Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 702 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨСКӘ ТАЯНЫУ
КӨСКӘ ТАЯНЫУ (көскә таян-) (Р.: опираться; И.: rely on force; T.: güç kullanmaya ummak) ҡ.
Нәмәнелер хәл итеү өсөн көс ҡулланырға ниәтләнеү, теләү. □ Опираться, надеяться на силу, применение силы (при решении какого-н. дела). • Көсөцә таянма, аҡылыңа таян. Әйтем.
КӨСКӘ УЛТЫРЫУ (көскә ултыр-) (Р.: окрепнуть физически; И.: grow sturly; T: güçlenmek) к.
Үҫеп нығыныу, ҡиәфәт баҙыҡланыу, аяҡ-ҡулдар көслөгә әйләнеү. □ Окрепнуть физически. ■ Һуғыш осоронда көскә ултырмаған балалар ҙа тылдағы эштәргә әуҙем ҡатнашты. Экспедиция материалдарынан.
КӨС ҠАЙТЫУ (көс ҡайт-) (Р: набраться сил; И.: summon strength up; T.: güçlenmek) к.
Көс-хәл инеү, арыуланыу; хәлләнеү. □ Набраться сил, подкрепляться. ■ Йоҡоһо туйып, быуындарына көс ҡайтҡан егет, дымлы шинелен ҡырға атып, һикереп торҙо ла аптырап ҡалды. Ә. Хәкимов.
КӨС-ҠЕҮӘТ (Р: сила и мощь; И.: strength and power; T.: güç) и. йыйн.
Көс һәм ҡеүәт. □ Сила и мощь. Көс-ҡеуәт артыу. Көс-ҡеуәт биреу. ■ Йырҙа йөҙәр йыл ултырған, ағастарҙы ла тамыры менән аҡтара алырҙай көслө дауыл тауышы ишетелә, был йырға ер тетрәткес көс-ҡеуәт йәшеренгән. Д. Юлтый. Карағош һармыштарға көс-ҡеуәт биргән, осар ҡанат ҡуйған ырыу ҡошо ине. 3. Ураҡсин. [Рамаҙандың] ҡулында ҡорал, типһә тимер өҙөрлөк көс-ҡеуәт бар. Ә. Хәкимов. Көс-ҡеуәт бар саҡта уҙ теләгең менән тубән тәгәрәу ирлек тугел. Н. Мусин. Бәғиҙә Исхаҡтың һаҡал-мыйыҡ саҡ беленеп килгән йөҙөнә, көс-ҡеуәт инә башлаған кукрәгенә, беләктәренә ҡыҙығып, оҙаҡ ҡарай. Ш. Янбаев. Алыш башлана. Көс-ҡеуэттең бөтәһе ерҙән инде. М. Кәрим.
КӨС ҠУЛЛАНЫУ (көс ҡуллан-) (Р: применять силу, насилие; И.: use force; T.: güç kullanmak) ҡ.
Кемгәлер көс менән баҫым яһау, көс менән тыңлатырға, буйһондорорға тырышыу.
□ Применять силу, насилие (по отношению к кому-л.). И Бала тәрбиәләгәндә көс ҡулланыуҙың кәрәге юҡ, ацлатып уҫтерергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
КӨСЛӨ I (Р: сильный; И.: strong; T.: güçlü) с.
1. Кәүҙәһе, ҡул-аяҡтары ҙур физик көскә эйә; ҡеүәтле. □ Сильный, мощный. Көслө кеше. Көслө ат. ■ Борхан бабайымды [Салауат районы Арҡауыл ауылы] тирә-яҡта танылған көслө көрәшсе тиерҙәр ине. Экспедиция материалдарынан. Ояһында эт тә көслө, тиҙәр, икеләтә көслө буреләр. Р. Шәкүр, һупаҡ бик көслө бәһлеуән булып уҫкән. Уға «Бик көслө булғас, Һулаҡ ағайыңды эҙләп алып ҡайт!» — тигәндәр. Әкиәттән. Ерән ҡашҡа, йәш булһа ла, көслө икән: шул тиклем бесәнде һәм биш кешене елдертеп алып ҡайтты. Ғ. Ибраһимов. «Әрәм булып ҡуймағыҙ, тәуҙә шуны уйлағыҙ. Үҙегеҙҙән көслөрәк берәй хайуан һайлағыҙ», — тигәс, былар яман көлгән, ти. «Урал батыр». • Көслө ҡурҡыныс тугел, усле ҡурҡыныс. Мәҡәл.
2. Ихтыяр көсө ҙур, үҙ инаныуҙарына ныҡ ышанған, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға торған. □ Сильный (духом, в убеждениях). Көслө ихтыяр. Көслө рух. ■ Батырша, Салауат Юлаев кеуек көслө ихтыярлы шәхестәр башҡорт ихтилалдарын етәкләй ҙә инде. М. Иҙелбаев. Оҫта йырсылар, ҡурайсылар күңелендә ниндәйҙер көслө тойғолар тәьҫирендә дурт юлдан торған йыр ҡапыл ғына тыуырға мөмкин. .. Бындай йырҙарҙа шулай уҡ рухи байлыҡ булған данды донъя малынан өҫтөн ҡуйыу мотивтары көслө. С. Галин. Халыҡ ҙур ул, көслө ул, дәртле ул, монүю ул, шағир ул. Ғ. Туҡай. • Рухы көслө — көслө кеше. Мәҡәл. Көслө көслөгә усле. Әйтем.
3. Яҡшы ҡоралланған, хәрби әҙерлекле.
□ Сильный, могучий. Көслө армия. Көслө отряд. Көслө ҡәлғә. Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең Башҡортостанда тупланған 112-се көслө хәрби атлы дивизияны генерал Шайморатов етәкләне. ■ Тиҙ генә ғәскәр туплап, ҡаршы барып ҡарай был, әммә теге яҡ бик көслө булып сыға. Әкиәттән. Беҙҙең армия көслө бит ул, фашистарҙы ҡыуҙылар.
702