Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 705 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨСӨК КЕЙӘҮ
башлағас, халыҡ яу асҡан. Маян да яуға барам тип көсләшкән, ти. М. Буранғолов. Зөлхизә судмедэкспертизаға аяҡ-ҡулы менән ҡаршы төштө. Врач та артыҡ көсләшмәне. Н. Мусин.
КӨСМӘН (Р.: рулевое весло; И.: steering oar; T: kürek) и. иҫк.
Борам йәки һалдағы ҙур ишкәк, ҡойроҡ ишкәге. □ Рулевое весло парома, плота. ■ Сәсән шуларға [каруан баркаларға] ҡарап төрҙө ла: «Ай-Һай, көсмәндәре ҡалай ҙур», — тип һоҡланды. Ғ. Ибраһимов. Бот буйы ғына малай сағынан уҡ көсмән тотоп ҡул ҡабартҡан Баяздыц беләк мускулдары уйнай. Д. Бүләков.
КӨСНӘ [рус. гусли} (Р: гусли; И.: gusli; Т.: gusli) и. муз.
Рус халҡының сиртеп уйнай торған күп ҡыллы музыка ҡоралы. □ Гусли. Көснәлә уйнау.
КӨСНӘСЕ (Р: гусляр; И.: guslar; Т.: guslar) и.
Көснәлә уйнаусы. □ Гусляр, гуслярка, играющий на гуслях. Көснәсе булыу. Яҡшы көснәсе.
КӨСӨГӘН (Р: орёл-могильник; И.: Eastern imperial eagle; T.: şah kartal) и. зоол. диал.
1. Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, оҙон осло ҡанатлы, суҡыш аҫтында бәләкәй генә һаҡалы булған, ҡараһыу һоро төҫтәге ҙур йыртҡыс ҡош; дала бөркөтө, уба бөркөтө. □ Орёл-могильник (лат. Aquila heliacal. ■ Көсөгән төрлө кимереусе йәнлектәр, ҡоштар аулай. Э. Ишбирҙин.
2. этн. Башҡорттарҙың тотем ҡошо. □ Тотемная птица башкир. ■ Ырыуым — бөрйән, ағасым — имән, ҡошом — көсөгән. Башҡорт мифологияһынан.
КӨСӨК I (көсөгө) (Р: щенок; И.: puppy; T: köpek) и.
1. Эт балаһы. □ Щенок, кутёнок. Ama көсөк. Инә көсөк. ■ Ала эт ике көсөгөн эйәртеп сыҡты ла, ике генә өргәс, .. кире боролдо. С. Агиш. Рәми был этте бынан йыл ярым элек, өс айлыҡ көсөк сағында һатып алғайны. X. Мохтар.
2. эйл. ф. Көсөгөм. Балаға иркәләп әйтелә. □ Кутёночек (ласковое обращение к
ребёнку). ■ Туцғанһыц бит, көсөгөм, — тине Булат һәм [Тимерҙе] алама сәкмәне аҫтына алды. Б. Бикбай.
3. кусм. мыҫҡ. Балаға йәки йәш кешегә ҡарата кәмһетеп әйтеү һүҙе. □ Щенок (презрительное обращение к детям или молодым ). ■ Карағыҙ әле һеҙ уға, ниндәй бәләкәй генә көсөктә [Илһөйәрҙә] шундай тиҫкәрелек. Ғ. Ғөбәй. [Сәйфелмөлөк:] Ошо көсөк тә ҡарттар һуҙенә ҡыҫылғас... Ә. Хәкимов.
4. кәмһ. Хужаһына тоғро хеҙмәт итеүсе эйәрсендәргә ҡарата йәки арттан ҡалмай тағылып йөрөгән кешегә әйтелә. □ Щенок (о верном или назойливом человеке). ■ [Хан:] Мин өйрәтәйем әле ул көсөктө [Екмэргэнде]. Халыҡ ижадынан. [Әлим:] Көсөк бит мин, косок. Бер кәнтәйҙең [баяр ҡыҙының] артынан эйәргән көсөк. С. Агиш.
♦ Көсө еткәнгә көсөктәй үҙенән көсһөҙ кешене ирекһеҙләгәндә, йәберләгәндә әйтелә. □ Говорится при плохом обращении с более слабыми. И [Йәмилә — Мөхәмәт-ғәлигә:] Үҙеңдән көслөләрҙең табанын яларҙайһың. Ә көсөң еткәнгә көсөктәй. Ф. Иҫәнғолов. Өялы көсөк бик берҙәм, уҫал булған туған-ырыуға әйтелә. □ Сильная, агрессивно настроенная родня.
КӨСӨК II (көсөгө) (Р: почка; И.: bud; T: konca) и. бот.
Тал бөрөһө. □ Почка; барашки, серёжка (у ивовых). Көсөк сығарыу. Тал көсөгө. И Урыҫ халҡында көсөк байрамы уҙғарыу йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
КӨСӨК III (көсөгө) (Р: лодыжка;
И.: huckle bone; T: aşık) и. анат. диал.
Малдың бәкәл быуынындағы ваҡ һөйәк; бәкәлсәй. □ Лодыжка, щиколотка, бабка. Кәзәнең көсөгө сатнаған.
КӨСӨК IV (көсөгө) (Р: альчик; И.: minstrel; T: aşık) и. диал.
Йәкәл. □ Альчик. Көсөк уйыны уйнау.
КӨСӨК КЕЙӘҮ (Р: зять-примак; И.: henpecked husband; T: hanım köylü) и. диал.
Йортҡа кергән кейәү. □ Зять-примак. Көсөк кейәу булыу. Көсөк кейәу ярҙамы. ■ Үрге ос Әптел көсөк кейәуе менән бесән эш -ләй. Экспедиция материалдарынан.
23 — 1.0117.12
705