Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 507 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИТАПСА
уҡ боронғо ҡулъяҙма) әҫәр. □ Книга. Яңы сыҡҡан китап. Ҡалын китап. Китап магазины. Китап һатыу. Китап алыу. Китап уҡыу. Китап кәштәһе. ■ Әхмәт Исхаҡи ярҙамында китаптың Һиндостанда литография ысулы менән баҫылған, китап биттәре ситендә аңлатмалары булған бер нөсхәһен алдырттым. Ә.-З. Вәлиди. Ах, кеше куңеле китап бите тугел, уны асып уҡып булмай. Т. Ғарипова. • Уңмаған юл китапһыҙ ҙа уҡыта. Мәҡәл. Боронғолар әйткән һуҙ китаптың эсендә лә тугел, тышында ла тугел. Мәҡәл. Китап уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор. Мәҡәл.
2. Айырым баҫма итеп баҫып сығарылған йәки баҫыласаҡ, билдәле бер эстәлектәге ҙур күләмле әҫәр. □ Книга, произведение. Белешмә китап. Йыр китабы. Фәнни китап. Тарихи темаларҙы сағылдырған китап. Мостай Кәрим китаптары. Китап яҙыу. ■ Атаһы «Башҡорт теле» дәреслеген ебәрҙе, әммә ҡыҙ, төрлө сәбәптәр арҡаһында, дөрөҫөрәге, уҙенең ялҡаулығына баш була алмайынса, китапты байтаҡ ҡына ваҡыт асып та ҡараманы. Н. Ғәйетбаев.
3. Ҙур әҫәрҙең айырым баҫылған бер киҫәге. □ Книга, том, часть. Дурт китаптан торған әҫәр. Әҫәрҙең икенсе китабын тамамлау. «Мәңгелек урман» романының беренсе китабы буйынса фекер алышыу.
4. иҫк. Боронғо дини әҫәр. □ Религиозная книга, святое писание. Китап һуҙе. Фал китабы. ■ Ул, китап һуҙен тынмағандай, Алла, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Ислам дине исеменән яҙылған һуҙҙәрҙе изге куреп, мәсеттәге вәғәз-сә ҡабул итте. Ғ. Хөсәйенов.
5. миф. Һаҡлау, яман көстәрҙе ҡыуыу көсөнә эйә изге китаптар. □ Священные книги, имеющие обережную, отгонную силу. И Баланы яңғыҙ ҡалдырһаң, яҫтыҡ аҫтына китап һал, тиҙәр әбейҙәр. Экспедиция материалдарынан.
♦ Китап ене ҡағылған китап йыйып, күп уҡып, шуның менән генә мәшғүл булған. □ Много читающий. ■ Китап уҡыуҙан тыйыу юҡ өйҙә. Бөгөн дә беҙ, китап ене ҡағылған балалар, 60— 70-се йылдарҙа уҡ сыҡҡан китаптарҙы ҡабат-ҡабат алып уҡыйбыҙ.
«Йәшлек», 6 октябрь 2009. Китап ҡушмай ниндәйҙер эш-ҡылыҡтан тыйғанда әйтелә; ярамай. □ Нельзя делать, не разрешено святым писанием. Китап маҡтай эш-ҡылыҡты хуп күргәндә әйтелә. □ Можно делать, разрешено святым писанием.
КИТАП II (китабы) и. диал. ҡар. ҡатлансыҡ 2.
КИТАП АСЫУ (китап ас-) (Р.: гадать по книге; И.: tell fortunes; T.: fal açmak) ҡ.
Китапҡа ҡарап кешенең яҙмышын әйтеү; күрәҙәлек итеү. □ Гадать по книге. ■ Элек китап асалар ине, ғәрәпсә китапҡа бармаҡ менән төртәһең берәй биткә. Экспедиция материалдарынан. Яман уй менән килгән кешегә китап асылмай, тиҙәр ине. Экспедиция материалдарынан.
КИТАП ИМЕ (Р: заговаривание с помощью священных книг; И.: charmed by the holy books; T.: kitap ile tedavi etmek (büyü) и.
Изге китап менән имләү. □ Заговаривание с помощью священных книг. ■ Ауырыу эргәһенә изге китап һалып ҡуялар им булһын, тип. Башҡорт мифологияһынан.
КИТАП ҠОРТО (Р: книжный червь; И.: book worm; T.: kitap kurdu) и.
1. зоол. Китап бите (целлюлоза) менән туҡланыусы бөжәк. □ Книжный червь (насекомые) (лат. Anobium). Китап ҡортонан профилактика уткәреу.
2. кусм. Китап менән мауығыусы, китапты күп уҡыусы кеше. □ Книжный червь (о человеке). И И. Губкин исемендәге Рәсәй дәуләт нефть һәм газ университетында уҡыған яҡташтарыбыҙ ҙа куңелһеҙ генә быҫҡып ятырға йә кугәргән китап ҡорто ғына булырға теләмәй, «Аулаҡ өй»гә берләшкән. «Йәшлек», 15 ноябрь 2011.
КИТАПСА (Р: по-книжному; И.: in a bookish style; T.: kitapça)/?.
Китап теле менән, китапта яҙылғанса. □ По-книжному, книжно. Китапса аңлатыу. Китапса фекерләу. N Ғәйфулла мулла китапса ла, китапҡа инмәҫтәй һуҙҙәрҙе лә бергә бутап, бәддоға уҡып ҡалды. Ф. Иҫәнғолов. Әле лә ул йыйылғандарға йәнә куҙ һирпеп алды ла — курә, араларында йәштәр куберәк — вәғәз-нәсихәтенрәтенә тура кил
507