КИТЕКЛЕК
йылтыратып, алсаҡ курешкән Торомтайҙың арҡаһынан яратып, Роман: «Бабай, бабай!..» — тип өндәшеп тә ҡуйғас, Толҡөсура: «Һин, Роман, башҡортса ойрәнә лә башланың инде», — тип көлдө. Н. Мусин.
2. Урыны-урыны менән бүленеп-ките-леп ҡалған. □ Остатки, клочки. Китек-ҡотоҡ донъя. Китек-ҡотоҡ сабынлыҡ.
КИТЕКЛЕК (китеклеге) (Р.: зазубренность; И.: crenation; T.: çentiklik) и.
1. Сите уйылып, китек булыу. □ Зазубренность. Китеклекте шымартыу.
2. кусм. Кәмселеклек, етешһеҙлек.
□ Ущербность. Куңел китеклеге. Китеклек тойғоһон кисереу.
КИТЕКЛӘНЕҮ (китеклән-) (Р.: зазубриться; И.: become serrated, dented; T.: çentik-lenmek) ҡ.
1. Китек хәлгә килеү. □ Зазубриться. Салғы китекләнгән. Китекләнгән сынаяҡ. Китекләнгән бысаҡ.
2. кусм. Насарланыу, кире яҡҡа үҙгәреү.
□ Стать ущербным. Китекләнгән куңел. Хистәр китекләнә.
КИТЕКЛӘҮ (китеклә-) (Р: зазубрить; И.: make serrate; T.: çentiklemek) ҡ.
1. Китеп алыу, китеп төшөрөү. □ Зазубрить. Китекләп бөтөрөу. Китекләп ташлау. Салғыны китекләу.
2. кусм. Кәмселекле итеү, йәмһеҙләү.
□ Сделать ущербным. Куңелде китекләп тора. Хистәрҙе китекләй. Китекләп торған куренеш.
КИТЕК-МИТЕК с. йыйн. ҡар. китек-ҡотоҡ.
КИТЕЛЕҮ I (кител-) ҡ. төш. ҡар. китеү I, 1—4. страд, от китеү I, 1—4. Бик оҙаҡ ултырып кителгән. ■ Ут яғып ебәргәс инде, өшөй башлаған тәндәр йылынып, рәхәтләнеп ук кителде. Н. Мусин. «Ғәфу ит, ҡыҙыбыраҡ кителде шикелле ысынлап та», — тине Илгиз. Ә. Әминев.
КИТЕЛЕҮ II (кител-) (Р: откалываться; И.: break off; T.: çentiklenmek) ҡ.
1. Ситенән киртләс булып ватылыу.
□ Откалываться, отделиться кусками. Сырт итеп кителеп сыҡты. Быяла кителгән. Каса кителде. ■ Иҙәндә хужаның тутығып, йөҙө
кителеп бөткән оҫталыҡ балтаһы ята ине. Н. Ҡотдосов. Ботаҡлы имән тумәргә ҡоласлап сапҡан саҡта сәсрәп китә лә осҡондар, кителеп сыға балта. Ғ. Дәүләтов. Инде икмәк, кәлсә, ҡоймаҡ-фәлән бешерәйем тиһәм, табамдың сите кителеп төшкән дә эсендә май төрмай. Ғ. Дәүләтшин. • Яҡшы ҡатын тун текһә, йөй-йөйөнән кителер; яман ҡатын тун текһә, бер кейелмәй һутелер. Мәҡәл. Үткер бәке тиҙ кителә. Мәҡәл. Көтә-көтә таш та кителә. Мәҡәл. Сапма ташҡа, балтаң кителер. Мәҡәл.
2. кусм. Берәй нәмәнең теүәллегенә кәмселек йәки зыян килеү. □ Стать ущербным. ■ [Аҡһаҡал — Тәңкәбикәгә:] Эйе, байбисә, донъяң кителеп ҡуйҙы. Әммә улгән артынан у леп булмай. М. Кәрим. Йөрәге әле хыял ҡулында, ә' аҡылы, гуйә, нимәгәлер килеп һөрлөктө, һәм хыялының бер өлөшө ҡапыл кителеп төшкәндәй булды. А. Абдуллин. Садрислам ағайҙың «малай» тигән һуҙенә ҡайтанан куңел кителеп ҡуйҙы. Ш. Бикҡолов.
КИТЕЛЬ [рус. < нем. Kittel] (Р: китель; И.: single-breasted military; T.: zubun) и.
Ултырма яғалы, бер яҡҡа ғына ҡаптырмалы форма кейеме. □ Китель. ■ Ялтыр погонлы кук китель кейгән ағай Мараттың һуҙен булдермәйенсә генә тыңлай. Картотека фондынан. Әбделбаҡый урядник кейемен тиҙ-тиҙ генә кейҙе лә, китель төймәләрен ҡаптыра-ҡаптыра, ҡапҡа тышына сыҡты. Я. Хамматов. Бына ул йып-йылтыр еҙ төймәле өр-яңы китель кейеп, ике ҡулды кеҫәгә тығып .. кутәрмәгә менеп баҫты.
3. Биишева.
КИТЕҮ I (кит-) [дөйөм төрки кэт-\ (Р: уходить; И.: go away; T.: gitmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер урынды ҡалдырыу, ҡайҙалыр йүнәлеү. □ Уходить; уезжать, отбывать; отъезжать, поехать, отправиться куда; отходить, отъезжать; улетать, отлетать; уплывать. // Уход; отъезд; отход; отлёт. Мәктәп яғына китеу. Яланға китеу. Ауылға китеу. Иртә китеу. Һуң китеу. ■ Киләһең дә китәм тиһең, әллә һағынманыңмы? Халыҡ йырынан. Манара ишегенең тутыҡ йоҙағын тартып ҡараным да ары киттем. Й. Солтанов.
510