Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 699 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көс
шина ҡуйыу урындары өсөн көрәш-талаш куптән бара. .. Ишек алдарындасы тауыш-ғауға, ыҙғыш-талаш тиҙ генә бөтөргә оҡшамай. «Киске Өфө», № 46, 2011.
КӨРӘШТЕРЕЛЕҮ (көрәштерел-) ҡ. төш. ҡар. көрәштереү, страд, от көрәштереү. ■ Яҙғы сәсеу бөткәс, ауылдарҙа бәйгеләр уткәрелә, аттар сабыштырыла, батырҙар көрәштерелә. Д. Юлтый.
КӨРӘШТЕРЕҮ (көрәштер-) ҡ. йөкм. ҡар. көрәшеү 1,1. понуд. от көрәшеү 1,1.
Үҙ-ара көрәшергә ыңғайлатыу, көс һы-наштырыу. □ Сводить в борьбе. И Бер-береһе менән бик дуҫ йәшәгән, ти, былар [Әйләр хан менән Буләр хан]. Һунарға сығып, ҡош атып, бәйге яһап, ат саптырып, батырҙарын көрәштереп, көс һынаштырып, куцел асып көн иткәндәр, ти. «Алпамыша».
КӨРӘШ ТОТОУ (көрәш тот-) (Р.: вести борьбу; И.: struggle (with, against); T: güreşmek) ҡ.
Алышыу, көрәшеү. □ Вести борьбу, бороться. ■ Егет риза булып көрәш тотҡан. Әкиәттән.
КӨРӘШТӘШ (Р.: соратник; И.: comrade (-in-arms); T.: savaş arkadaşı) и. .
Бер идея, бер маҡсат өсөн бергә көрәшеүсе кеше. □ Соратник, товарищ по борьбе. ■ Рус халҡының бөйөк шағиры Александр Сергеевич Пушкин Пугачёв һәм уныц иҫ китмәле ҡаһарман көрәштәштәре башҡорттар тураһында әҫәр яҙыу өсөн, Санкт-Петербургын, һөйөклө ҡатыны Наталья-ны, балаларын һәм дуҫ-иштәрен ҡалдырып, Башҡортостанға килгән, кургәндәренә һәм ишеткәндәренә таянып гузәл повесть ижад иткән. Н. Асанбаев.
КӨРӘШ-ҺУҒЫШ и. ҡар. һуғыш. ■ Данлы Ецеугә юл бик-бик оҙаҡ һәм әйтеп бөткөһөҙ ауыр булды. 1418 көн һәм төн тылда ла Ецеу өсөн аяуһыҙ көрәш-һуғыш барҙы. Интернет селтәренән. Полковник егерме һигеҙ йәшлек офицер сағындағы кеуек етеҙ генә итеп яңынан ҡара атҡа һикереп менде, көрәш-һуғыш өсөн тугел, иҙер, аяҡ аҫтына һалып тапатыр өсөн. Ғ. Ибраһимов.
КӨС [боронғо төрки куч-] (Р: сила; И.: power; T.: güç) и.
1. Йән эйәләренең физик эш йәки хәрәкәт башҡара алыу мөмкинлеге, һәләте; ҡеүәт, ҡарыу. □ Сила, мощь, могущество, мощность. Физик көс. Көс йыйыу. Көс китеу. Көс бөтөу. Көс инеу. Көстән яҙыу. Көс еткеһеҙ. Тау аҡтарырлыҡ көс. ■ Алышта ла, көрәштә лә көс кенә тугел, таҫыллыҡ та кәрәк. Ғ. Хөсәйенов. Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк. Р. Шәкүр.
• Атыц барҙа елеп ҡал, көсөң барҙа эшләп ҡал. Мәҡәл. Ирҙең көсө беләктә лә йөрәктә. Әйтем. Көслө — көсөн, һәнәрле эшен курһәтер. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер эш башҡара торған физик энергия; кешенең һалған хеҙмәте. □ Физическая сила. Кул көсө. Беләк көсө. Кеше көсөнән файҙаланыу. И Кукрәгендә ташып торған көсө булған таҙа ир Фәхри. Б. Бикбай. Шул ерҙә ул [Камыр батыр] көсөн һынап ҡарарға, юлды ла ошо таштың уртаһынан уткәрергә булған. Әкиәттән. • Батырҙың көсө көрәштә беленер. Мәҡәл. Буренең көсө тештә, кешенең көсө эштә. Әйтем. Көсөң барҙа эшләһәң, тешең юҡта ла тешләрһең. Әйтем. Яңы аттың көсө һабанда куренә. Мәҡәл. Егет кеше яуҙа көс менән алдырһа, яланда эш менән алдыра. Мәҡәл.
3. Кешенең ниндәйҙер эште башҡарыу өсөн кәрәк булған физик, аҡыл, рухи энергияһы; һәләт, тырышлыҡ. □ Душевная сила. Барлыҡ көстө һалыу. Эшкә көс табыу. Яңы көс менән эшкә тотоноу. ■ Алғы көнгә тағы бөтмәҫ көстәр йыйып, матур уйҙар мин ҡорам. Ғ. Амантай. Мал аҫырарлыҡ көсө юҡ ине Шәрғиәнең, һыйырҙы ла, тайҙы ла һатып ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Ғөбәйҙуллин тынысланды, дөрһөлдәп типкән йөрәк тибеше тигеҙләнде, әлегәсә етмәгән ышаныслы көс өҫтәлгәндәй итте. Я. Хамматов. Бала бит ул эшкә көс бирә, тормош йәме куберәк куренә. Ғ. Сәләм. «Хаҡлыҡ ҡасан булһа ла бер табылыр әле», — тип уйланы Сәғиҙә. Ошо уйҙар уға көс, ышаныс, туҙемлек бирҙе. М. Тажи.
• Атына көсө етмәгән тәртәһен туҡмаған. Әйтем.
4. Нимәнеңдер эш башҡарыуға булған физик ҡеүәте; физик үҙенсәлектән барлыҡҡа килгән эшмәкәрлек һәләте. □ Мощность,
699