Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 504 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

киҫтән
Сәс киҫтереу. ■ Был «ҡарун» исеме менән аталған баяр ерен һөрҙөргән, урманын киҫтергән. Ғ. Хәйри. О! Мин бындай сихриәтле ҡапҡа артында муйынымды киҫтерергә лә әҙер! Й. Солтанов. [Зифа:] Бына утын, мәктәптән ике-өс малай алып ҡайтып киҫтереп ҡуйғайным. Н. Мусин. • Астан ҡаҙан аҫтырма, яланғастан кейем киҫтермә. Мәҡәл. Аҡса таш киҫтерә. Мәҡәл. Ҡолағыңды ҡыҙғанып, башыңды киҫтермә. Мәҡәл.
КИҪТӘН I [рус.] (Р.: кистень; И.: bludgeon, flail; T.: sopa) и.
Ҡыҫҡа ғына һапҡа сылбыр йәки ҡайыш менән гер, шар йәки башҡа шундай ауыр нәмә тағылған боронғо һуғыш ҡоралы. □ Кистень. Киҫтән менән һуғыу. ■ Ауылға алыҫтан һәм тирә-йундән мылтыҡ, киҫтән, балта менән барынса ҡоралланған крәҫтиәндәр килә тора. Ғ. Хөсәйенов. Сыҙаманым, Сәмиғуллаға самосуд башланғас, ҡуйыныма киҫтән тығып, майҙанға килдем. М. Кәрим.
КИҪТӘН II с. диал. ҡар. киҫтәндәй.
КИҪТӘНДӘЙ (Р: огромный; И.: enormous, huge; T.: çok büyük) c.
Саманан ҙур; уҫлаптай. □ Огромный; очень большой. Киҫтәндәй бала. Киҫтәндәй икмәк киҫәге.
КИҪӘ I (Р: круто; И.: enormous, huge; T.: keskin) р.
1. Ҡырҡа төшкән, ныҡ текә. □ Круто, отвесно. Яр киҫә аҫҡа төшөп китә.
2. Ҡап-арҡыры йүнәлештә; текә. □ Круто, резко, не плавно. Бысаҡты киҫә сарлау.
3. Көтмәгәндә, ҡапыл. □ Резко, внезапно. М Юл киҫә уңға боролдо. Этҡол сугәләгән еренән йәһәт кенә ҡалҡып ҡамсыға ҡаршы ҡулын киҫә һуғыуы булды, теге көтөлмәгән ҡаты һирпелеуҙән аяғы ташҡа эләгеп янтайҙы китте, һөрлөгөп арты менән ҡатыға төштө. Ғ. Хөсәйенов. [Дилбәр] ҡыҙын саҡырып алғас, ҡаты торҙо, киҫә һөйләште. Р. Камал.
♦ Киҫә бысаҡ ҡаршы диал. ҡырҡа ҡаршы. □ Наотрез отказаться, быть категорически против.
КИҪӘ II с. ҡар. киҫмә ел. К Иҫә генә, ай ел иҫә, киҫә елдәр кискә көсәйер. Халыҡ йырынан.
КИҪӘ АРҠЫРЫ (Р: накрест; И.: crosswise; T.: çapraz) р.
1. Туп-тура арҡыры. □ Накрест, крест-накрест. Киҫә арҡыры һалыу. ■ Азамат ғәйепле кеше шикелле урамды киҫә арҡыры сыҡты. Р. Солтангәрәев.
2. Ныҡ ҡаршы, ҡырҡа ҡаршы. □ Наотрез, категорически. Киҫә арҡыры ризалашмау.
КИҪӘК I (киҫәге) (Р: кусок; H.:piece; bit; T: parça) и.
1. Бөтөндөң бер өлөшө, бәләкәй бер өлөш. □ Кусок. Кирбес киҫәге. Ит киҫәге. Таҡта киҫәге. Май киҫәге. Киҫәктәргә бул-геләу. ■ Йәнтимер арба өҫтөндә ултыра. Алдында ҙур ғына киҫәк аҡ икмәк менән һары ҡағыҙға һалынған эреле-ваҡлы биш-алты помидор ята. С. Агиш. Мотаһар, семтеп алып, икмәк киҫәге ҡапты. Й. Солтанов. Юл ыңғайында почта йәшнигенән гәзиттәрҙе алһам, араһынан бер ҡағыҙ киҫәге килеп төштө. Н. Ғәйетбаев. Татлы еҫ бөрккән ҡуй итен эре киҫәктәргә булгеләп, табын уртаһына тушәлгән тире кеуек нәмәгә өйөп һалдылар. Н. Мусин. • Етем куңеле — бер киҫәк. Мәҡәл.
2. Сама менән бүлгеләнгән нәмәнең бер өлөшө (төп һандар менән ҡулланыла).
□ Кусок, отрез. Ике киҫәк май. Өс киҫәк ситса. Бер киҫәк һабын. И Үҙе алып ҡайтҡан йәшел тоҡсайында бер пар кулдәк-ыштаны, таҫтамалы, бер киҫәк кер һабыны бар. Һ. Дәүләтшина. Фәнил төргәкте һаҡлыҡ менән генә һутте лә бер киҫәк колбаса сығарҙы. Р. Низамов. Әле лә Фәузиә ҡуйынына ике киҫәк икмәк тыҡҡан, арыу ғына итеп май ҙа һылаған. Т. Ғарипова.
3. Әҫәрҙең бер бүлеге, бер өлөшө.
□ Часть (произведения). Романдың икенсе киҫәге. Дурт киҫәктән торған симфоник әҫәр. ■ Эпостың беренсе киҫәгенә ҡайтайыҡ, Тимофей Беляевҡа башҡорт эпосын рус теленә кусереу өсөн нимә сәбәпсе булған? — тигән һорау булырға мөмкин. Ә. Харисов.
4. грам. Һөйләмдең грамматик функцияға эйә булған синтаксик берәмеге. □ Член предложения. Айырымланған киҫәктәр. Баш киҫәктәр. Тиң киҫәктәр, һөйләм киҫәктәре. Эйәрсән киҫәк. » Һөйләм киҫәктәре
504