КИТЕҮ
циялар менән яҡтыртылған урам буйынса барғанда, ҡаланың киске матурлығын тамаша итеп йөрөүсе иптәштәренә осрап, бергә атлап китте. Ғ. Хәйри. Йыуан, ауыр кәуҙәле Хәлит бик ихлас менеп киткәйне үрмәләп. Н. Ғәйетбаев. [Сәғит] борҡота сабып киткән «тимер ат»ты ҡарашы менән оҙатып, юлдашын ҡултыҡлап алды. Й. Солтанов.
32. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең ҡапыл булыуын аңлатҡан ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с формой деепричастия на -п образует сложные глаголы со значением внезапности действия. Атылып китеу. Ҡыҙарып китеу. Зыңлап китеу. Өҙөлөп китеу. ■ Уның тауышы ҡалтырап китте лә өҙөлдө. А. Абдуллин. Ҡыҙ ҡапыл ҡыҙарып китте, уның куҙҙәре уҫал йылтыраны. Н. Ғәйетбаев. Таныш фамилияны, Әхмушкә оҡшаш исемде ишеткәс, Нәғимә терт итеп китте һәм, йөҙөнә сыҡҡан үҙгәреште һиҙҙермәҫ өсөн, башын түбән эйҙе. Б. Бикбай. Минең йөрәк шыу итеп китте. Т. Йәнәби.
33. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең тамамланғанын аңлатҡан ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с формой деепричастия на -п образует сложные глаголы со значением завершения действия. Туйып китеу. Өйрәнеп китеу. Сығып китеу. Утеп китеу. И Ҡартәсәһе, «шайтандар» килмәһен өсөн, бер нисә тапҡыр «көлһуалла»ны уҡып, яҡ-яғына төкөрөп, йоҡлап китте. Ғ. Хәйри. Ауылда саҡта бәләкәйҙән мандолинала уйнаған, көйгә-моңға бай кеше булғанғалыр инде, тиҙ ук өйрәнеп китте ул уйнарға. Н. Мусин. Ҡыҙы артынан уҙе лә сығып китер ине, аяҡтары ғына зыулап һыҙлай шул. Т. Ғарипова.
34. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -а, -й формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ҡабатланып килгәнде, эш-хәрәкәттең дауамлы булыуын аңлатҡан ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с формой деепричастия на -а /-ә, -й образует сложные глаголы со значением повторяемости, продолжительности
действия. Күргәнде һөйләй китһәң. Таныш-белештәрҙе һораша китһәң.
35. Икенсе зат шарт ҡылым формаһында ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -а, -й формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, берәй эш-хәлдең күплеге, ҙурлығына баҫым яһаған ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с формой деепричастия на -а/-ә, -й образует сложные глаголы, акцентирующие объём действия. И Баҡты иһәң, тон сыҡҡансы, күрше өлкәнең бер район үҙәгенә һыбай сабып, хәлүәне йәшниге менән һөйрәп алған да ҡайтҡан икән... Э-э-й Алла, һөйләй китһәң, аҙмы инде ул! Й. Солтанов. Ә һуйыр нимә генә инде, көсө лә юҡ, хәйләне лә белмәгән мәхлүк, һөйләй китһәң инде ул... Н. Мусин. Закира Хановна, — тип һуҙ башланым мин, әлеге уйымдың эҫеһе менән, — һөйләй китһәң, һуҙ куп инде ул. Рәхәтләнеп ултырыр инек тә ни, беҙгә вокзалға төшөргә ваҡыт шул. Ш. Бикҡолов.
36. Төп ҡылымға ярҙамлыҡ ҡылым сифатында ла/лә киҫәксәһе аша теркәлеп, икеһе лә бер үк зат, заман формаһында торғанда, эш-хәрәкәткә интенсив төҫ бирә. □ В сочетании с глаголами изъявительного наклонения и частицы ла/лә выступает в роли вспомогательного глагола со значением интенсивности действия. Алды ла китте. Ҡайтаһың да китәһең. Сыҡҡан да киткән. И Теге саҡта атаһы ер аҫтындағы станцияның етәксеһе ине, шуға кәрәк кешеләр менән һөйләште лә алды ла китте ҡыҙын Ергә. Н. Ғәйетбаев. Иртәгеһенә ук килеп еткән яусыны аталары кире бороп сығарғас, ул, куңел төпкөлөндә тыуған ашҡыныуын тыя алмайынса, егет эргәһенә уҙе барғайны, Тәбдеян төнө менән ауылдарына етәкләп алып ҡайтты ла китте. Н. Мусин.
♦ Бер ҡайҙа ла китмәҫ берәй эште ашыҡтырыу мөһим түгеллеген белдереү өсөн әйтелә. □ Никуда не денется. Ашау бер ҡайҙа ла китмәҫ, өлгөрөрбөҙ. Киткән баш киткән сараһыҙҙан тәүәккәллек эшләгәндә, үҙеңде-үҙең ҡеүәтләп әйтелә. □ Терять так терять. Китте баш, ҡалды муйын һерәйеп ниндәйҙер еңелерәк бәлә-ҡазаға осрағанда, шаяртып әйтелә. □ Попасть в беду. Көс әрәм < гә > китеү көстө бушҡа сарыф итеү.
514