КӨС-КӘР
көс. Әйтем. Аҡылыц булмаһа, аяғыңа көс килә. Әйтем.
15. миф. Үҙенең эйәһе булған эске энергия. □ Сила, мощь (мифологизированная олицетворённая внутренняя энергия). И Көстөц ҡотон осорма. Башҡорт мифологияһынан.
КӨС АҒАСЫ и. диал. ҡар. тыйғыса.
КӨС АЛЫУ (көс ал-) (Р.: вдохновляться; И.: take heart; T.: güç almak) ҡ.
Ниндәйҙер эшкә рухланыу, дәртләнеү. □ Вдохновляться, получить поддержку. Тыуған яҡтан көс алыу.
КӨС БИРЕҮ (көс бир-) (Р: подбадривать; И.: bear up; T.: güç vermek) ҡ.
Ниндәйҙер эшкә рухландырыу, дәртләндереү. □ Подбадривать, давать импульс, поддержать. Ижадҡа көс биреу. ■ Департамент тарафынан йәштәрҙе уҫтереу, таланттарҙы табыу, уларға этәргес көс биреу кеуек йунәлештәрҙә программалар төҙөлә һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса төрлө саралар комплексы ойошторола. «Йәшлек», 27 сентябрь 2008. Дошманға нәфрәт һуғышта көс бирә, ҡыйыулыҡ өҫтәй. И. Ғиззәтуллин.
КӨС БӨТӨҮ (көс бөт-) (Р: слабеть;
И.: weaken; T.: güçsüzleşmek) ҡ.
Көсһөҙләнеү, хәлһеҙләнеү. □ Слабеть, обессилевать.
КӨС-ҒӘЙРӘТ и. йыйн. ҡар. ғәйрәт. ■ Көс-ғәйрәт, туҙемлек бир, Аллам; башҡортмон тип кукрәгемде ҡағам. «Киске Өфө», № 6, 2010. Кук кукрәне, геу килде, йөрәк, тертләп, елкенде; көс-ғәйрәттән тәҙрәнең өлгөләре һелкенде. М. Ғәли.
КӨС-ДАРМАН и. йыйн. ҡар. дарман. И Ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына, алда барыбер матур киләсәк көтә, тигән ышаныс һәр саҡ көс-дарман бирә. Шуға курәлер, бөгөн дә ул [Марат Хәсәнов] тормошонан йәм табып, рух кутәренкелеге менән гөрләтеп йәшәп ята. Интернет селтәренән.
КӨС ЕТЕҮ (көс ет-) ҡ. ҡар. көстән килеү.
КӨС ЕТМӘҪЛЕК (Р: непосильный; И.: beyond one's strength; T.: harcı olmayan) c.
Хәлдән килмәй торған. □ Непосильный. ■ Харистың әйткәндәренең аяуһыҙ асылы Дилбәрҙең яурынына көс етмәҫлек йөк булып ятты, шул уҡ ваҡытта ул, ҡото осоп, куңеленән генә ире менән ризалашырға мәжбур икәнен тойҙо. Г. Ғиззәтуллина.
КӨС КИЛЕҮ (көс кил-) (Р: надрываться; И.: grub away; T.: yırtınmak) ҡ.
1. Ауырлыҡ төшөп, зарарланыу. □ Надрываться. Ауыр кутәрмә, көс килер.
2. Ауырлыҡ төшөү, ҡыйын булыу. □ Трудно прийтись, достаться кому-чему. Йәнгә көс килеу. Намыҫҡа көс килеу.
КӨС-КӨС (Р: кус-кус; И.: sound imitative word for calling puppies up; T: şıpı şıpı) саҡ.
Көсөк саҡырғанда әйтелә. □ Кус-кус (возглас, которым подзывают щенков). «Көс-көс» тигәнгә көсөк иғтибар ҙа итмәне.
КӨСКӘ (Р: еле; И.: hardly; T: güç belâ) р.
Ҡыйынлыҡ, ауырлыҡ менән; саҡ. □ Еле, с трудом, кое-как, насилу. ■ [Егет] ташты көскә-көскә ҡуҙғатып, ситкә эткән, ти. Әкиәттән. Ирназар уҙенең ни хәлгә тары-уын көскә аңлай башланы. Ә. Хәкимов. Кул эйәһе айыуҙан көскә ысҡынып, ҡайтанан егет янынан килгән. Әкиәттән. Мәғфурә, ҙур, ауыр, ҡыҙыл төҫлө эре биҙәкле балаҫты көскә кутәреп, тирмәгә алып китте. Һ. Дәүләтшина. Кояшты тау артына тәгәрәтеп төшөрөп ебәрерҙәй булып көтә торғас, сәғәт көскә етегә яҡынлашты. Т. Йәнәби.
КӨСКӘ-КӨСКӘ р. ҡар. көскә. ■ Быймасы, ҡәләм тотоуға кунекмәгән бармаҡтарын көскә-көскә ипкә килтереп, аҫҡы иренен тешләп, башын уң яҡҡа саңҡайтҡан килеш, хәрефтәрҙе берәмтекләп сығарып, ныҡ баҫып яҙырға тотондо. Б. Бикбай. Карауыҙ артҡы аяғына көскә-көскә баҫа һәм өҙлөкһөҙ яраланған урынын ялай ине. С. Кулибай. Хан: «Миңә аждаһа кәрәкмәй, кире ебәр уҙен!» — тип көскә-көскә генә әйтә алған. Әкиәттән.
КӨС-КӘР и. йыйн. ҡар. кәр I. ■ Тәбиғәттең иҫ киткес гузәл ҡосағында урынлашҡан шишмә һыуын ауыҙ итеп, рухыбыҙҙы таҙарттыҡ, тәнгә сихәт, йәнгә көс-кәр өҫтәнек. «Шоңҡар», № 8, 2011. Илһам алған халҡым, көс-кәр алған тауҙан, таштан, ерҙән, һыуҙарҙан. Р. Шәкүр.
701