КЛАССИЦИЗМ
вание, классификация. Төшөнсәләрҙе классификациялау. Үҫемлектәрҙе классификациялау. Минералдарҙы классификациялау менән шөғөлләнеу. Фәнни яҡтан классификациялау.
КЛАССИЦИЗМ [рус. < нем. Klassizismus < лат. classicus 'юғары класлы, өлгөлө’] (Р.: классицизм; И.: classicism; T.: klasisizm) и.
1. XVII быуаттан XIX быуаттың баштарына тиклем сәнғәттә, әҙәбиәттә боронғо Греция һәм Рим классика формаларына һәм образдарына эйәреү өҫтөнлөк иткән йүнәлеш. □ Классицизм. ■ Үҙенән алда килгән алымға — классицизмға — мөнәсәбәт мәсьәләһендә романтизм куп йәһәттән сентиментализмға яҡын килә. «Ағиҙел», № 2, 2009. Ҡайһы бер яҙыусылар, айырыуса классицизм вәкилдәре, уҙ әҫәрҙәрендәге характерҙарҙың уҙенсәлектәрен геройға бирелгән исемдәр аша образлап бирергә тырыштылар. К. Әхмәтйәнов.
2. Белем биреү, уҡытыуҙың боронғо грек, латин телдәрен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүгә нигеҙләнгән системаһы. □ Классицизм.
КЛАСТАШ и. ҡар. синыфташ. Беҙ уның менән класташтар. Класташ дуҫ. Класташтар менән осрашыу. Н Билдәренә биҙәкле алъяпҡыс бәйләгән бөтмөр еңгәйҙәр, аттестаттарын алыу менән ук эшкә тотонған егәрле класташ ҡыҙҙар ергә оҙон ашъяулыҡ йәйеп мәш килә. Й. Солтанов. Баяғы куңелһеҙ хәлдәр ҙә, кәмәһе ағып киткән Хәмит тә, хатта арттарынан бына-бына ҡыуып етергә тейешле класташтары ла онотол-до. Д. Бүләков. Бер көндө мине тәнәфес ваҡытында класташ ҡыҙ, бик хәйләкәр йылмайып, ишек алдына алып сыҡты.
КЛАСТАШЛЫҠ (класташлығы) и. ҡар. синыфташлыҡ. Класташлыҡ мөнәсәбәттәре.
КЛЕВЕР [рус. < нем. Klever] (Р: клевер; И.: clover; T.: yonca) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән тумалаҡ сәскәле мал ашай торған үлән; туҡранбаш. □ Клевер (лат. Trifolium). Клевер баҫыуы. Клевер орлоғо. ■ Йәйге айҙың тәуге көндәренән ук кукрәп сәскә атҡан ҡыҙыл клевер, ҡолонғойроҡ, әскелтем лютик, ерек
ҡураһы, себер ирисы уләндәре аңҡытҡан тәмле-татлы еҫ ағымы, һәммәһе бергә буталып танауға бәрелеу менән иҫертә, куңелдә ниндәйҙер шатлыҡлы хистәр уята. Я. Хамматов. Яланда буй-буй һуҙылып киткән бойҙайҙар, һололар, арпалар, арыштар, .. клеверҙар теҙелешеп-теҙелешеп киткәндәр ҙә, ҡарағусҡылланып, кукһелләнеп, аҡһылланып ярылып яталар. Ғ. Дәүләтшин.
КЛЕЁНКА [рус.] (Р: клеёнка; И.: oil cloth; oilskin; T.: muşamba) и.
һыу үткәрмәҫлек махсус матдә яғылған туҡыма. □ Клеёнка. Клеёнка тушәу. Клеёнка ябыу. Йоҡа клеёнка. Клеёнка йәбештереу. Өҫтәл клеёнкаһы. ■ Фронтҡа китер алдынан Хәлил уны [дәфтәрҙе] ҡалын клеёнкаға төрөп, өй ҡыйығы аҫтына мендереп йыя. Й. Солтанов.
КЛЕЁНКАЛАУ (клеёнкала-) (Р: покрыть клеёнкой; И.: cover with oil cloth; T.:mu-şamba ile örtmek) ҡ.
Клеёнка менән тышлау. □ Покрыть клеёнкой, обделать клеёнкой. Дымдан клеён-калау. Документ тышын клеёнкалау.
КЛЕЁНКАЛЫ (Р: покрытый клеёнкой; И.: covered with oil cloth; T.: muşambah) с.
Клеёнка ябылған, клеёнка менән тышланған. □ Покрытый, обитый, обтянутый клеёнкой. Клеёнкалы өҫтәл. Клеёнкалы дәфтәр. Клеёнкалы теплица.
КЛЕЙКОВИНА [рус.] и. ҡар. елемсә. ■ Хәҙерге ауыл кешеләре дәуләткә һимеҙ ит, ҡуйы һөт һатырға тырышалар, бойҙайҙың клейковинаһы куп булһын, тиҙәр. Ә. Гәрәев.
КЛЕЙСТЕР [рус. < нем. Kleister 'елем төрө’] (Р: клейстер; И.: flour paste; T.: tutkal) и.
Крахмалдан йәки ондан яһалған елем. □ Клейстер. Клейстер бешереу. Клейстер менән йәбештереу. И Унан ҡағыҙҙы таҫма кеуек киҫеп, рам ярыҡтарын клейстер йәки клей менән йәбештерәләр. «Башҡортостан», 19 май 2010.
КЛЕММА [рус. < нем. Klemme] (Р: клемма; И.: (clamp) terminal; T.: sıkma vidası) и.
Электр сымдарын аппаратҡа тоташтырыусы ҡулайлама; зажим, гайка. □ Клемма. Клемманы тоташтырыу. Клемманы ыскындырыу. Клемманы таҙартыу. Клемма ҡуйыу.
520