Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 518 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЛАРНЕТСЫ
араһында ҡурайҙың уҙенә яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыуҙары бар: һыбыҙғы, свирель, жалейка, һорнай, флейта, кларнет, борғо, зурна һ. б. Ғ. Хөсәйенов. Ауыҙына кларнет ҡапҡан Исаак Соломонович музыканттар туцәрәге алдына баҫҡан да хәрәкәтһеҙ тора. А. Карнай.
КЛАРНЕТСЫ (Р.: кларнетист; И.: clarinettist; T.: klarnetçi) и.
Кларнетта уйнаусы музыкант. □ Кларнетист. Оҫта кларнетсы. Кларнетсылар ансамбле. Кларнетсылар сығышы.
КЛАСЛЫ (Р: классный; И.: first rate; topclass; T.: harika) c.
1. Ниндәйҙер әлкәлә бик яҡшы әҙерлеге, оҫталығы, тәжрибәһе булған. □ Классный, имеющий высокую квалификацию. Беренсе класлы тракторсы. Икенсе класлы шофёр. Юғары класлы хоккейсы. ■ Әле иптәштәре радиограмманы минутына биш-алты ғына группа ҡабул иткәндә, ул [Ҡәнзәфәров] өсөнсө класлы радиотелеграфистар нормаһы менән эшләй ине инде. Н. Мусин.
2. Сифат яғынан айырылып торған. □ Классный, имеющий определённый разряд. Беренсе класлы каюта. Класлы фотоаппарат. Юғары класлы техника.
КЛАСЛЫ ВАГОН (Р: пассажирский вагон; И.: passenger coach; T.: yolcu vagonu) и. иҫк.
Кеше йөрөтөү өсөн эшләнгән вагон; пассажир вагоны. □ Классный (пассажирский) вагон. Класлы вагон билеты. Класлы вагонда барыу.
КЛАСС I [рус. < лат. classis] (Р: класс; И.: class; T.: sınıf) и.
1. Билдәле сифат һәм үҙенсәлектәре яғынан тиң нәмәләр төркөмө (ғилми терминологияла). □ Класс (в научной терминологии: совокупность, группа предметов или явлений с общими признаками). Бандар класы. Имеҙеуселәр класы. Ылыҫлылар класы.
2. Мәктәп курсындағы бер баҫҡыс; синыф. □ Класс (в школе). Беренсе класс уҡыусыһы. Икенсе класҡа кусеу. Бишенсе класта уҡыу. ■ Ул [Анна], зәцгәр куҙле урыҫ ҡыҙы, ошонда беренсе кластан алып башҡорт мәктәбендә уҡыны, башҡорт теле уның шундай уҡ әсә теленә әйләнде. И. Сол
танов. Шәмсиҙең ауылдашы, йәшләй ауылда куп ваҡыт бергә булған Һажәр, гимназияның һуңғы класында уҡый. Ғ. Хәйри. Хатта унынсы кластан да берәу хат бирҙереп маташты, Рәмзил уның өнөн тиҙ тыҡты. Д. Бүләков.
3. Махсус мәктәп йәки уҡыу йортоноң билдәле бер һәнәр өйрәткән бүлеге. □ Класс (подразделение учащихся). Ҡурай класы. Ҡумыҙ класы. Баян класы. Скрипка класында уҡый.
4. Башланғыс һәм урта мәктәптә бергә уҡыған уҡыусылар төркөмө. □ Класс (группа учащихся). Класс менән киноға барыу. Класс йыйылышы. Класс етәксеһе. ■ Был көн дәрестәр бөткәс, Ғәбит ағай, отряд вожатыйы Юлай менән бергәләп, класс йыйылышы уткәрҙе. 3. Биишева.
5. Мәктәптәге дәрес уҡытыла торған бүлмә. □ Класс (комната). Класҡа инеу. Класта ултырыу. Кластан сығыу. Класс таҡтаһы. Класс ишеге. ■ Иптәштәре нисек кенә дәртләндерергә тырышмаһын, Йәуҙәт барыбер имтихан барған класҡа кәйефе төшөп, ағарынып килеп инде. Й. Солтанов. Шул саҡ, сираттағы дәрес бөтөуен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны, куршеләге класта дөпөлдәшеп балалар йугерешкән, геу-шау килгән тауыштар ишетелде. Н. Мусин. Шулай ҙа [Юлдаш], класс ишегенән ингәс, тағы әҙ генә икеләнеп торҙо. 3. Биишева.
КЛАСС II [рус. < лат. classis] (Р: класс; И.: class; rate; T.: sınıf) и.
1. Бер иш нәмәләрҙең урынын, төркөмдәрен билдәләгән сифат күрһәткесе. □ Класс. Билетта урындың класы курһә-телгән. Самолётта урындар кластарға бу-ленгән. Өсөнсө класс каютаһы.
2. Әҙерлек, оҫталыҡ дәрәжәһе. □ Степень подготовленности в чём-л., квалификация (категория, разряд). Беренсе класс юрисы. Икенсе класс юстиция кәңәшсеһе.
КЛАСС ДӘФТӘРЕ и. кар. класс журналы.
КЛАСС ЖУРНАЛЫ (Р: классный журнал; И.: class register; T.: sınıf defteri) и.
Кластағы (I, 4) уҡыу-уҡытыу эшенең барышын теркәп бара торған кенәгә. □ Классный журнал. Класс журналына яҙыу. Класс
518