Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 511 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИТЕҮ
Дневальный булды, ахырыһы, берәу килеп ишекте тартып ҡараны ла, уныц эстән бикле икәнен куреп, кире китте. Н. Мусин. Алда өйҙөң ишеге төҫмөрләнә. Мөмкин тиклем һаҡ баҫып, шуға табан китте малай. Н. Ғәйетбаев. • Шатлыҡ килмәй ҡайғы китмәй. Мәҡәл. Убыр китте, урыны ҡалды. Мәҡәл.
2. Нимәлер ярҙамында ситкә юл тотоу.
□ Уехать, уезжать (на чём-то). Автобус менән китеу. Машина менән китеу. Катерҙа китеу. И Баҡыға бара алмаһам, дуртәуләп сул юлы менән Хиваға һыбай китергә уйлаштыҡ. Ә.-З. Вәлиди. Поезд, тауҙарҙы урап-әйләнеп, сапты-сапты ла ҡапыл, тыны бөткән кеше һымаҡ, туҡтап ҡалды;.. бынан ары мин инде ат менән китергә тейешмен. И. Абдуллин.
3. Ниндәйҙер маҡсат менән берәй яҡҡа юл тотоу. □ Уходить, уезжать (с какой-то целью). Ҡалаға уҡырға китеу. Һыуға китеу. Концертҡа китеу. Ярышҡа китеу. Балыҡҡа китеу. Пенсияға китеу. Ялға китеу.
■ Хәшейә апайыма ла уҙе ҡайтҡансы ниҙәр эшләргә кәрәклеген әйткәс, ул яңғыҙы ғына бесәнгә китте. Н. Мусин. Ана әле кисә кис утынға киткән Ишмәмәт нимә эшләп ята... Т. Ғарипова. Бәһлеуәндәй ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөтһә, ҡарт-ҡоролар, итәк тулы балалар менән ҡалған бисә-сәсәләр нимә ҡыйрата алһындар?.. Я. Хамматов.
4. Ҡуҙғалыу, үҙ юлы менән йүнәлеү (транспорт тураһында). □ Уехать, тронуться (о транспорте). Машина китте. Трактор китте. Катер китте. Поезд уҙ ваҡытында китте. ■ Теҙ-быуындарым ҡалтыранды. Әгәр ҙә поезд китһә?.. Р. Низамов. Киске һөттө алырға килгән машина китеп өлгөрҙө. Т. Ғарипова.
5. Урындан күсеп алыҫлашыу, юғалыу.
□ Уходить, удалиться, исчезнуть. Кус осоп киткән. Көтөу китте. Ҡойонан һыу киткән.
■ Килгән болот китер өсөн килде, бөтөр өсөн төштө ҡырауҙар. М. Кәрим. Һауа шул хәтлем саф, иркен, әҙ генә талпынһаң осоп китер ҙә барырһыц кеуек. Р. Солтангәрәев.
6. Йәшәгән урынды, эште йәки хеҙмәтте ҡалдырыу, ташлау. □ Уходить, покинуть. // Уход. Сит илгә китеу. Эштән китеу. Ҡалаға
китеу. ■ Көҙөн улар будкаларын таҡтылар ҙа был урындан киттеләр. Р Солтангәрәев. Хатта уҫәргән ырыуҙарының уҙҙәре араһында берҙәмлек юғалып бара. Баш Буре ырыуы менән Мораттың яңынан Уралтау буйҙарына кусенеп китеуе шуны раҫлай тугелме? Ә. Хәкимов. Мин әйтәм: «Өлгөртөрбөҙ, йорт ҡасмаҫ. Тик бына һин кусенеп китергә ризалығыңды бир», — тим. Ш. Бикҡолов. • Көсөң барҙа, эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар. Мәҡәл.
7. Ебәргән яҡҡа йүнәлеү. □ Быть отправленным (о письме, телеграмме). Хат иҫке адрес буйынса киткән. Бандероль киткән. Телеграмма ваҡытында китте. И Яҡын-тирә, алыҫ ыстаршиналарға еккәненә ат, етеренә хат китте. Ғ. Хөсәйенов.
8. Тормошҡа сығыу. □ Выходить (замуж). Иргә былтыр киткән. Кейәугә китеу.
■ Ире була тороп, икенсе иргә китһә, халыҡ ниҙәр һөйләмәҫ? Н. Мусин. Кейәугә китәһе ҡыҙ көпә-көндөҙ юғалды ла ҡуйҙы. Ә. Хәкимов, һөйгән йәрем ятҡа китә, шуға яна йөрәгем. Халыҡ йырынан.
9. Кемделер ташлап, бәйләнеште өҙөү. □ Уходить, расстаться. Ҡатындан китеу. һөйгән йәрҙән китеу. Коллективтан китеу.
■ Мәскәугә уның минән китеуе икеләтә ауырыраҡ булыр ине: мин шыңшыған көсөк хәленә ҡалыр инем. А. Абдуллин. Юҡ, ышанмайым! Алдайһың һин, Зифа, минән китер өсөн алдайһың!.. Н. Мусин. [Фәйзи — Рәйсәгә:] һин миңә яҡшы ҡатын да, тоғро иптәш тә һәм яҡын дуҫ та инең, ләкин мин быларҙың бөтәһен дә һинән киткәс кенә аңланым шул. Н. Асанбаев.
10. Шыйыҡ нәмәнең хәрәкәте, ағыш менән бергә юлланыу, ағыу. □ Течь, уплывать (вместе). Ҡан китте. Торбанан һыу китмәй. Боҙ китә. Һал китеп бара. ■ Сергей был һуҙҙәрҙе куңеленә һалып ҡуйҙы. Кис ул Ағиҙелдә боҙ китеуен ҡарарға барҙы. А. Абдуллин. Бынау йәй уртаһында боҙ китәме ни инде... Ә. Хәкимов. • Йылғаларҙа боҙ төндә китһә, ашлыҡ булыр. Мәҡәл.
11. Кемдеңдер ҡарамағына күсеү, уның милкенә әйләнеү (аҡса, мал-мөлкәткә ҡарата). □ Отходить, переходить (о деньгах,
511