КИТЕҮ
имуществе). Ата-әсәгә китеу. Йәмәғәткә ки-теу. Суд аша китеу.
12. Иреп, ағып, осоп юҡҡа сығыу (ҡар, боҙға һ. б. ҡарата). □ Уйти, таять (оводе, тумане, снеге). Ерҙән дым китә. Биҙрә тишек булһа ла, һыуы китмәгән. Ҡар китмәгән. Томан китә. Кулдец һыуы киткән.
13. Билдәле бер йүнәлештә ятыу, һуҙылыу (юл, йылға, тау кеуек нәмәләргә ҡарата). □ Начаться, тянуться (о дороге, горе, реке). Тауҙар китә. Урман һуҙылып китә. ■ Артабан инде береһенең өҫтөнән икенсеһе аша ҡарап торған һыҙма тауҙар китә. Ж. Кейекбаев. Тубән яҡҡа ҡараһаң, унда яҙғы ҡатҡыл ҡар ҡаплаған ялан һуҙылып киткән. Н. Мусин. Ауылдың тирә-яғы баҡсалыҡ, ауылдың артынан урман һуҙылып киткән. Д. Юлтый.
14. Үтеү, уҙыу (ваҡытҡа бәйле төшөнсәләргә ҡарата). □ Проходить, миновать (о времени). ■ Йәшлек утеп китә. Ғумер китә. Быныһына ярты ғумер китте, китте йәшлек, китте бар хисем. Р. Ғарипов. Улар батша янына барып, Елизавета Петров-нанан патенттар, наказ-буләктәр алып, оҙон юлдан әйләнеп ҡайтҡансы ярты йыл ғумер утеп китте, ҡыш, яҙ уҙып, йәй килде. Ғ. Хөсәйенов. • Купкә китһә, супкә китә. Мәҡәл.
15. Ағып сығыу (ҡан, йәш кеуек нәмәгә ҡарата). □ Пойти, начать течь (о жидкости). Танауҙан ҡан китеу. Йәш китеу. И Йырларға көсәнһә, тын юлынан ҡан китә. Т. Ғарипова. Бөтә тәне уттай ҡыҙып, шымып ята-ята ла йәш батыр, серәшеп, торорға ынтыла, ҡалҡынған һайын тамағынан куперекләнеп ҡан китә. Ә. Хәкимов.
16. Ян-яҡҡа таралыу, йәйелеү (тауышҡа, еҫкә ҡарата). □ Распространяться (о запахе, звуке). Еҫ китеп бөтмәгән. Тауыш яңғырап китте. ■ Азамат иртәгеһенә ук Басариевтың шылтыратыуын көтөп йөрөнө, хатта ҡолаҡ төбөндә ғыжылдыҡ тауышы яңғырап киткәндәй булды. Р. Солтангәрәев. Бер аҙҙан ажар кешнәугә оҡшаш йөрәк өҙгөс өн яңғырап киткән. Ғ. Хөсәйенов. Килеп ингәс тә, Ғәйшәнән өйгә тәмле хуш еҫ таралып киткәйне; ул бик матур ал кулдәк
кейгән, муйынына йоҡа ғына аҡ ебәк шарф ураған. Д. Юлтый.
17. Күптәргә билдәле булыу, таралыу (һуҙ, хәбәргә һ. б. ҡарата). □ Пойти, распространиться (о вести, новости). Даны китте. Һуҙ китте. Хәбәр китте. Бойороҡ китте. ■ Сәй эргәһендә һуғыш тураһында һуҙ китте. А. Таһиров. Бер ҡорҙан икенсеһенә: «Арғын! Арғын!..» — тип ниндәйҙер хәбәр китте. Ә. Хәкимов.
18. һөйл. Билдәле бер хаҡҡа һатылыу. □ Быть отданным, проданным. Бура арзанға китте. Иген ҡиммәт хаҡҡа китте. Акциялар баҙар хаҡына китте.
19. Сарыф ителеү, нимәгәлер кәрәк булыу. □ Тратить, расходовать. Костюмға өс метр туҡыма китте. Сөгөлдөр утауға өс көн китте. Бушҡа китте. Көн бушҡа китте. Канау ҡаҙыуға дурт көн китте. ■ Айбулат әсәһен ерләгәндә Хоҙай өсөн киткән был сығымды унан туләтерҙәр тип башына ла килтермәгәйне, һ. Дәүләтшина. [Бейәләй:] Мин .. иң бәләкәсе. Мине бәйләр өсөн бик аҙ ғына йөн киткән. С. Агиш.
20. Дауам итеү, һуҙылыу, башланыу (эш-хәлгә ҡарата). □ Пойти, начаться (о процессе). Бәхәс оҙаҡҡа китте. Фекер алышыу китте. Ямғырҙар китте. Һыуыҡтар китте. ■ Бер кем дә яуап бирмәй... Аптыраш, илаш-һыҡташ китте. 3. Биишева.
21. Эшләй башлау. □ Пойти, заработать. Төҙөлөштә эш китте. Туҡтаған сәғәт китте. Командалар араһында ярыш китте.
22. кусм. Вафат булыу, үлеү. □ Умереть, окончиться. Иртә китте. Ваҡытһыҙ китте. Ауырыуҙан китеп барыу. ■ Нишләйһең, уҙен йәлләмәне, һаҡламаны инде, утә йәшләй китте. Ғ. Хөсәйенов. [Вера Ивановна:] Саф куңелле кешеләр ине ата-әсә, бигерәк тә ваҡытһыҙ китеп барҙылар шул. Ә. Хәкимов. Йәшләй китә, йәшләй... Утыҙ ике йәш кенә бит. Самай йәшәр сағы. 3. Биишева.
23. Ҡайһы бер исемдәр менән ҡулланылып, шул һүҙҙән аңлашылған төшөнсәнең юҡҡа сығыуын, бөтәүен аңлата. □ Уходить, пропадать, исчезать; быть потерянным. Байлыҡ китеу. Һаулыҡ китеу. Тормоштоң йәме китеу. Кешенең ҡәҙере китеу. Сәйҙең
512