. диал.
Ҡаты балсыҡ. □ Комки почвы. Киҫкәне йомшартыу.
КИҪКӘК (киҫкәге) и. ҡар. киҫкә I, 1.
■ Умарта баҙы ишеге эргәһендәге йыуан бер оҙонса киҫкәккә ултырыштылар. Ғ. Хөсәйенов.
КИҪМӘ ЕЛ (Р: пронизывающий ветер; И.: chilling wind; T: sert rüzgâr) и.
Әсе, үҙәккә үткес ел. □ Резкий, пронизывающий ветер. ■ Кинәт кенә кутәрелгәндәй, киҫмә ел ағастарҙы аяуһыҙ сайҡалдыра башланы. Ә. Хәкимов.
КИҪМӘК (киҫмәге) (Р: кадка; И.: tub, vat; T: fıçı) и.
Ҡолаҡлы ҙур ағас күнәк. □ Кадка, кадушка, чан. Киҫмәккә һыу тултырыу. и Ҡар баҙҙарында киҫмәк-киҫмәк балы, киҫмәк-киҫмәк һары майы ултыра. Н. Асанбаев. Өйҙә сатнаған ҡул йыуғыстағы һыу киҫмәккә һалмаҡ ҡына тамсылай. Картотека фондынан. Тимер киҫмәктәге һыуҙан шаптыр-шоптор йыуынырға, кунәктәрен сайҡарға керештеләр. Й. Солтанов. Ғифрит Иштиҙең шәуләһе киҫмәк бейеклеге генә. М. Кәрим.
КИҪТЕРЕҮ (киҫтер-) ҡ. йөкм. ҡар. киҫеү, понуд. от киҫеү. Утын киҫтереу.
503