Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 700 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көс
сила, энергия. Машина көсө. Ат көсө. һыу көсө. Ел көсө. Атом көсө. Ерҙең тартыу көсө. Ут көсө. Ток көсө. ■ Махсус һауытҡа ҡулай итеп суйын ҡапҡас эшләнде. Ул да электр көсө менән ҡаплана һәм асыла. С. Агиш. Бикморат олатайым, һыуҙың көсөн белгец килһә, уныц ағышына ҡарап йөҙөп ҡара, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙер. Н. Мусин.
5. Эш башҡарыусылар һанынан, күлә-менән килгән мөмкинлек. □ Сила, усилие (коллектива). Умарта кусенең көсө. ■ Ял итеуселәрҙец көсө менән кисә уҙғарылды бер көндө. Ғ. Сәләм. • Берҙә тугел, илдә көс. Мәҡәл. Купселек ҡайҙа — көс шунда. Әйтем. Кумәк көс тау аҡтарыр, кумәк кеше яу ҡайтарыр. Мәҡәл.
6. Авторитет, власть һ. б. менән билдәләнгән ҡеүәт. □ Могущество; сила воздействия. Дәуләт көсө. Партия көсө. Ҡоролтай көсө. Хакимиәт көсө. ■ Батшалыҡтың көсө хәҙер ныҡ икәнлеге уныц урындағы вәкилдәренең мәкерлерәк була дарыуҙарынан һиҙелеп тора ине. 3. Ураҡсин. Етешһеҙлектәрҙе һәр лесхоз уҙ көсө менән генә бөтөрә алмай, сөнки уларҙыц ҡулында етерлек көс тә, аҡса ла юҡ. Н. Мусин.
7. Нимәгәлер ҡаршы торор, тәьҫир итер сара; ҡеүәт. □ Сила воздействия (чувств). Сихри көс. Мөхәббәт көсө. ■ Мөхәббәтте еңер көс юҡ. 3. Биишева. Бар миндә ошо мөхәббәт, бар миндә һөйөу көсө. Р. Ниғмәти. Ниндәй сихри көс бар, йырсы, һинең кукрәктә? Һин йырлаһаң, ҡанат уҫә беҙҙең йөрәктә. М. Сөндөклө.
8. Тәнгә, ағзаға тәьҫир итеү һәләте. □ Действие, влияние на организм. Ағыу көсө. Дарыу көсө.
9. Йәмғиәттең эш, тормошҡа йоғонто яһау хоҡуғы. □ Правомочность, сила. Документты уҙ көсөндә ҡалдырыу. Юридик көскә эйә булыу. Закон көсө. ■ Юғары суд приговорҙы уҙ көсөндә ҡалдырҙы. X. Зарипов.
10. Ниҙеңдер ғәмәлләшеү кимәле, сағылыу дәрәжәһе. □ Мощность. Шартлау көсө. Яҡтылыҡ көсө. Ялҡын көсө. ■ Дөрләгән ялҡын көсөнән һиҫкәнеп уянды мазлум ил. Ш. Фидаи. Ләкин куп тә утмәне, дейеуҙең бөтә көсө менән укереуен ишетеп, тирә-
яҡтағы вағыраҡ дейеуҙәр, аждаһалар ярҙамға килделәр, ти. Әкиәттән.
11. Уй-тойғоноң ғәмәлләшеү, сағылыу кимәле. □ Проявление силы чувств. Асыу көсө. Нәфрәт көсө. Аҡыл көсө. ■ Аҡ бурҙай ишек төбөнә барып бер аҙ шыңшып тора ла, ишектең борған кейеҙенән матҡып тешләп ала ла йән көсө менән ишек келәһен аҡтарып асып өйгә инә. М. Буранғолов.
12. кусм. Ғәскәр, хәрби ҡеүәт. □ Сила (войска). Ҡораллы көстәр. Интервенттарға ҡаршы ҡораллы көс ҡулланыу. ■ Батша властары баш кутәреуселәрҙе баҫтырыу өсөн, даими армия менән бергә, ҡеуәтле хәрби көс булып танылған башҡорт һыбайлыларын файҙаланыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Р. Шәкүр. Ҡинйә, ҡайһы яҡта купме көс туп-ланылыуын самалап, ысынлап та, хәлдең бик ҡатмарланып китеуенә төшөнөп алғайны. Ғ. Ибраһимов. Тәжрибәле идарасы, ҡаты ҡуллы сардар булараҡ, мәмләкәтте аяҡҡа баҫтырыу, илдә тәртип урынлаштырыу юлында ул [Иҙеукәй] хәрби көскә, тимәк, ғәскәр башлыҡтарына таянасаҡ. Ә. Хәкимов. [Генерал-губернатор Перовский] илдең көнъяҡ сиктәрен киңәйтеу һәм нығытыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне: серле дипломатияны ла, хәрби көстө лә, мәкерле хәйләне лә эшкә екте. 3. Ураҡсин.
13. купл. Бер эш-маҡсат тирәһендә тупланған ижтимағи төркөм. □ Общественная группа. Демократик көстәр. Прогрессив көстәр. Реакцион көстәр. ■ Ҡараңғы урамдарҙан ҡайтыр яҡҡа атлаған ыңғайҙа Андрей бара-бара ла, юлдашының яурынын ҡыҫып: «Ҡурҙеңме инде аңлы пролетариат көсөн?!» — тип ҡуя. Ә. Хәкимов. Куңел һыҙлай, һыҙлай, һыҙлауыҡ бар, ҡара көстәр мине тотҡанға. Ш. Бабич. Журналға [<Дәһри»гә] уҙҙәренең ҡәләмдәре менән танылған куп кенә мәҙәни көстәр ҡатнашлыҡ итә. Т. Йәнәби.
14. кусм. Ҡыйынлыҡ, ауырлыҡ. □ Тяжесть, усилие, напряжение. ■ Кугәреп тәятҡан кук арҡаны артылыуы атҡа көс булды. Халыҡ йырынан. ® Көн һыуығы — ҡолаҡҡа көс, юл боҙоғо — аяҡҡа көс. Әйтем. Үткер ҡылыс — ҡынға көс, утмәҫ ҡылыс — йәнгә
700