Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 696 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨРӘНДЕ
КӨРӘНДЕ (Р.: куча; И.: heap, pile; T.: küme) и. диал.
1. Өйөм (ҡар, суп һ. б.). □ Куча. Суп көрәндеһе. Ҡар көрәндеһе. Тупраҡ көрәндеһе.
2. Сүп-сар түгә торған урын; сүплек.
□ Мусорная яма. Көрәндегә ҡарғалар йыйылған. Көрәндегә суп ташлау.
3. миф. Ен-шайтандарҙың йәшәгән урыны, сихыр ояһы. □ Место обитания нечистой силы и порчи. ■ Көрәнденән һепертке, сепрәк алһац — боҙомға. Башҡорт мифологияһынан.
КӨРӘН КҮРӘН (Р.: осока буроватая; И.: sedge species; T.: esmerimsi saparna) и. бот.
Күрән һымаҡтарға ҡараған көрән йәки асыҡ йәшел төҫтәге күп йыллыҡ үҫемлек; шыбаҡ. □ Осока буроватая (лат. Carex brunnescens).
КӨРӘНКӘ и. иҫк. ҡар. ҡаҙаҡ II. Бер көрәнкә он. ■ [Кинйә — Һатлыҡҡа:] Бөгөн килеп бер көрәнкә шәкәр, әсмухә сәй менән халыҡты алдаштыралар. Ғ. Ибраһимов.
КӨРӘНЛӘНЕҮ (көрәнлән-) (Р: буреть;
И.: grow brown; T.: kahverengi olmak) ҡ.
Көрән төҫкә инеү, көрән булыу. □ Буреть, приобретать бурый цвет. ■ Куҙ алдына килде, бөгөн тацда булып уткән төҫлө, ул көндәр, көрәнләнеп аҡҡан йылы ҡандар, окоп өҫтөндәге төтөндәр. Ә. Вәли.
КӨРӘНЛӘТЕҮ (көрәнләт-) (Р: превратить в бурый цвет; И.: make brown (of hue); T.: kahverengi haline getirmek) ҡ.
Көрән төҫкә әйләндереү. □ Превратить в бурый цвет. ■ Алъяпҡысым көрәнләттем көрән матур кергәнгә. Йырҙан.
КӨРӘНСӘЙ (Р: бурый конь; И.: sorrel; T.: kula at) и. ирк.
Көрән ат. □ Бурый конь. И Ел теймәҫ Ерәнсәй, бил бирмәҫ Көрәнсәй. Ерәнсәй ҙә менән, ай, көрәнсәй тибен тибә тауҙың уцерендә. Халыҡ йырынан.
КӨРӘНҺЫУ с. аҙһ. дәр. ҡар. көрән. уменьш. степ, от көрән.
Көрәнгә тартым. □ Буроватый, коричневый. Көрәнһыу төҫ. Көрәнһыу ала ат. Көрәнһыу ҡара сәс буяуы.
КӨРӘН ЫЛЫМЫҠТАР (Р: водоросли бурые; И.: brown algae; T.: kahverengi algler) и. бот.
Һай урындарҙа һыу төбөндә үҫеп сыҡҡан еп һымаҡ көрән үҫемлек. □ Водоросли бурые (лат. Phaeophyta). ■ Көрән ылымыҡтар — 10—150 метр тәрәнлектә таштарға йәбешеп уҫә торған уҫемлектәр. Көрән ылымыҡтарҙың тиреле һабағы, япраҡтары була. Көрән ылымыҡтар бер көн эсендә 1 метрға тиклем уҫә ала. Интернет селтәренән. Көрән ылымыҡтар кеше организмына кәрәкле йодҡа бай. В. Ғүмәров. Көрән ылымыҡтар бактерияларҙы юҡ итеу уҙенсәлегенә эйә. Эсәктәрҙән токсиндарҙы, радионуклидтарҙы, ауыр металдарҙы, тоҙҙарҙы сығарыуҙа ярҙам итә көрән ылымыҡтар. Көрән ылымыҡтар нервы ауырыуҙарынан дауаланғанда, йөрәк эшмәкәрлеген нормалләштереуҙә, ғөмумән, организмдың дөйөм хәлен яҡшыртыуҙа файҙаланыла. Башҡортостан календарынан.
КӨРӘТЕҮ (көрәт-) ҡ. йөкм. ҡар. көрәү. понуд. от көрәү.
КӨРӘТТЕРЕҮ (көрәттер-) ҡ. йөкм. ҡар. көрәтеү, понуд. от көрәтеү.
КӨРӘТӘ и. диал. ҡар. бағау 1.
КӨРӘҮ (көрә-) (Р: грести; И.: shovel; Т.: kürümek) ҡ.
1. Кәрәк менән һоҫоп-һоҫоп ситкә алыу. □ Грести, разгребать, сгребать, отгребать. // Разгребание, сгребание, отгребание. Ситкә көрәу. Ком көрәу. Ер көрәу. Кар көрәу. ■ [Мырҙабай балаларына] эшен табып ҡына тора: йәй булһа — урманда утын әҙерләу, бесән сабыу, уларҙы ташыу, кәртә-ҡураны нығытыу; ҡышҡа инһәң, — утын ҡырҡыу, мал тәрбиәләу, ҡар көрәу, тағы әллә ни тиклем донъя эштәре. Н. Мусин. Кар көрәу биш-алты көнгә һуҙылды. Ә. Хәкимов. Кар тәрән ултырған, уны көрәп ташламай тороп эскә инеу мөмкин тугел ине. Т. Хәйбуллин.
2. кусм. Хәл ҡылымдың -п формаһында төп ҡылымға эйәреп, «күпләп, күп итеп» мәғәнәһен бирә. □ Получать в большом количестве, загребать. Аксаны көрәп алыу. Алтынды көрәп алыу. Көмөштө көрәгән генә. ■ [Әбей — абыстайға:] Алла инде һиңә бәхетте көрәп-көрәп, итәк тултырып биргән. Т. Хәйбуллин. Котләхмәт бына тигән трак-
696