КИТ ӘЛЕ
□ Бесполезно тратить силу. ■ [Сәғиҙә:] Балаларҙың яҙыуы яҡшырҙы, матурлана төштө. Тимәк, минец эшем әрәмгә китмәгән. М. Тажи. Әллә ҡайҙа китмәү бик шәптән түгел, маҡтарлыҡ йүне юҡ. □ Не далеко ушёл. И Уға, имеш, йәмғиәттең киләсәген ышанып тапшырырға ярамай. Төптән уйлағанда, Мараттың атаһы ла әллә ҡайҙа китмәгән инде. Ә. Хәкимов.
КИТЕҮ II (кит-) [дөйөм төрки кэт-\ (Р.: откалывать; И.: chop off; break off; T: çentiklemek) ҡ.
Нәмәнең дә булһа бер ҡырын, ситен киртләс итеп уйыу. □ Откалывать, отделять куском, отшибать. Тәрилкәне китеу. Касаны китеу. Шоколадты китеп алыу.
КИТЕШЕҮ (китеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. китеү I. взаимн. от китеү I. Эшләп китешеу. Тейәп китешеу. ■ Унан һуң Бәкер, директорҙың ҡушыуы буйынса, төнөн складтан әйберҙәр тейәп алып китеште. Н. Ғәйетбаев.
2. Берәм-берәм китеү. □ Уйти, уехать, разъехаться. Ҡунаҡтар ҡайтып китешеп бөттө. Уҡыусылар тәнәфескә сығып китештеләр.
КИТЕШЛӘЙ (Р.: по пути; И.: on the way; T.: giderken) р.
Ҡайҙа ла булһа китеп барғанда, юл ыңғайында. □ По пути, по дороге. Китешләй кереп сығыу. Хатты китешләй алыу. ■ Ҡайтышлай Сөнәғәт Ситйылғаға тейә алманы һәм китешләй һуғылмаҡсы булды. Ж. Кейекбаев. Аттарына оҙон арбаларын егеп урман яғына китеп барыусылар ял итергә туҡтай — ҡайтышлай ҙа, китешләй ҙә ошонда ҡуналҡа яһап китә. Р. Солтангәрәев. [Әйуп:] Эйе, кейен. Китешләй Гөлмәрйәм апайға инеп, ҡайҙа йәшәгәнен беләйек тә... Т. Ғарипова.
КИТИ-МИТИ ИТЕҮ (кити-мити ит-) (Р: хитрить; И.: be sly/cunning/crafty; T.: atlatmak) ҡ. диал.
Мутлыҡ эшләү. □ Хитрить, изворачиваться. ■ Курше малай кити-мити итеп тик йөрөй мутлашып. Экспедиция материалдарынан.
КИТ ИНДЕ (Р: да брось; И.: well, I never; T.: yapma!) ымл.
Берәүҙең һүҙен йәки үҙен кире ҡаҡҡанда әйтелә. □ Выражает возражение: да брось, не морочь. ■ «Кит инде, донъяла ҡыҙ бөткән булмаһа, шуны килен итеп ала булдыммы?» — тине уға ҡаршы әсәйем. Ғ. Хәйри. Кит инде, әҙәм ҡотон алып, шул тиклем йөрөмәһәң... Н. Мусин. «Кит инде, бөгөн дә ҡашыма инеп ятмағаның», — тип упкәләй ҡарсығы. Т. Ғарипова.
КИТМӘ (Р: диарея; И.: diarrh(o)ea); Т.: ishal) и. мед.
Шыйыҡ тиҙәкле йыш булған дефекация (оло ярау). □ Диарея. Китмә менән яфаланыу.
КИТСЕ (Р: брось ты; И.: pack it in!; T.: hadi ya!) ымл.
Берәй хәбәргә ышанып етмәй, аптырап ҡалғанда әйтелә; кит. □ Брось ты, да ну; да, неужели. ■ «Китсе, ниндәй һуҙ ул?» — тип ҡыҙарына Нәфисә, уҙе яҡыныраҡ килә. Й. Солтанов. Китсе, уның тормошон, ғумер юлын ҡапыл балҡытып ебәрерлек бәхет йондоҙо шулай оҙаҡ ҡалҡмаҫмы икән ни? Н. Мусин. Китсе, китсе, олатай! Оҫта барҙа, ҡулың тый, сәсән барҙа, телең тый, тимәгәндәрме? Ә. Хәкимов.
КИТСӘЛЕ ымл. ҡар. китсе. ■ «Китсәле, шулаймы ни?» — тине Кәримә, ышанмаған төҫлө. — «Белмәгән-курмәгән эшкә...» Н. Мусин. «Китсәле, беҙҙең кеуек тә баһа. Сәсе генә һары», — тиешеп малайҙар геу килде. Ә. Хәкимов. Китсәле, йәнем, һин барында уны иркәләргә куңелем тартамы һуң инде.
3. Биишева.
КИТҺӘНӘ ымл. ҡар. китсе. И Китһәнә, ни һөйләй был\
КИТ ӘЛЕ (Р: да ну; И.: well, I never; T.: hadi ya!) ымл.
Берәй нәмәгә ышанып етмәй, аптырап ҡалғанда әйтелә. □ Да ну, неужели (выражает внезапное удивление). И Кит эле, ысынмы? Кайҙа? — Бикмораттың ҡолағы урә торҙо. Н. Мусин. Хәлит урынынан ырғып торҙо: — Кит әле! Шулай буламы? Н. Ғәйетбаев. [Афзал:] Минең исем — һалдат исеме бит ул. [Билал:] Кит әле?! Н. Нәжми. Кит әле, булмаҫ ул арала,— тине Нурый, башта ышанғыһы килмәй. А. Таһиров.
17*
515