КӨРӘШЕҮ
памыша уң ҡулы менән Барсынды кутәреп алды, ти. «Алпамыша». • Көрәшә белмәһәң, көрмәкләшмә. Әйтем. Еңгән кеше «еңдем» тимәҫ, «көрәштем» тиер. Әйтем.
2. Ҡаршы торған ижтимағи көс менән алышыу. □ Бороться (с кем, чем-л.). // Борьба. Дошман менән көрәшеу. ■ Башҡортостандың ирке, азатлығы өсөн көрәшеп һәләк булған тағы ла купме аҫыл заттарыбыҙ тарих төпкөлдәрендә онотолоп ҡалыуға дусар ителгән. Р. Шәкүр. Тиҙерәк уҫергә, егет ҡорона етергә кәрәк уға [Сәйфетдингә]. Мөғәллим булырмы, юҡмы, ә бына яуыз турәләр менән көрәшергә бил быуасаҡ. Ә. Хәкимов, е Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө. Мәҡәл.
3. Икәү-ара тартышыу, алышыу. □ Схватываться, сражаться. // Схватка, сражение. И Аҡыллылар.. бар аҡылды көрәшергә саҡырғандар, ҡарап ҡарайыҡ: бер һылыуҙы еңер микән? Ш. Бабич. [Сәләхиев:] Фәхри менән Вәли Хәсәновтың тартышыуына мин ике кешенең уҙ-ара көрәшеуе генә тип ҡараным. Ғ. Ибраһимов.
4. Ауырлыҡ, ҡаршылыҡ менән алышыу; еңеп сығыу, ниҙелер юҡ итеү, бөтөрөү өсөн көс һалыу. □ Бороться (за что-л.). //Борьба. Ҡоролоҡ менән көрәшеу. Эскелеккә ҡаршы көрәшеу. Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшеу. Рак ауырыуына ҡаршы көрәшеу. ■ [Айбулат] йөрәген өҙөп барған әрнеу менән көрәшеп тыныс булырға һәм Гөлйөҙөмдө лә тынысландырырға тырышты, һ. Дәүләтшина. Аҡназар менән Гөлбоҫтан еңгәйҙең дә тырышып-тырмашып йомран, сиңерткә, ирлән кеуек иген ҡоротҡостар менән өҙлөкһөҙ көрәшеуҙәре арҡаһында, арыш емерелеп уҫте. Ғ. Дәүләтшин.
5. Билдәле бер маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмалы эш алып барыу. □ Бороться (с какой-л. целью). // Борьба. Хаҡлыҡ өсөн көрәшеу. Сифат өсөн көрәшеу. Вәхшәтлек менән көрәшеу. Ғажизлыҡ менән көрәшеу. Сәләмәт балалыҡ өсөн көрәшеу. И [Вася:] Ул хаҡлыҡ тигән нәмә көрәшмәйенсә табылмай икән. Д. Юлтый. Тыныслыҡты тик ятып тугел, ә көрәшеп алырға кәрәк уны. Ә. Бикчәнтәев.
КӨРӘШЕҮ II (көрәш-) ҡ. урт. ҡар. көрәү 1. взаимн. от көрәү 1.
КӨРӘШЕҮСЕ (Р.: борец; И.: wrestler; T.: güreşçi) и.
Ижтимағи көстәр араһындағы көрәштә ҡатнашҡан кеше; көрәшсе. □ Борец (тот, кто борется за что-л.). Азатлыҡ өсөн кө-рәшеуселәр. Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеусе. Алдынғы идеяларҙың еңеп сығыуы өсөн көрәшеусе. ■ [Малкин:] Буржуаз идеологияны фашлаусы, яңылыҡ осон көрәшеусе пролетар әҙәбиәтселәр сафында минең урын! Ә. Хәкимов. Аҡмулла — заманында «ҡара төндәге яҡты йондоҙ» булып балҡыған оло талант. Ғәҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһы, ябай халыҡ өсөн көрәшеусе. Интернет селтәренән. Был залға тулған халыҡ .. ҡанлы һуғыштарҙы утеп, ярлы ауылдан, завод-фабрикаларҙан кутәрелеп сыҡҡан көрәшеуселәр ине. Ғ. Ибраһимов.
КӨРӘШСЕ (Р: борец; И.: wrestler; T.: güreşçi) и.
1. Көрәш ярышында ҡатнашҡан, көрәш менән шөғөлләнгән кеше. □ Борец. ■ Һабантуйға әҙерлек беҙҙең яҡта гөрләп тора: еңгәйҙәр яулыҡ әҙерләй, таҫтамал остары сигә, ҡыҙҙар, батыр көрәшселәргә арнап, мамыҡ бирсәткә бәйләй, суҡлы тубәтәйҙәргә ынйы теҙә. Д. Бүләков. Бе-рәуҙәре көрәшсегә көс биреп тора, икенселәре йугеректәрҙе дәртләндереп тауыш бирә, өсөнсөләре, атылған уҡтың сәпкә тура барып тейгәненә һоҡланып, яҙа киткәненә уфтанып, ҡысҡырып ебәрә. К. Мәргән. Ул [Буҙансы батыр] тирә-яҡта иң көслө көрәшсегә әйләнгән, бер батыр ҙа уның алдына сыға алмаған. Әкиәттән.
2. Ижтимағи көстәр араһындағы көрәштә ҡатнашҡан кеше. □ Боец. И Власть эйәләре нисек кенә тырышмаһын, нимә генә уйлап тапмаһын, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн бөйөк көрәшсе, бөйөк халыҡ батыры [Салауат батыр ] тураһындағы хәтерҙе юҡҡа сығара алманы. «Йәшлек», 16 июнь 2009.
КӨРӘШ-ТАЛАШ и. йыйн. ҡар. талаш. Үҙ ара көрәш-талаш башланды. Айырым төркөмдәр араһындағы көрәш-талаш. Айырым шәхестәрҙең көрәш-талашы. ■ Ҡалала ма-
698