Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 704 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көслөлөк
[Гөлкәй:] Хан мине көслөк менән алып китергә килгән. И. Ниғмәтуллин.
2. Ҡыйынлыҡ менән, сараһыҙҙан. □ С трудом, насилу; от безысходности. И [Үмәр ҡарт] көслөк менән, риза булды. Һ. Дәүләтшина. Ҡайнап торған ҡала уртаһынан әкрен генә бара бер кеше... Арҡаһына аҫҡан ҙур ҡапсығын көслөк менән саҡ-саҡ күтәрә. М. Ғафури.
КӨСЛӨЛӨК (көслөлөгө) (Р.: мощность; И.: force; T.: güçlülük) и.
1. Көслө, ҡеүәтле булыу хәле. □ Мощность, величие. ■ Тигеҙ атлап, ныҡ баҫайыҡ, беҙҙец ғәскәр, тиһендәр, Рәсәй иле ғәскәренең көслөлөгөн белһендәр. Ҡобайырҙан.
2. Ҙур көскә эйә булыуҙан, физик көстән килгән сифат. □ Сила, мощь. ■ Мәрҙән.. юрамал бүрәнәнең гел йыуан башынан күтәрә, уның көслөлөгөн күрһендәр, йәнәһе. С. Пова-рисов. [Урал:] Тилберлектә, тиҙлектә, көслөлөктә, ҙурлыҡта, туҙемлектә, һаҡлыҡта, һиҙгерлектә көндөҙ ҙә, төндә йоҡлап ятҡанда, арыҫлан, болан, ҡапланы, айыуы, тағы бүтәне — улар беҙҙән кәмме ни? «Урал батыр».
3. Юғары кимәлдәге ижтимағи һәм иҡтисади көскә эйә булыуҙан килгән хәл; ҡеүәт. □ Мощь. Илдең көслөлөгө.
4. Сағылыу дәрәжәһе, булыу кимәле юғарылыҡтан килгән хәл (тәбиғәт күренештәренә, уй-кисерештәргә ҡарата).
□ Сила (о явлениях природы, чувствах). Елдең көслөлөгө. Хистең тәрәнлегенә һәм көслөлөгөнә инаныу.
КӨСЛӨЛӘНЕҮ (көслөлән-) ҡ. ҡар. көсәйеү.
КӨСЛӨ ЯК (яғы) (Р: сильная сторона; И.: strength; T.: güçlü yön) и.
Кемдең йәки нимәнең бик яҡшы, әһәмиәтле үҙенсәлеге, ҡиммәтле сифаты. □ Сильная сторона кого-чего.
КӨСЛӘНЕҮ (көслән-) ҡ. ҡар. көсәйеү.
КӨСЛӘҮ I (көслә-) (Р: принуждать; И.: compel; T.: zorlamak) ҡ.
1. Кешене иркенән тыш мәжбүр итеү.
□ Принуждать, насиловать, понуждать, применять силу. Ашарға көсләү Көсләп һөйләтеү Көсләп әйттереү Көсләп эсереү
■ [Батша — Заятуләккә:] Бындағы донъя оҡшамағас, ҡайтып кит һин уҙеңдең Балҡан тауыңа, һине бер кем дә көсләп тотмай. «Заятүләк менән һыуһылыу». Был бәйеттә уҙ ризалығынан тыш, көсләп, урлап алып кителгән һәм шуның хурлығына туҙә алмай уҙен һәләк иткән ҡыҙ яҙмышы тасуир ителә. М. Сәғитов. Көсләп ҡыҙ алыу менән генә эш бөтмәй икән шул. Һеҙ белмәгәс тә, Әлекәй эштең ҡайҙа барғанын белә ул. М. Буранғолов. • Көсләп асҡан куҙҙең нуры юҡ. Мәҡәл. Көсләу юлы — золом, золом юлы — енәйәт. Мәҡәл.
2. Үҙ-үҙеңде ирекһеҙләп нимәгәлер мәжбүр итеү. □ Заставлять, принуждать себя к чему-л. Көсләп йылмайыу. Көсләп илау.
■ [Зөлхизә:] Йәнең һөймәгәс, көсләп яратып булмай икән шул. Н. Иҙелбай.
3. Көс ҡулланып, енси мөнәсәбәткә мәжбүр итеү; йәбешеү, талау. □ Изнасиловать.
■ [Зәйнәпте] Заһир мулла уҙе көсләгән дә ҡорһағы беленә башлағас, ҡыуып сығарған. А. Карнай. Фашистарҙың аттары йылға һайын баталар, улар ҡыҙҙарҙы көсләйҙәр, ҡарт-ҡороно аталар. Бәйеттән.
КӨСЛӘҮ II (көслә-) (Р: просить; И.: persuade, ask to taste; T.: rica etmek) ҡ.
1. Ҡыҫтау. □ Просить (откушать, отведать). Сәй эсергә көсләу. Аш ашап китергә көсләнеләр.
2. Өгөтләү. □ Уговаривать. Мине киноға барырға көсләп ҡараны ла, мин риза булманым.
КӨСЛӘҮСЕ (Р: принудитель; И.: one who forces to do smth; T.: zorba) и.
1. Ниндәйҙер ғәмәлде башҡарырға мәжбүр итеүсе. □ Принудитель. ■ Мине һеҙгә барырға көсләусе юҡ. Экспедиция материалдарынан.
2. Көслөк менән енси мөнәсәбәткә мәжбүр итеүсе. □ Насильник. ■ Кыҙҙы көсләусе тотолһа, ҙур язаға тарттырыласаҡ. X. Зарипов.
КӨСЛӘШЕҮ (көсләш-) (Р: навязывать; И.: thrust (on); T.: dayatmak) ҡ.
Үҙ ихтыярыңды көсләп тағыу. □ Навязывать что, настаивать на чём. Көсләшеп эшкә инеу. ■ Уралды Нуғай хандары талай
704