КИТАПСАЛАУ
тереп, еренә еткереп, һалмаҡ көйләп ярым китапса әйтергә кереште. Ғ. Хөсәйенов.
КИТАПСАЛАУ (китапсала-) (Р.: выражаться книжно; И.: speak in a bookish style; T: kitapça konuşmak) ҡ.
1. Китап теленә килтереү. □ Выражаться книжно, говорить по-книжному. Китапсалап һөйләу. ■ Еңгә судьяның китапсалап уҡыуынан, уҡыған ваҡытта өҙлөкһөҙ тигәндәй тигән тип барыуынан яҡшылап төшөнә алманы. Ғ. Дәүләтшин. [Яубикә:] Аңламайым, хәлфә, кинәйәңде, бигерәк китапсалап һөйләйһең. Б. Бикбай.
2. Китап ҡушҡанса итеү, китап ҡушҡанға яраҡлаштырыу. □ Действовать, поступать по святому писанию. ■ [Ныязғол:] Йә, хәҙрәт, эш һиндә инде. Үткән эштән төш яҡшы, тигән мәҡәл булһа ла, беҙ уны уҙебеҙсәләп, һин әйткәндәй, китапсалап алып, берәй яйын табайыҡ инде. Һ. Дәүләтшина.
КИТАПСАЛЫҠ (китапсалығы) (Р.: книжность; И.: book learning, bookishness; T.: kitabilik) и.
Китапта яҙылғанса эш итеү. □ Книжность. Телмәрендә китапсалыҡ ярылып ята. Китапсалыҡ менән мауығыу.
КИТАПСЫ (Р: издатель; И.: bookseller; T.: kitapçı) и.
1. Китапты баҫтырып сығарыусы, нәшриәт тотоусы. □ Издатель книг. ■ Ҙур мәҙрәсәнең уҡытыусылары, куп һанда тарала торған газеталарҙың мөхәррирҙәре, номер хужалары, китапсылар, тиреселәр — барыһы ла бергәләшеп «мосолман шураһы» төҙөнөләр. А. Таһиров.
2. тар. Ауылдан ауылға йөрөп, халыҡҡа китап һатыусы кеше. □ Книготорговец. ■ Беҙҙең ауылға йыш ҡына йә иҫке-моҫҡо йыйыусы, йә ҡырҡтартмасы, йә китапсы килеп сыға торғайны. Ә. Вахитов. Профессор Катанов ярҙамында Көнбайыштан Лондон һәм Лейдендан, икенсе яҡтан Ташкентта һәм Баҡыла көнбайыш китаптарын һатыусы китапсыларҙан тарихҡа бәйле баҫма сығанаҡтарҙы килтертеу эшен башланым. Ә.-З. Вәлиди.
КИТАПСЫҠ (китапсығы) (Р: книжка; И.: booklet; T: küçük kitap) и.
Бәләкәй китап. □ Маленькая книга, книжка. И «Башкортостан ҡоштары» тураһында материалды балалар менән бик яратып уҡыныҡ, өйрәндек, китапсыҡ эшләп алдыҡ. «Йәшлек», 5 июль 2008.
КИТАПСЫЛЫҠ (китапсылығы) (Р: книгопечатание; И.: (book) printing; T: matbaacılık) и. иҫк.
Китап баҫыусылыҡ. □ Книгопечатание. Китапсылыҡ менән шөғөлләнеу. Китапсылыҡ эшен яйға һалыу. Китапсылыҡ кәсебе.
КИТАП ТӨПЛӘҮСЕ (Р: переплётчик; И.: bookbinder; T: ciltçi) и.
Китаптарҙың таушалған тышын алыштырыу, биттәрен йәбештереү эше менән шөғөлләнгән кеше. □ Переплётчик. Тәжрибәле китап төпләусе. Китапханала китап төпләусе булып эшләу. ■ [Майкл Фрадей] 14 йәшендә китап кибетенә китап төпләусе булып эшкә керә. Интернет селтәренән.
КИТАПХАНА [ғәр. + фарс. (Р: библиотека; И.: library; T.: kütüphane) и.
1. Төрлө китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы һ. б. йыя, һаҡлай һәм уҡырға биреп тора торған ойошма һәм шул ойошма урынлашҡан йорт. □ Библиотека. / Библиотечный. Мәктәп китапханаһы. Китапханала эшләу. Китапхана йорто. Кирбестән һалынған китапхана. И Шуны ла әйтергә кә-рәк: ул бәләкәйҙән ук китапты һыу кеуек эскән, мәктәп китапханаһын да, ауылдыҡын да арҡыры-буй йөҙөп сыҡҡан, кәрәккән һәм кәрәкмәгән мәғлумәттәрҙе туплаған һәм тел тигәндә телеп һалырҙай егет. Й. Солтанов. Еөмумән, китапханаға йөрөу, ихлас китап уҡыу ғәҙәте юҡ уның. Н. Мусин. Китапханаларҙа, лабораторияларҙа ултырыуын, немец, инглиз телдәрен ентекле өй-рәнеуен генә белгән ҡыҙ [Линара] тәҡдимгә ҡаршы тугеллеген аңғартып яуап яҙып өлгөрҙө. Л. Якшыбаева.
2. Айырым бер маҡсат менән бер урынға тупланған китап-журнал йыйылмаһы. □ Библиотека (собрание книг, принадлежащих кому-л). Ғалим китапханаһы. Шәхси китапхана. И Николай Илъичтан ҡалған бай китапхана Лоҡмандың тотош булмышын яуланы. Т. Ғарипова. Әбделҡадирҙың
508