КӨРӘЙЕҮ
Көршәк яһау эше менән шөғөлләнеү өсөн оҫтахана (махсус йорт). □ Гончарная мастерская. ■ Татарстанда асыҡ һауалағы тәуге этнография музейын 2013 йылғы Универсиада алдынан Йәшел уҙән районының Исаков ауылында асыу куҙаллана. Әле ел тирмәне, көршәксе йорто һәм сәйхана төҙөлгән, крәҫтиән өйө, ҡоҙоҡтар, мунса, умарталыҡ, ат аҙбары, мөгәрәп һәм оҫтаханалар булдырыласаҡ. «Башҡортостан», 20 март 2012.
КӨРӘГӘ (Р.: бочонок; И.: keg; T.: varil) и.
1. Ҡымыҙ, бал, буҙа кеүек эсемлекте табынға килтереү өсөн ағастан йәки тиренән яһалған күнәк ҙурлығындағы һауыт. □ Бочонок (для подноса кумыса, кислуш-ки и т. п. к столу). Ҡымыҙлы көрәгә. Көрәгә асыу. Семәрләп эшләнгән көрәгә. ■ Һике өҫтөнә ҡап урталыҡҡа ҙур бер көрәгә менән бал ҡуйылған. Көрәгәне уратып кешеләр ултырған. Ж. Кейекбаев. Ҡурайҙарға ҡушылып йырҙар йырлана, көрәгәләр буҫкәрә. Т. Хәйбуллин. Көрәгәһе йәмле, ҡымыҙы тәмле, нисәу икән һауған бейәһе? Халыҡ йырынан. Батшаның бик эскеһе килә башлай. Шул ваҡытта һәр ун кешегә берәр көрәгә ҡымыҙ килтерәләр. Халыҡ ижадынан. Уралып ятҡан Уралда, көрәгәһен алға алып, ҡорҙаштарын янға алып, йырсынан йыр йырлатып,.. бар донъяһын онотоп, йыйылып ултырыр ҡарттар бар. Халыҡ ижадынан. ■ Хужа сыуал артынан бер көрәгә балды килтереп сығарыу менән, көрәгәне хуплаған тауыштар яңғыраны. Я. Хамматов. • Көрәгә булһа, ҡунаҡтың куңеле була. Әйтем.
2. диал. Бал-май йыя торған ҡапҡаслы ағас күнәк: тәпән. □ Кадка (для масла, мёда). Бал һалынған көрәгә. Көрәгәләге бал.
♦ Көрәгәгә бата! {йәки бәрәкәт) табынға көрәгә килтергәндә, хужаны хуплап ҡысҡыра торған һүҙ. □ Одобрительные возгласы (во время трапезы в адрес хозяина).
КӨРӘГӘЛӘП (Р: с бочонком; И.: by the keg; T.: varil ile)/?.
Көрәгә менән, көрәгәгә һалып. □ С бочонком, в бочонке. И Әуәле ҡунаҡҡа барғанда көрәгәләп бал йөрөтөр булғандар. Экспедиция материалдарынан.
КӨРӘГӘСЕ (Р: тамада; И.: toastmaster; T.: keyif meclisi başkam) и.
1. Табын башлығы. □ Тамада. ■ Табын тирәләй йәтешләнеп ултырҙылар, Төлкөсура көрәгәсе булып алды. Н. Мусин. Ял йортоноң директоры Сәғәҙиев көрәгәсе ролен алған. Р. Солтангәрәев.
2. Табында көрәгәнән ҡымыҙ йәки әсе бал һалып биреүсе кеше. □ Тот, кто разливает кумыс или кислушку. Көрәгәселәр ҡымыҙ ҡоя. И Көрәгәселәр, һабаларҙы тултырып, ҡымыҙ ташыны, уны туҫтаҡтарға, тәгәстәргә ҡойҙо. Ғ. Ибраһимов.
КӨРӘГӘ ТӨБӨ (Р: пир; И.: feast; T: içki sofrası) и.
1. Эскеле табын, мәжлес. □ Пир. ■ Әсә-йем .. көрәгә төбөндә генә тугел, сәй яһап ултырған сағында ла йырлап ебәрә торған булған. Я. Ҡолмой.
2. Мәжлестең һуңы. □ Заключительная часть угощения. ■ «Көрәгә төбөнә өлгөрәйем тип киләм», — тине Әптелмән бабай. С. Кулибай.
КӨРӘГӘ ЯУЛЫҠ (яулығы) (Р: платки, раздаваемые на свадьбе со стороны гостей в знак благодарности хозяевам за преподнесённое угощение; И.: kerchiefs given out during a wedding; T: düğün hediyesi) и. диал. этн.
Туйҙа көрәгәгә ҡоҙалар тарафынан ябылған, ҡунаҡтарға ҡоҙағый таратып биргән яулыҡтар. □ Платки, раздаваемые на свадьбе со стороны гостей в знак благодарности хозяевам за преподнесённое угощение. Көрәгә яулыҡ таратыу. Ҡоҙаларҙың туйға алып килгән көрәгәһен асыусыға көрәгә яулыҡ бирәләр.
КӨРӘЙЕҮ (көрәй-) (Р: жиреть (о скоте); И.: fatten; T: şişmanlamak) ҡ.
1. Ит-май ултырыу; һимереү (малға ҡарата). □ Жиреть, набирать вес, становиться упитанным (о скоте). И Ҡыш буйына көс тупларға ла, яҙғыһын мал-тыуар көрәйеу менән ук көрәште ҡабат дөрләтергә ҡарар ҡылалар. Й. Солтанов.
2. диал. Ит ҡуныу, таҙарыу (кешегә ҡарата). □ Поправляться, полнеть (о человеке). И Көҙгө байлыҡта бер аҙ көрәйеп
693