Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 695 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨРӘН
КӨРӘКСЕ (Р.: лопатник; И.: one who makes spades; T.: kürekçi) и. диал.
Кәрәк эшләүсе. □ Лопатник; лопатчик (тот, кто изготовляет лопаты). И Ко-рәксенэн ҡар көрәй торған ецел дә, ҙур ҙа ағас кәрәк эшләтеп алдыҡ. «Ағиҙел», № 4, 2010.
КӨРӘКСУҠЫШ и. зоол. диал. ҡар. кө-рәкморон.
КӨРӘКТЕШ (Р: зуб-резец; И.: incisor; T.: kesici diş) и. анат. диал.
Ике өҫкө алғы теш. □ Зуб-резец. Көрәк-теш матур булырға тейеш.
КӨРӘКТӘЙ (Р: похожий на лопату; И.: spade looking; T.: kürek gibi) c.
1. Кәрәк кеүек, көрәккә оҡшаған. □ Похожий на лопату. И Көрәктәй ерән һаҡаллы, оҙон сәсле һәм бер ҡасан да битен йыумаған кеуек куренгән был кешеләрҙең кейемдәре лә, ғөрөф-ғәҙәттәре лә бөтөнләй икенсе. М. Хужин.
2. Сиктән тыш ҙур (ҡул, усҡа ҡарата). □ Большой, огромный (о руках, ладонях). ■ Биктимер, көрәктәй ҙур ҡулдарын һуҙып, бисәһен уҙ яғына тартып алды. К. Мәргән. Төлкөсура уны [Минрегөлдө] нимә тип йыуатырға ла белмәй, көрәктәй усы менән арҡаһынан һыйпай. Н. Мусин.
КӘРӘК ҺАҠАЛ (Р: густая, широкая борода; И.: broad and thick beard; T.: sakal) и.
Бөтә бит киңлегенә үҫкән ҙур, ҡуйы һаҡал. □ Густая, широкая борода. Кәрәк һаҡал уҫтереу. Кәрәк һаҡал ебәреу. ■ Кәрәк һаҡаллы урыҫ ҡарттары баштарын сайҡап ҡуялар. Картотека фондынан.
КӨРӘК-ҺӘНӘК (көрәк-һәнәге) (Р: инструменты для ведения хозяйства; И.: instrument; T.: aletler) и. йыйн.
Хужалыҡта ҡулланылған кәрәк, һәнәк, тырма кеүек нәмәләр. □ Инструменты для ведения хозяйства. ■ Бында Кыҙырас йәй көнө ауылда куреп ҡайтҡан көрәк-һәнәк тә, һабан да, хатта һаба ла бар ине. 3. Биишева.
КӨРӘЛЕҮ (көрәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. көрәү, страд, от көрәү.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында төп ҡылымға эйәреп, «күп булып, күпләп» мәғәнәһен бирә. □ Получать в большом количестве. ■ Көндөң дә, балыҡтың да уйнай
торған ваҡыты һайланды. Шуға курә балыҡ көрәлеп сыҡты. И. Насыри. Шакирйәнде база мөдире итеп урләттеләр. Бына шунан һуң уларҙың өйөнә байлыҡ көрәлеп инә башланы. М. Садыкова.
КӨРӘМӘ (Р: топор с поперечным лезвием; И.: kind of special axe; T: kovan kazıyıcı) и. диал.
1. Умарта соҡой торған арҡыры балта; бағау. □ Топор с поперечным лезвием (для выдалбливания колодочных ульев и бортей).
2. Бүрәнә араһына мүк һыҙлыҡлай торған ағас ҡалаҡ. □ Лопатка для конопатки.
КӨРӘН I [дөйөм төрки курән} (Р: бурый; И.: brown; T: kahverengi) с.
1. Ҡыҙҙырылған ҡәһүә төҫөндәге, ҡыҙғылт ҡара. □ Бурый, буровато-коричневый. Кара көрән. Кыҙғылт көрән. Сейә көрән. Көрән яулыҡ. Көрән ат. ■ [Уҡыусы] ҡыҙҙар көрән кулдәк кейеп, аҡ алъяпҡыс бәйләп, байрамса кейенеп килгән. 3. Биишева. Кыҙыл ғына кундән йугән төйҙөм, килешеп тора көрән дунәнгә. Халыҡ йырынан. [Брагин] ыҙғышҡан арала форсат табып бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Әкиәттән. Яҙғы таң атыр алдынан Моратша, уҙенең ҡыҫҡа тотороҡло, оҙон яллы, йөнтәҫ бәкәлле ҡара көрән атын етәкләп, Муса мулла тыҡрығына килде. М. Кәрим.
2. диал. Миләүшә төҫ; ҡыҙыл күк. □ Фиолетовый. Көрән ҡара. ■ Талғын иҫкән дымлы ел иркенә көрән суғын болғай сирендәр. Ә. Вәли. • Һары мәтрушкә — алтмыш төрлө ауырыуға, көрән мәтрушкә — етмеш төрлө ауырыуға дауа. Әйтем.
3. диал. ҡар. һоро 1. Көрән айыу. ■ Линара ] урта буйлы, һарғылтыраҡ йөҙлө, йәшкелт көрән куҙле кешенең уҙенең атаһы икәненә ышана ла алмай торҙо, әллә нисек, башта ят бауыр һымаҡ тойолдо. Л. Якшыбаева.
КӨРӘН II (Р: ручеёк; И.: streamlet; T: dere) и. диал.
Яҙын ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, гөрләп аҡҡан һыу; гөрләүек. □ Ручеёк, ручей; поток талых вод. Тау көрәне. Балалар көрәндә кәмә йөҙҙөрә. Көрәнде быуыу.
695