Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 517 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЛАРНЕТ
КЛАВИАТУРА [рус. < нем. Klaviatur < лат. clauis 'асҡыс’] (Р.: клавиатура; И.: keyboard; T.: klavye) и.
1. Музыка ҡоралдарының бармаҡ менән баҫып тауыш сығара торған баҫмаҡтар йыйылмаһы. □ Клавиатура. Аккордеон клавиатураһы. Пианино клавиатураһы. Клавиатураға ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу. ■ Мәҙинәнең бер ҡулы пианино клавиатураһында, икенсеһе иркен рәуештә кәуҙэһе буйлап һуҙылған. Т. Ғарипова.
2. Төрлө механизмдарҙағы баҫмаҡтар йыйылмаһы (компьютерҙа, һанау машинкаһында һ. б.). □ Клавиатура. Компьютер клавиатураһы. Башҡорт теле клавиатураһы. ■ Иҙрисов, куп тикшеренеуҙәрҙән аҙаҡ, яҙыу һәм хәреф йыйыу машиналары өсөн яңы йыйғыс кассалар һәм клавиатуралар проекты ижад итә. С. Латипов.
КЛАВИР [рус. < нем. Klavier] (Р: клавир; И.: clavier; T: tuşlu çalgı) и. муз.
1. Пианино, рояль, клавесин кеуек клавишлы инструменттарҙың дөйөм атамаһы.
□ Клавир (общее название клавишных инструментов).
2. Опера йәки симфоник партитураның фортепианола уйнау йәки фортепианоға ҡушылып йырлау өсөн эшкәртелгән күсермәһе. □ Клавир (переложение оперной или симфонической партитуры). Опера клавиры.
КЛАВИШ [рус. < лат. clacis 'асҡыс’] и. ҡар. баҫмаҡ I. Пианино клавишы. Аккордеон клавишы. Ноутбук клавишы. Клавишҡа баҫыу. ■ Кулындағы китабын өҫтәл өҫтөнә ырғытып, пианино янына барып ултырҙы ла, башын артҡа ташлай төшөп, бармаҡтарын клавиштар өҫтөндә бейетә башланы. Ғ. Хәйри. Яҡты нур пианино клавиштарына, унда ятҡан нескә, һылыу бармаҡтарға төшә. Т. Ғарипова. Сәғит клавишты батыра, зәңгәр экран тоноҡланып һурелә. Й. Солтанов.
КЛАВИШЛЫ (Р: клавишный; И.: key-driven; T: tuşlu) с.
Клавишы булған, клавишаһы бар.
□ Клавишный. Клавишлы телефон. Клавишлы уйын ҡоралы.
КЛАДОВОЙ [рус.] и. ҡар. келәт.
■ Унда, — тинем, — магазинда, кладовой
ға сыға торған ишектә, бер пәрҙә бар. Шул пәрҙәнең артында Әмирхановтың Урман-цевҡа тауар һатыу ы тураһында бер материал бар. С. Агиш. Һуҡыр сысҡан кладовойға инһә, курә: бушап ҡалған бураларҙан тик ел өрә. Ш. Бикҡол.
КЛАДОВЩИК (кладовщигы) [рус.] и. ҡар. келәтсе. ■ [Еҙсәлем:] Колхоз келәте — әсәйеңдең йылы ашлауы тугел бит ул һиңә, кладовщик иптәш! Й. Солтанов. «Дуртенсе фермаға кус. Кладовщик булырға ризаһыңмы?» — тип өндәште Карпов Камалға. И. Абдуллин. Аҙнаев ҡыуғындың башындағы, уртаһындағы һәм тубәнге осондағы бригада менән кемдәр етәкселек итәсәген, заторсылар бригадиры, кладовщик, аш бе-шереуселәр кем буласағын һанап сыҡты. Н. Мусин.
КЛАКСОН [рус. < ингл. klaxon] и. ҡар. ҡысҡыртҡыс. ■ Ишек тәңгәлендәге һуғышҡа тиклемге иҫке модалы автомашиналарҙың клаксонына оҡшаш ҡулайламаға ҡарап ҡатты. А. Мағазов.
КЛАПАН [рус. < нем. Klappe] (Р: клапан; И.: valve; T: valf) и.
1. тех. Ниндәй ҙә булһа механизмда газ, пар йәки шыйыҡлыҡ юлын яба торған махсус япҡыс. □ Клапан. Насос клапаны. Пар ҡаҙаны клапаны. ■ Капыл ғына эйелеп ҡарағанда, пожар яҡтыһында Моратов ҙур ғына тартма эсендә запас частарҙың — поршень ҡулсалары, клапандар ялтырап ятҡанын курҙе. А. Карнай. Галя клапандарҙы ҡумшытты, тын бирә торған көпшәләрҙе куҙләне. А. Таһиров.
2. мед. ҡар. йөрәк ҡапҡасы.
КЛАПАНЛЫ (Р: клапанный; И.: valvate; T: valfli) с.
Клапаны булған, клапан ярҙамында эшләй торған. □ Клапанный, имеющий клапан. Клапанлы механизм. Клапанлы ҡапҡас. Клапанлы система. Клапанлы аппарат.
КЛАРНЕТ [рус. < фр. clarinette] (Р: кларнет; И.: clarinet; T: klarnet) и. муз.
Ағастан бер башын киңәйтеп эшләнгән клапанлы тынлы музыка ҡоралы. □ Кларнет. Кларнетта уйнау. Кларнет триоһы. ■ Төрлө халыҡтарҙың тынлы музыка ҡоралдары
517