Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 703 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨСЛӨК МЕНӘН
Ҡобайырҙан. Көслө удар арҡаһында дошман артына сигә. Экспедиция материалдарынан.
4. Ижтимағи яҡтан да, иҡтисади мөмкинлектәре яғынан да ҡеүәтле булған (ил, дәуләткә ҡарата). □ Сильный, могучий (о государстве, стране). Көслө дәуләттәр. Көслө курше йөмһуриәттәр. Көслө ил. Көслө хужалыҡ. • Көслө ырыу хан ҡуйыр, усле ырыу ҡан ҡойор. Мәҡәл.
5. Эш башҡарыу мөмкинлеге ҙур; ҡеүәтле. □ Мощный. Көслө мотор. Көслө трактор. Көслө аппарат. ■ Тиҙҙән көслө тракторҙар, комбайндар менән баҫыуҙар гөрләп торор. М. Ғафури. [Электр] теләһә, тау-таш ваттыра, төндә тацдар аттыра... Унан көслө илдә юҡ. Ғ. Амантай. • Оялы көсөк көслө була. Мәҡәл. Көслө умарта геуләуенән билгеле. Мәҡәл.
6. Тәбиғәттә, донъяла булған төрлө ҡеүәтле, афәтле күренештәр. □ Обильный, сильный (о природных явлениях типа сильного потока, мощного грома, сильного пожара ). Көслө ел. Көслө ямғыр. Көслө ағын. Көслө кукрәу. Көслө дауыл. Көслө янғын. ■ Куҙ асҡыһыҙ көслө буранда ҡайҙа бараһың? Экспедиция материалдарынан. Хәҙер беҙ, ил батырҙары, куктә иҫкән йылғыр елдән көслө дауыл ҡуптарып, уҙҙәренең йыртҡыслығын уҙҙәренә кире өйләндерергә тейешбеҙ! М. Буранғолов. Карағай ҙа ағас — матур ағас, көслө елдәргә лә бирешмәй. Башҡорт халыҡ йырынан. Кукрәне кук, тетрәне ер, иҫте киҫкен көслө ел. Ш. Фидаи. • Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө. Мәҡәл.
7. Үҙ һәнәренә бик маһир булған, оҫта башҡарған; үҙ эшенең бөтә нескәлеген белгән; оҫта, һәләтле. □ Способный, отлично исполняющий (о профессиях). Көслө артист. Көслө врач. Көслө баянсы. Көслө пианист. Көслө шахматист. Көслө яҙыусы. Көслө йырсы.
8. Булыуы, сағылыу кимәле ҙур, юғары дәрәжәлә булған. □ Сильный. Көслө ағым. Көслө ел. Көслө тауыш. ■ Паровоздарҙан сыҡҡан ҡуйы дегет төҫлө ҡап-ҡара төтөндәр, көслө янғынды хәтерләтеп, куккә олғаша. М. Тажи. Бер көн көслө дауыл кутәрелде, .. ул йәйелде бөтә илдәргә. X. Ҡунаҡбай.
9. Кемгәлер йәки нимәгәлер нәтижәле йоғонто яһай торған, тиҙ дауалай торған (дарыуға ҡарата). □ Сильно действующий (о лекарствах). Көслө дарыу. Көслө укол.
10. Тәрән, ҙур хис-тойғолар сағылышы.
□ Сильное чувство. Көслө тойғо. Көслө дәрт. Көслө теләк. • Үлемдән оят көслө. Әйтем.
11. Тәьҫир итеү көсө ҙур булған, бирешмәй торған. □ Сильный, впечатляющий. ■ Башҡорт драматургы Д.Юлтыйҙың «Карағол» трагедияһы идеяһы һәм әҙәби эшләнеше яғынан һәр төрлө тәнҡитте ку-тәрерлек көслө драма әҫәре була. М. Мәһәҙиев. Улар [мәҡәлдәр] иц хәрәкәтсән, иң оператив жанр булыу менән бергә, уҙҙәрен иң уткер көрәш ҡоралы итеп тә, көслө тәрбиә сараһы итеп тә танытты. М. Сәғитов. Көслө тәнҡит — һис бер һынмай торған ҡорос ул. М. Ғафури.
♦ Көслөнөкө замана «кем көслө, шул яҡшы йәшәй торған осор, көскә таянып йәшәүселәр өсөн генә яҡшы ваҡыт» тигән мәғәнәне белдерә. □ У кого больше прав, тот и прав. доел. Времена сильных.
КӨСЛӨ II (Р: очень хорошо; И.: strong; T: güçlü) р.
1. Ныҡ; үтә. □ Сильно. ■ Холҡоң-фиғелең бик килгән, бер ҡарап туйҙым, тимәм, сәғәт һайын көслөрәк тартылам һиңә, ниҙән? Ҡобайырҙан.
2. Бик яҡшы, тейешле дәрәжәлә. □ Очень хорошо, в должной степени. Эш бик көслө ҡуйылған. Уйын бында бик көслө бара.
3. диал. Бик күп (йәнле нәмәләргә ҡарата).
□ Очень много (о живых существах). Былтыр беҙҙә буре бик көслө булды.
КӨСЛӨК (көслөгө) (Р.: трудность; И.: difficulty; T: güçlük) и.
Ауырлыҡ, ҡыйынлыҡ; ҡаршылыҡ. □ Трудность, затруднительность, затруднение. ® Көслөк барҙа услек бар. Мәҡәл.
КӨСЛӨК МЕНӘН (Р: силой; И.: by force; T: güçlükle) р.
1. Көс ҡулланып, ирекһеҙләп. □ Силой, насильно, насильственно, насильственным путём. ■ Көслөк менән бирҙеләр ҡарт кешегә мине. Экспедиция материалдарынан.
703