КИТЕК-ҠОТОҠ
китапханаһы бөтә Сәмәрҡәндкә мәшһур. Ә. Хәкимов. Камалетдин Шәрәфетдин бин Нуғаевтың шәхси китапханаһы шактай бай булған. Ғ. Хөсәйенов.
КИТАПХАНА-АРА (Р.: межбиблиотечный; И.: interlibrary; T.: kütüphanelerarası) с.
Китапхана араһындағы, китапхана менән китапхана бәйләнешендәге. □ Межбиблиотечный. Китапхана-ара абонемент. Китапхана-ара бәйләнеш.
КИТАПХАНАСЫ (Р.: библиотекарь; И.: librarian; T.: kütüphaneci) и.
Китапханала китаптарҙы тәртипкә килтереү, һаҡлау һәм уларҙы уҡыусыларға биреү эшен башҡарған хеҙмәткәр. □ Библиотекарь. Китапханасы булып эшләу. Тәжрибәле китапханасы. ■ Ҡыҙ тырышып уҡып, уҙ маҡсатына иреште — китапханасы булды. Ә. Хәсәнов. Менәуәрә бына өсөнсө йыл инде клуб мөдире һәм китапханасы булып эшләй ине. Н. Мусин. Әгәр ҙә китапханасы апай ярҙам итмәһә, Искәндәр, ихтимал, уҙенец көсһөҙлөгөн тойоп, ҡул һелтәмәҫ инеме икән. Ә. Хәкимов.
КИТАП ҺӨЙӨҮСЕ (Р: книголюб; И.: bibliophile, book lover; T.: kitapsever) и.
Китап уҡырға әүәҫ, китап тураһында күп белеүсе кеше. □ Книголюб, книгочей, книжник. М Камилә апай уҙ эшен яҡшы белә, ярата. .. Китап һөйөуселәрҙец яғымлы, аҡыллы кәңәшсеһе ул. 3. Биишева.
КИТАП ҺҮҘЕ (Р: священное слово; И.: the sacred word; T.: kutsal kelime) и.
Изге һүҙ. □ Священное, святое слово. ■ Китап һуҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла. Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа. М. Аҡмулла. Китап (Көръән) һуҙен аңламайса йәшәуең етер, бәлки, йәнең иртәгә ук баҡыйға китер. Г. Ситдиҡова.
КИТЕК I (Р: с зазубриной; И.: with a notch, jag; T.: çentikli) с.
1. Сите уйылып, кителеп сыҡҡан, кителгән. □ С зазубриной, с щербиной. Китек тәрилкә. Китек каса. Китек теш. ■ Кырҡ йәштәр самаһындағы китек иренле Нурый өҫтәлгә таянды. Ғ. Хәйри. Мороно китек графиндан субырлатып һыу ҡойоп, Фазыл уның алдына стакан ултыртты. Ә. Хәкимов.
• Балтасының балтаһы китек. Мәҡәл. Киткәндән китек сулмәк ҡалыр. Мәҡәл. Китек һалма — килендеке. Мәҡәл.
2. кусм. Теүәллеген юғалтҡан, кәмселекле, етешһеҙ. □ Неполный, неполноценный, с изъяном, ущербный. ■ Ярай әле ергә һин тыуғанһың, дуҫлыҡ килде, шиғыр, йыр килде, һин булмаһаң, беҙҙең шиғри донъя китек булыр ине шикелле. Н. Нәжми. Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп торалар, донъя әйберҙәре етеш, ләкин тормоштарының бер мөйөшө китек. Н. Мусин. Кайһы саҡта уҙ уйҙарыңдың ҡанатһыҙ булыуына, уҙеңдең шәхси тормошоңдоң ниндәйҙер китек ере һинең куңелеңде өйкәп тороуына эс бошоп китә.
3. Биишева. Өйҙә тушәк менән самауыр юҡлығы әллә ҡайҙан куҙгә бәрелеп тора, өйҙөң бер яғы китек булып ҡалған кеуек куренә ине. М. Ғафури. • Етем баланың куңеле китек. Мәҡәл.
3. миф. Тулы булмаған, кителгән әйбер (насар семантикаға эйә). □ Ущербный (с отрицательной семантикой). ■ Әсәйем әйтә торғайны: «Кителгән, ярылған һауыт-һабаны тотма, ташла, ярлылыҡ тартып тора ул», — тип. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Китек күңел ниҙер етмәгән итеп һиҙеп, кәмһетелгән. □ Обиженный, ущербный. ■ Купме бала әсә наҙынан, иркәләуенән мәхрум. Ундайҙар китек куңелле, төшөнкөлөккә бирелеп бара. «Йәшлек», 8 сентябрь 2008.
КИТЕК II (китеге) (Р: щербина; И.: nick; T: çentik) и.
Кителеп төшкән өлөш, һыныҡ. □ Щербина, зазубрина. Сынаяҡ китеге. Китеген йәбештереп ҡуйыу. И Ул да [Александра], Алексей кеуек, ябай, гимназия бөтөрөуенә ҡарамаҫтан, уҙенец юл аҙыҡтарын беҙҙең менән уртаҡлаша, снаряд китектәренән яһалған кружканан өсәу алмашлап сәй әсәбеҙ. А. Таһиров. • Йырҙың йыртығы юҡ, көйҙөң китеге юҡ. Мәҡәл.
КИТЕК-ҠОТОҠ (Р: весь щербатый; И.: all dented; T: çentikli) с. йыйн.
1. Кителеп, ярсылып бөткән. □ Щербатый, с зазубринами, с щербинами. Китек-ҡотоҡ ҡашығаяҡ. ■ Китек-ҡотоҡ тештәрен
509