КИТЕҮ
тәме китте. Ҡулдан власть китеу. Дуҫлыҡ китеу. Таҙалыҡ китеу. Көс китеу. ■ Фатима ғәрләнеп иланы. Уйындың йәме китте. Ж. Кейекбаев. Һауғанда һыйырҙыц аҫтына-раҡ инеп, елен төбөн ныҡ һарҡытып һауығыҙ. Ошо арала ҡаймағығыҙҙың да бәрәкәте китә башланы. Т. Хәйбуллин. Муйыл, сирень еҫенә иҫергән яҙғы һауаның йәме бөткәндәй, ҡото киткәндәй тойолдо. Т. Ғарипова.
24. Төбәү килештәге исемдәр менән һүҙ бәйләнеше яһап, берәй хәлгә ыңғайлауҙы аңлата. □ В сочетании с существительным в дательном падеже выражает начало и развитие действия, выраженного основным словом. Оҙаҡ ауырыуҙан һауығыуға китеу. Эштәр яйға китте. Аралар боҙолоуға китте. Йоҡоға китеу. Оҙаҡҡа китте. ■ Ул ғына ла тугел, уҙе бер ҡот осҡос тарихҡа юлыҡҡан. Үлемгә бәйле бер ваҡиғаға шаһит булған, быны милиция белгән... Ҡыҫҡаһы, эш ҙурға киткән. Н. Ғәйетбаев. Арлы-бирле донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп алғас, һуҙ тәрәнгә китмәҫ борон тигәндәй, ул ҡайтыу яғына ыңғайланы. Р. Солтангәрәев. Инәһе серемгә киткәндән файҙаланып, йомро кәуҙәһен Кукбуренең ҡорһағы аша тәгәрәтеп төшөрҙө лә, артына әйләнеп тә ҡарамай, йылға буйына атлыҡты. Т. Ғарипова.
25. Төбәү килештәге исемдәр менән һүҙ бәйләнеше яһап, билдәләнгән бер тайпылыуҙы аңлата. □ В сочетании с существительным в дательном падеже выражает отклонение от меры. Вәғәҙәнән китмәу. Киле-шеуҙе утәмәй китеу. Сығыш ситкә китте. Графиктан китмәу.
26. Төбәү килештәге исемдәр менән һүҙ бәйләнеше яһап, берәй нәмәгә әйләнеүҙе аңлата. □ Выделиться, обратиться во что. Файҙаға китеу. Аҡса юҡҡа китте. ■ Атты бер елдереп, әҙерәк тирләтеп алмаһаң, ашағаны тәненә һенкәй уның, куберәк тиҙәккә китә. Б. Бикбай.
27. Төбәү килештәге исемдәр менән һүҙ бәйләнеше яһап, тәнгә таралыуҙы аңлата. □ Подействовать на что. Шарап башҡа китте. Ҡайнар сәй аяҡтарға китте. Йөрәккә китеу. ■ «Рәхмәт, былай ҙа башҡа китте әле», — Марат көсәнеп көлгән булды.
Ә. Хәкимов. Минең «алған» тиклемем башҡа китеп өлгөрҙөмө (эсмәй эскән кешегә купме генә кәрәк!), мин уҙемде был өйҙә ғумер буйы йәшәгән кеше кеуек, бик иркен тоя башланым. Ш. Бикҡолов.
28. кубр. юҡл. Сығанаҡ килештәге исемдәр менән берәй нәмәнең уй-тойғола һаҡ-ланыу-һаҡланмауын аңлатҡан һүҙ бәйләнеше яһай. □ В сочетании с существительными в исходном падеже выражает сохранение или несохранение чего-л. в памяти. Күңелдән китмәй. Һуҙҙәре ҡолаҡтан китмәй. Иҫтән китмәй. Хәтерҙән китмәй. ■ Әммә уҙенең камил төҫ-һыны, алсаҡ сырайы, тулы кукрәге, куҙ төптәрендә беленгән нескә һағыш төҫө, тығыҙ янбашына йәбешеп торған сәскәле кулдәге менән байтаҡ ваҡыт уның куҙ алдынан китмәй торҙо. А. Абдуллин.
29. Ҡайһы бер рәүештәр менән ҡулланылып йығылыуҙы белдерә. □ В сочетании с некоторыми наречиями выражает падение. Баш аша китеу. Баш тубэн китеу. Йөҙ ту-бэн китеу.
30. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең башланған еренән алыҫлашыуын белдерә. □ В сочетании с формой деепричастия на -п образует сложные глаголы со значением удаления от места совершения действия. Биреп китеу. Әйтеп китеу. Ял итеп китеу. Мунса инеп китеу. Бушатып китеу. Тейәп китеу. Килеп китеу. Осрашып китеу. Куреп китеу. Ҡайтып китеу. ■ Уның бында һәр ваҡыт ҡунып китә торған йорто бар. Кулгә яҡын ғына ул. Ғ. Хәйри. Ишбирҙинде райсоветҡа саҡырып киткәйнеләр. Р. Солтангәрәев. Ул йә өс көнгә, йә куп тигәндә бер аҙнаға ҡайтып, туғандарын куреп китә торғайны. Ж. Кейекбаев.
31. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең башланыуын, барлыҡҡа килеүен аңлатҡан ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с формой деепричастия на -п образует сложные глаголы со значением начала действия. Һөйләп китеу. Дуҫлашып китеу. Тулҡынланып китеу. Ҡыҙарып китеу. Ҡартайып китеу. ■ Ул [Шәмси], иллюмина-
17-1.0117.12
513