Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 707 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨС ҺАЛЫУ
2. Аңлашылмаусылыҡ арҡаһында килеп тыуған ҡыйынлыҡ, киҫкенлек. □ Напряжённость. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлелек булып ала. Хеҙмәттәштәр араһындағы көсөргәнешлелеккә юл ҡуймау. Килеп тыуған көсөргәнешлелекте урап уҙыу.
КӨС ТАШЛАУ (көс ташла-) ҡ. ҡар. көс бөтөү. ■ Кусәбә көс ташламаған, башында салт аҡыл. Ғ. Ибраһимов.
КӨС ТӨШӨҮ (көс төш-) (Р.: достаться; И.: to find difficult; T.: güç gelmek) ҡ.
1. Эштең төп өлөшө тура килеү, ауырлыҡ төшөү. □ Достаться кому (о трудностях); лечь на плечи кого. Өй һалғанда, хужа кешегә куберәк көс төшә. Кунаҡ килһә, ҡатын-ҡыҙға көс төшә. • Тәгәрмәс әйләнгәндә, кусәренә көс төшөр. Мәҡәл.
2. Ауыр йәки оҙайлы эштән һуң тәндең берәй ағзаһына көс килеү, ауыртыу. □ Прийти в болезненное состояние, натрудиться (о частях тела). Бесән сапһац, ҡулға көс төшә. Елкәгә көс төшөу. Аяҡҡа көс төшөу. Билгә көс төшөу. • Куп һөйләусенец теленә көс төшә, ялҡауҙың куп ултырып биленә көс төшә. Мәҡәл.
КӨС ТҮГЕҮ (көс түк-) (Р.: тратить силы; И.: expend force; T: güç sarfetmek) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер көс сарыф итеү. □ Тратить силы. Яҡшы йәшәр өсөн куп көс ту -гергә кәрәк. Файҙаһыҙға көс тугеу. ■ [Юлдашбаев — Ғәбиткә:] Минеңсә, бында питомник хужалығын яйға һалыу өсөн дә байтаҡ көс тугергә тура киләсәк. Н. Мусин. Етен генә сәстем, ай, уцманы, бураҙнаһы уның тулманы. Куп эшләнем байҙа, куп көс туктем, уҙ бәхеткәйҙәрем булманы. Халыҡ йырынан. ® Байҙың ишеге - туң тимер, уны иретергә көс тугеу кәрәк. Мәҡәл.
f Йән көскә бар көскә. □ Изо всех сил, что есть мочи. ■ Дарман кәрәк, дарманың булһа, йән көскә лә эшләнә. Экспедиция материалдарынан.
КӨСТӘЛМЕШ и. диал. ҡар. ҡыҫтыбый 2. Көстәлмеш әҙерләу. Көстәлмеш менән һыйлау. Көстәлмеште майлау. Бәрәңгенән көстәлмеш. Тарынан көстәлмеш бешереу.
КӨСТӘН КИЛЕҮ (көстән кил-) (Р: быть в состоянии осилить кого-что\ И.: be able to do smth; T: yapabilmek) к.
Ниндәйҙер эште башҡарырлыҡ көс булыу. □ Быть в состоянии осилить кого-что. Бала кешенең көсөнән килерҙәй эш тугел. ■ [Суфый:] Туҡһан йортло ҙур илгә, яу асам, тип уйларға, шундай данлы бер ханға беҙгә башаҡ ҡайрарға беҙҙең көстән килмәҫ ул. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
КӨСТӘН ТАЙЫУ (көстән тай-) ҡ. ҡар. көс бөтөү. И Әминә Сәйфулла ағаһын .. тамам хәле бөткәнсе, көстән тайып йығылғансы, аҡһай-аҡһай булһа ла дошманға мылтығынан ата-ата барған итеп куҙ алдына килтерә. Ф. Сәлимова.
КӨС-ХӘЛ (Р: сила и мощь; И.: power; T: güç) и. йыйн.
Кешенең көс һәм хәл кимәле. □ Сила и мощь. Көс-хәл алыу. ■ Сәй эсеп алғас, ураҡ урып арыған ҡулдар яҙылып, көс-хәл кереп киткәндәй булды. Картотека фондынан. [Егет] һыуҙы эскән икән, бөтөнләй сәләмәтләнеп көс-хәл инеп, аяғына баҫҡан да киткән, ти. Әкиәттән.
КӨС-ХӘЛГӘ р. ҡар. көскә. ■ [Юлсы:] Яланда һырғаҡ ел утәнән-утә һуға. Көс-хәлгә килеп еттем. М. Тажи.
КӨС-ХӘЛЕНСӘ (Р: по силе возможности; И.: afford; T: gücü yeterince)^.
Үҙ мөмкинлегенә ҡарап, үҙе булдыра алғанса. □ По силе возможности. Көс-хәленсә йөрөу. Көс-хәлеңә ҡарап эшлә. ■ Бала өсөн иҙәндәге балаҫ оҙонлоғо марафон йугереуендәге араға тиң. Һәр сантиметрҙы көс-хәленсә утә ул. Интернет селтәренән.
КӨС ҺАЛЫУ (көс һал-) (Р: прилагать усилия; И.: make effort; T: gayret göstermek) ҡ.
Ниндәйҙер эш-ғәмәлде башҡарыу өсөн тырышлыҡ һалыу, маҡсатыңды үтәргә ынтылыу. □ Прилагать усилия, стараться (для выполнения какой-н. задачи). Куңел биреп, көс һалып башҡарылған эш. Тир тукмәй, көс һалмай, илке-һалҡы йөрөу. ■ Мөлөк ағай укергән тауышҡа ҡолаҡ һалып, ни икәнен белергә бөтә көсөн һалһа ла төшөнә алманы. Т. Хәйбуллин. Уны [сараны] уңышлы, файҙалы итеп уҙғарыу өсөн, байтаҡ көс
23*
707