Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 697 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨРӘШЕҮ
торист — бер булдымы? Аҡсаны, икмәкте көрәп ала — ике булдымы? М. Кәрим.
КӨРӘШ [боронғо төрки курәш-} (Р.: борьба; И.: struggle; T.: güreş) и.
1. спорт. Көс һәм етеҙлекте һынау өсөн билдәле бер ҡағиҙәләр нигеҙендә алып барылған спорт ярышы; кемйығарҙан башҡарылған алыш. □ Борьба, схватка, единоборство. Милли көрәш. Ирекле көрәш. Классик көрәш. Көрәш алымдары. Көрәштә ҡатнашыу. Көрәш тәртиптәре. ■ Ишмөхәмәт кантон уҙе ат сабышы, көрәш, ғәжәйеп уҙенсәлекле һунар ярыштары ойошторорға әуәҫ, уларҙыц уртаһында ҡайнаған дәртле, дарманлы бер ир-азамат булған. Т. Килмөхәмәтов. Әхмәҙиә атын туғарып бесәнгә ҡушты ла тауҙыц иц тубәһендә туцәрәкләп торған кешеләр янына китте. Кубеһе ир-ат, геу килешәләр, көрәш ошонда баралыр, көтөусегә иц ҡыҙығы шул. Р. Солтангәрәев. Һуңғы ваҡытта төбәктә футбол, баскетбол, бокс, көрәш, дзюдо, гер кутәреу кеуек спорт төрҙәре уҫешеп, яҡташтар улар буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. «Юшатыр», 22 декабрь 2011. • Батыр даны — көрәштә. Мәҡәл. Ир-егет бер көрәштә ике йығылмаҫ. Әйтем. Көрәш ҡорбанһыҙ булмаҫ. Әйтем.
2. Йәмғиәттең ҡапма-ҡаршы көстәре араһындағы алыш. □ Борьба, схватка. Сәйәси көрәш. Синфи көрәш. ■ Мәғҙәндә синфи көрәш, идеологик бәрелеш тулыһынса осланғайны тиерлек. Р. Камал. Әҫәрҙә ваҡиғалар байҙар менән ярлылар араһындағы көрәшкә нигеҙләнгән. М. Ғәли. Беҙҙец көрәш мал өсөн тугел, беҙҙец көрәш — синфи көрәш. Д. Юлтый. Егерменсе йылдар башында, мәҫәлән, рус һәм татар әҙәбиәтендә төрлө ағымдар көрәше киҫкенләшеп китә. Ғ. Хөсәйенов. Киләсәккә, матур көндәргә көрәш аша ғына киленә. X. Ҡунакбай.
3. Ауырлыҡты, ҡаршылыҡты еңеүгә, ни-ҙелер юҡ итеүгә, бөтөрөүгә йүнәлтелгән эш. □ Борьба (против чего-л.). Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш. Эскеселеккә ҡаршы көрәш. Тәртипһеҙлеккә ҡаршы көрәш. Бюрократияға ҡаршы көрәш. ■ Котлоғужин уҙе иц инсафлы балыҡсы булыу менән бер рәттән, балыҡ ҡоротҡостарыныц рәхимһеҙ дош
маны, йәмәғәт башланғысы тәртибендә браконьерҙарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Д. Исламов. Тулҡынға ҡаршы көрәш оҙаҡ барған. 3. Биишева.
4. Ниндәйҙер маҡсатҡа йүнәлтелгән көсөргәнешле эш. □ Борьба (за что-л.). Тыныслыҡ өсөн көрәш. Икмәк өсөн көрәш. ■ Алда көрәш әле бөтмәгән, тәрән йомғаҡтарын һутмәгән. Д. Юлтый. Көрәш һорай беҙҙән батырлыҡты, көрәш һорай әҙер булыуҙы. X. Ҡунакбай.
5. кусм. Бәхәс, үҙ-ара әйтеш. □ Спор, словесная перепалка. Һуҙ көрәше. ■ Куберәк кинәйәнән торған был көрәште [Тимерғәле менән Үмәрҙец әйтешеуен] Гөлйөҙөм тулыһынса ацлай алманы. Һ. Дәүләтшина.
6. махс. Үҫеш процесында ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың бәрелеше (тәбиғәттә, йәмғиәттә). □ Столкновение различных сил. ■ Тәбиғәттец иркен кукрәгендә мәцге көрәш, мәцге хәрәкәт; мәцге тыуыу, мәцге артып тороу менән бергә улем-һәләкәт. Картотека фондынан. Ике көс — кеше һәм тәбиғәт араһында ҡапма-ҡаршы көрәш башланды. Н. Иҙелбай.
КӨРӘШ-АЛЫШ (Р: единоборство; И.: single combat; T.: güreş) и.
1. Бер үҙе (яңғыҙ) ҡаршы тороу (көрәшеү, алышыу). □ Единоборство. Бергә-бер көрәш-алыш. Бергә-бер көрәш-алышҡа сығыу.
2. Күмәк кешенең һуғыш-бәрелеше. □ Схватка. ■ Бөтә табын йорто ҡатайҙарға ташланған. Көрәш-алыш ҡаты булған. Ә. Вахитов.
КӨРӘШ БИРЕҮ (көрәш бир-) (Р: всту пить в борьбу; И.: engage (smb); T.: güreşmek) ҡ.
Ярышып, көс һынашырға халыҡ алдына сығыу; көрәшкә сығыу. □ Вступить в борьбу, принять бой. И Барсынһылыу ҡашына егет килһен, Барсынға көрәш бирһен. «Алпамыша».
КӨРӘШЕҮ I (көрәш-) (Р: бороться; И.: grapple (with); wrestle (with) T.: güreşmek) ҡ.
1. Бер-береңде билдәләнгән ҡағиҙә буйынса билдән алып көс һынашыу; алышыу. □ Бороться, состязаться, сражаться. // Борьба. Һабантуйҙа көрәшеу. Билғау һалып көрәшеу. ■ Бик оҙаҡ көрәшкәс, Ал
697