киҫәтмә
Кукбуре сыйнаны, һаламды соҡоп, шул еҫте өҫкә сығарғыһы килде. Ләкин... янында ғына киҫәтеуле ырылдау ишетелде! Т. Ғарипова. Вәсимдец тауышы киҫәтеуле сыҡты, әммә, уйланып ултырғандан һуц, йомшарҙы. Д. Бүләков.
КИҪӘТМӘ (Р.: предупреждение; И.: warning; notice; T.: tembih) и.
Алдан белдереү, иҫкәртеү. □ Предупреждение. Киҫәтмә яһау. Киҫәтмә булды.
КИҪӘҮ I и. диал. ҡар. торонбаш. И За-һиттыц ҡулына утлы киҫәугә тотонған кеуек тиҙ генә ҡағылып алдым да бәләкәй яҡҡа уттем. Ф. Әсәнов. Картлас йәһәт усағын хәстәрләне, киҫәу аҫтынан бормасланып әскелтем-сөскөлтөм төтөн ҡойроғо һуҙылғас, ҡаҙанға шишмәнән һыу һоҫоп, йолҡоп-таҙартып әҙерләнгән ҙур һуйырҙы сумырҙы. Й. Солтанов. Урынында, гуйә, көл-кумер, ҡара торонбаштар ғына ятып ҡалды. Бәлки, осоп киткән осҡондарынан, утлы киҫәуҙәренән яңынан ялҡын ҡабыныр, янғын ҡубыр. Ғ. Хөсәйенов. • Катындар теле — утлы киҫәу. Мәҡәл. Кыҙлы ҡыҙын ҡыҫтырғанда, ҡыҙһыҙ киҫәу ҡыҫтыра. Мәҡәл.
КИҪӘҮ II (киҫә-) (Р.: прислушиваться; И.: listen (to), obey; T.: söz dinlemek) ҡ.
Әйткәнде тыңлау, әйткәнгә ҡолаҡ һалыу. □ Прислушиваться, следовать чьему-л. совету; слушаться кого-л. Әйткәнде киҫәгеҙ, балалар\
Ф Киҫәмәгән кире байтал киҫекһеҙ кешегә шелтәләп әйтелә. □ Бранное слово, которым ругают непослушного человека.
КИҪӘҮ АТАСЫ и. диал.
1. ҡар. тәртешкә. ■ Сабира куп уйлап торманы, сөнки куп уйлап торорға ваҡыт юҡ, йугереп мейес алдына барҙы ла, киҫәу ағасы кутәреп, тегегә ташланды. Ғ. Хәйри.
2. миф. Яуған боҙ, борсаҡты туҡтатыу өсөн ҡулланылған, магик көскә эйә булған тәртешкә. □ Кочерга (магический предмет). ■ Эре боҙ яуһа, киҫәу ағасы ташлайҙар. Экспедиция материалдарынан.
КИҪӘҮҺЕҘ с. диал. ҡар. киҫекһеҙ 1.
КИТ I [рус. < гр. ketos] (Р: кит; И.: whale; T.: balina) и.
1. зоол. Һыны менән балыҡҡа оҡшаған иң ҙур имеҙеүсе диңгеҙ хайуаны. □ Кит (лат. Cetacea). Кит майы. Кит мыйығы. Кит аулау. ■ Асыуланған киттың һыртынан аҡҡан һыу фонтандары һымаҡ, был да [трактор] уҙ һыртынан ут фонтаны атты. И. Насыри.
2. кусм. Күберәк күплектә ҡулланылып, ниндәйҙер мөһим эште башҡарыусы кешеләрҙе, төркөмдө аңлата. □ Кит (человек, на котором держится всё дело). ■ [Кәрим:] Солтан, һин хәҙер кейен дә баҙарға бар! Вағыраҡ сауҙагәрҙәр менән таныш. Әли Сәлих һымаҡ киттарҙан яфа сиккән урта ҡул коммерсанттар ҙа ярай... Аңлайһыңмы? Н. Асанбаев.
КИТ II ымл. ҡар. кит әле. ■ Санияңдан ҡолаҡ ҡаҡтың инде, — тине Билалов [Сабирға]. .. Егеттең ҡото алынды: — Кит, әй!Ысынлапмы? Д. Исламов.
КИТАҒАЙ (Р: слово, выражающее удивление; И.: word expressing surprise; T: ya) ымл. диал.
Аптырауҙы белдергән һүҙ. □ Слово, выражающее удивление. ■ Китағай, бик һыуытты бит әле. Экспедиция материалдарынан.
КИТАЙКА I [рус.] (Р: китайка; И.: kind of blue textile; T.: dokuma türü) и.
Ғәҙәттә, күк төҫтәге беше мамыҡ туҡыма йәки шул туҡыманан тегелгән әйбер. □ Китайка. Китайка кейеу. Китайка кулдәк.
КИТАЙКА II [рус.] (Р: китайка; И.: sort of an apple-tree; T.: elma ağacı türü) и. бот.
Ваҡ емешле алма ағасы йәки ҡытай алмағасы. □ Китайка (лат. Malus prunifolia). Китайка емеше. Китайка уҫтереу.
КИТ АНАН (Р: поди же ты; И.: indeed; T.: haydi ya) ымл.
1. Көтөлмәгән хәбәр ишеткәндә, ышанмау, аптырап ҡалыуҙы белдерә. □ Поди же ты, да ну. Кит анан, ысынмы!
2. Һүҙҙе ҡабул итмәүҙе, кире ҡаҡҡанды белдерә. □ Не может быть. Кит анан, алдашмағыҙ! Кит анан, булмағанды һөйләйһең!
КИТАП I [ғәр. ^] (Р: книга; И.: book; Т.: kitap) и.
1. Текст биттәре билдәле бер тәртиптә йыйылып, тышлап төпләнгән баҫма (шулай
506