китән
КИТӘН (Р.: холст; И.: canvas, sackcloth; T.: tuval) и.
Тарма, кесерткән сүсенән һуғылған киндер. □ Холст, холстина. / Холщовый. Китән тоҡ. Китән ыштан. • Кара китән буҙ булмаҫ. Мәҡәл.
КИТӘРЕҮ (китәр-) (Р.: портить; И.: impair; T.: bozmak) ҡ.
Нимәнеңдер сифатын кәметеү, бөтөрөү, боҙоу. □ Терять, утрачивать; портить. Мәжлестең йәмен китәреу. Сәйҙең тәмен китәреу. Кәҙерен китәреу. И Эй эсәйек ҡымыҙҙың таҙаһын, китәрмәйек байҙың маҙаһын. Халыҡ йырынан. Ошондай йонсоу ваҡытта йунле әҙәм этен дә тышҡа сығармай, ә һин, уҙ ҡәҙереңде уҙең китәреп, әллә ҡайҙа китергә маташаһың. Я. Хамматов. Садрислам ағайҙың улеуе тураһында телемдән ысҡынды тигәс, тотолоп ҡалдым, хәҙергә инде ниңә уларҙың кәйефтәрен китәрергә? Ш. Бикҡол. • Саф булһаң, һыу кеуек бул, һыу һәр нәжис-те китәрә. Мәҡәл.
КИФАЯ [ғәр. (Р.: достаточный; И.: sufficient; enough; T: yeterlik) с. иҫк.
Етерлек, ҡәнәғәт булырлыҡ. □ Достаточный, соответствующий потребностям. Барлығына кифая булыу.
КИФАЯЛАНЫУ (кифаялан-) (Р: довольствоваться; И.: be content/satisfied (with), content oneself (with); T: memnun olmak) ҡ. иҫк.
Ҡәнәғәт булыу; ҡәнәғәтләнеү. □ Довольствоваться, быть довольным. ■ Зәйнәп һаман туҙә ине. Ун һуҙгә бер яуап ҡайтарыу менән кифаялана. М. Ғафури.
КИФАЯТ [ғәр. (Р: довольствование; И.: sufficiency; T: yeterlilik) и. иҫк.
Етерлек, кәрәк тиклем. □ Довольствование, достаточность. ■ Хат яҙып белдерәйем шартын, ғалимдар аңлар һуҙҙең кифаятын. М. Аҡмулла.
КИҺӘҮҺЕҘ с. диал. ҡар. тыңлауһыҙ. Ки-һәуһеҙ бала.
КИШЕР (Р: морковь; И.: carrot; T.: havuç) и. бот.
1. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыҙғылт һары төҫтәге баҡса үҫемлеге, йәшелсә. □ Морковь (растение). / Мор
ковный (лат. Daucus). Кишер орлоғо. Кишер ултыртыу. Кишер тутәле. Кишергә һыу һибеу. Кишер утау. В [Гөлбаныу:] Мин бында һуған, кишер, шалҡан кеуек нәмәләр ултыртһам тигәйнем, ҡәйнәм. Кул менән ҡаҙһаң, тутәл эшләуе еңел була. Н. Мусин. [Харбинко:] һеҙҙең баҡсасылыҡ эшегеҙ быйыл яҡшы ғына уңыш бирәсәк. Шуны йыйып алыу сараһын курергә кәрәк, сәселгән картуф, кәбеҫтә, кишер кеуек нәмәләр ерҙә ҡалмаҫҡа тейеш. А. Таһиров. «Беҙҙә уңа торған игендәр: арыш, бойҙай, һоло, арпа, картуф, кишер, сөгөлдөр һәм бутәндәр», — тип бала яуап бирҙе. Ғ. Дәүләтшин.
2. Шул йәшелсәнең ашай торған тамыры. □ Морковь (корнеплод). / Морковный. Кишер турау. Кишер ҡырыу. Кишер ашау. Кишер һуты. ■ [Хашим:] Кайһы саҡ картуф менән бергә сөгөлдөр йә кишер ҙә тәгәрәтәм. Мейестә бешкән йәшелсәнең тәме башҡа була бит. Т. Ғарипова. Бығаса хатта кар-туфтылаулхәтле теләп сәсмәгән кешеләрҙең баҡсаларында ла помидор, ҡабаҡ, ҡыяр, сөгөлдөр, кишер кеуек йәшелсәләр йыйып алып бөткөһөҙ булып бешеп өлгөрҙө. 3. Биишева.
КИШЕРЛЕ (Р: морковный; И.: with carrot; T: havuçlu) с.
Кишере бар, кишер ҡушылған. □ Морковный, с морковью. Кишерле салат. Кишерле аш. Кишерле бөйөрөк. Кишерле, һарымһаҡлы йылҡы ите.
КИШМИШ [фарс. (Р: кишмиш; И.: seedless grapes; T: çekirdeksiz kuru üzüm) u.
һөйәкһеҙ ваҡ йөҙөм сорты һәм уның кипкән емеше. □ Кишмиш. S «Ни өсөн хөрмә тугел, әлбә тугел, кишмиш тугел?» — тип шаярып теҙеп алып киттем мин. М. Кәрим.
КИШӘҢКЕ (Р: шелуха пшеницы; И.: wheat chaff; T.: buğday kabuğu) и. диал.
Бойҙай ҡабығы. □ Шелуха пшеницы. Бойҙайҙы кишәңкенән таҙартыу.
КЛАВЕСИН [рус. < фр. clavecin} (Р: клавесин; И.: harpsichord; T: harpsikord) и. муз.
Фортепьяноға оҡшаған ҡыллы клавиша-лы музыка инструменты. □ Клавесин. Клаве-синда уйнау. Клавесин өсөн яҙылған музыка. Клавесинда башҡарыу.
516