Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 505 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҪӘТЕҮЛЕ
тураһында уҡыусылар башланғыс кластарҙа уҡ бер ни тиклем мәғлумәт алалар. Картотека фондынан.
5. диал. ҡар. ишарат 2.
КИҪӘК II (Р.: неожиданно; И.: unexpectedly; T.: aniden)/?.
Көтмәгәндә, ҡапыл. □ Неожиданно, внезапно. И Үрҙән пар саңғы эҙе килә лә юлдан алыҫ тугел тигеҙлектә киҫәк кенә ғәйеп була. Ғ. Әмири. Айҙың һигеҙе тулған төндө, Мария Тереза, бер-бер төрлө бәлә килгәнен һиҙгән шикелле, киҫәк кенә әсе һағышҡа батты. М. Кәрим.
КИҪӘКЛЕ (Р: кусковой; И.: bar; T.: kesme) с.
Киҫәктәргә бүленгән, киҫәк-киҫәк итеп әҙерләнгән. □ Кусковой, брусковый. Киҫәкле шәкәр. Киҫәкле май. И Быйыл ҡар әллә ниңә иртә епшеп, сәйгә тыҡҡан киҫәкле шәкәр кеуек, куҙәнәктәре мөлдөрәп ята. Й. Солтанов. Кайһыһы икмәк ҡыйырсығы, ҡайһыһы яңыраҡ ҡына бешерелгән кукуруз сәкәне, һөт-ҡатыҡ, хатта киҫәкле сусҡа майы биреп китә. Ә. Хәкимов. Шундай бойороҡто ғына көтөп торған Бибеш, ҡамырын лап иттереп туҡмас таҡтаһына һалды ла эре-эре киҫәкле иттәрҙе ҡаҙандан алып ашлауға бушата башланы. 3. Биишева.
КИҪӘКЛӘНЕҮ (киҫәклән-) (Р: разбиваться; И.: crumble; T.: parçalanmak) ҡ.
Киҫәктәргә бүленеү, ваҡланыу. □ Разбиваться, раскалываться на куски, крошиться. И Ярты ай аҫтында, ел менән ваҡланып, киҫәкләнеп аға, шыуыша торған болоттар Ибрайҙың хәтеренә ун һигеҙенсе йылды төшөрҙөләр. А. Таһиров.
КИҪӘКЛӘҮ (киҫәклә-) (Р: делить на части; И.: divide into parts, bits; T: parçalamak) ҡ.
Киҫәктәргә бүлеү, ваҡлау. □ Делить на части, разрезать. Итте киҫәкләп турау. ■ Киҫәкләп ит таратырға тотондолар, кукрәккә терәп ап-аҡ бойҙай икмәге киҫеп ташланылар. Р. Низамов. Алтынды ваҡ ҡомдар араһында эҙләйҙәр, киҫәкләп сыҡҡанының да кубеһе тыштан башҡа нәмә менән ҡапланған була. С. Агиш. Оҫта бының менән шул хәтле мауығып китте — донъяларын онотто, йөҙөк ҡашын нескәләп эшләне:
береһенә йәшел фирузә ташын табып ултыртты, икенсеһенә бәллурҙе киҫәкләп өс ҡашлы итте. Ғ. Хөсәйенов.
КИҪӘКСӘ (Р: частица; И.: partide; T: edat) и. лингв.
Айырым һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә йәки һөйләмгә ниндәй ҙә булһа бер мәғәнә үҙенсәлеге өҫтәй торған ярҙамлыҡ һүҙ (ғына, да, -дыр, -мы һ. б.). □ Частица. Икеләнеу киҫәксәләре. Көсәйтеу киҫәксәләре. Сикләу киҫәксәләре. ■ Төп һуҙгә бер төрлө ялғауҙар, киҫәксәләр ялғаныуы телде билдәле көйгә көйләй, һуҙҙәр, гуйә, шиғыр булып яңғырай. Ғ. Хөсәйенов.
КИҪӘКТӘН (Р: внезапно; И.: suddenly, all of a sudden; T: aniden) p.
Бик ҡапыл, ҡырҡа. □ Внезапно, резко. Киҫәктән куңелде шик баҫты. Киҫәктән ҡысҡырып ебәрҙе. ■ Куп йөрөй торғас, улар урманға кереп киткәндәр икән. Шул ваҡытта уларҙың алдына киҫәктән генә буреләр килеп сыҡҡандар. М. Ғафури.
КИҪӘЛТӘ и. диал. ҡар. һикәлтә. Кая киҫәлтәһе. Киҫәлтә тау һырты.
КИҪӘТЕЛЕҮ (киҫәтел-) ҡ. төш. ҡар. киҫәтеү, страд, от киҫәтеү. Дәрес кусе-реләсәге алдан киҫәтелде. ■ Мираҫ өсөн ыҙғышыусы вариҫтар киҫәтелде. Картотека фондынан. -
КИҪӘТЕҮ (киҫәт-) (Р: предупреждать; И.: let know beforehand, warn about; T: tembih etmek) ҡ.
Алдан белдереү, иҫкәртеү. □ Предупреждать. // Предупреждение. Киҫәтеу яһалды. ■ Разия ханымдың: «Атайығыҙ йоҡлай», — тигән бер киҫәтеуе етә. Балаларҙың тауыш-өндәре булмай. Ғ. Байбурин. Атай, әсәй киҫәттеләр мине: һин, тип, ҡыҙым, беҙҙең дәу бала. К. Кинйәбулатова.
КИҪӘТЕҮЛЕ (Р: предупредительный; И.: preventive, precautionary; T.: tembih edilen) c.
Киҫәтеү белдергән, иҫкәртелгән. □ Предупредительный, предупреждающий. Киҫәтеу ле ҡараш. Киҫәтеуле хәрәкәт. И Көҫәпҡолов уның һуҙҙәренең мәғәнәһен анҙшманы, тик трактористың киҫәтеуле ҡарашын ғына тойҙо. Ф. Әсәнов. Куптәнге һағыштан
505