КӨСҺӨҘ
һалырға кәрәк ине. Н. Мусин. Был икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы эшкәртеу өсөн кеше купме көс һалған да, ни хәтле тир туккән. Картотека фондынан. • Көс һалмаһаң эшеңә, сы-ғалмаҫһыц осона. Әйтем.
КӨСҺӨҘ (Р.: слабый; И.: weak; T.: güçsüz) с.
1. Көсө аҙ; хәле булмаған. □ Слабый, бессильный, слабосильный, малосильный. Көсһөҙ машина. Көсһөҙ кеше. ■ Сабағына — суртаны, йомранына — көҙәне, ҡуянына — төлкөһө, барыһын теҙеп уйлаһаң: көсһөҙөнә — көслөһө улем була ту-гелме? «Урал батыр». Бер зәғиф, көсһөҙ, һәнәрһеҙ, бушап бөткән бәндә мин. Ш. Бабич. • Көслөләргә көн тыуған, көсһөҙҙәргә төн тыуған. Мәҡәл. Көсһөҙ кәрәк һындырыр. Әйтем. Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр. Әйтем. Оло менән кесене өләшкән белер, көслө менән көсһөҙҙө көрәшкән белер. Мәҡәл.
2. Ихтыяр көсө аҙ булған, рухи яҡтан йомшаҡ. □ Слабый. И [Фәхри:] Көнсөллөк — көсһөҙ ирҙәр ҡылығы ул. Насар нәмә! Б. Бикбай. • Көсһөҙ эшен әхирәткә ҡалдырыр. Әйтем. Көсһөҙҙөң асыуы көслө. Әйтем.
3. Ижтимағи көсө, иҡтисади ҡеүәте аҙ булған. □ Малосильный, маломощный. Көсһөҙ ил. Көсһөҙ дәуләт. Көсһөҙ хужалыҡ.
4. Тәьҫир итеү көсө ҙур булмаған. □ Слабый, слабосильный. Көсһөҙ ағыу. Көсһөҙ ҡымыҙ. Көсһөҙ токтан һуғылып алыу.
5. Ниндәйҙер тәбиғәт күренешенең, ниҙеңдер хәл-торошоноң сағыу, көслө булмауы. □ Слабый. Көсһөҙ нур. Көсһөҙ, йомшаҡ ел. Көсһөҙ генә тауыш. ■ Көҙгө ҡояштың тауҙан артылып сығыуы менән, көсһөҙ ҡырау .. быуға әйләнеп куҙҙән юғала. Ғ. Дәүләтшин.
КӨСҺӨҘЛӨК (көсһөҙлөгө) (Р.: бессилие; И.: weakness, feebleness; T: güçsüzlük) и.
1. Көстөң булмауы, хәлһеҙ, көсһөҙ булыу. □ Бессилие. Ауырыу бөтһә лә, тәндә көсһөҙлөк һиҙеу. Көсһөҙлөккә ҡаршы дарыу. Көрәштә еңелеу көсһөҙлөктән тугел, оһол булмауҙан да килә.
2. Ихтыяр көсөнөң булмауы, рухи кәмселек. □ Слабость. Үҙеңдән бәләкәйгә йәки ҡатын-ҡыҙға ҡул кутәреу — көсһөҙлөк ул,
рухи зәғифлек. ■ Көсһөҙгә хәнйәр кутәреу — көсһөҙлөккә билдә генә. Н. Нәжми.
КӨСҺӨҘЛӘНДЕРЕЛЕҮ (көсһөҙләндерел-) ҡ. төш. ҡар. көсһөҙләндереү, страд, от көсһөҙләндереү. Көсһөҙләндерелгән вирус. Көсһөҙләндерелгән организм.
КӨСҺӨҘЛӘНДЕРЕҮ (көсһөҙләндер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. көсһөҙләнеү, понуд. от көсһөҙләнеү. Илде көсһөҙләндереу. Хәрби яҡтан көсһөҙләндереу. Иҡтисади яҡтан көсһөҙләндереу. Көсһөҙләндереп бөтөу.
2. Нимәнеңдер тәьҫир көсөн йомшартыу, кәметеү. □ Ослаблять. Ағыуҙы көсһөҙләндереу. Һеркәне көсһөҙләндереу. Рентген нурҙарын көсһөҙләндереу.
3. Ниҙеңдер булыу, ғәмәлләшеү кимәлен тәүге хәленән ҡайтыш итеү. □ Смягчать, ослабить. ■ Кыҙ килтергән дәлилдәр көслө һәм ышандырырлыҡ ине, хатта адвокаттың тәуге һөйләгән телмәре бер минут эсендә көсһөҙләндерелде лә ҡуйҙы. X. Зарипов.
КӨСҺӨҘЛӘНЕҮ (көсһөҙлән-) (Р: слабеть; И.: grow weak(er); T: güçsüzlenmek) ҡ.
1. Көс бөтөү, хәлһеҙләнеү, кәр ҡайтыу. □ Слабеть, ослабевать, терять силы. Ауырыуҙан һуң көсһөҙләнеу. ■ Татлы һут йыйыуҙа, уны балға әйләндереуҙә, бала ҡорттарҙы тәрбиәләуҙә ҡатнашҡан бал ҡорттары бик тиҙ көсһөҙләнә, улеп бөтә. Ғ. Байбурин.
2. Иҡтисады, хәрби көсө, халыҡтар араһындағы абруйы кәмеү (ил, дәуләткә ҡарата). □ Слабеть, ослабевать, терять силы (о государствах). Ил көсһөҙләнгән. И Ниндәй илдең булһа ла көсһөҙләнеуендә закондар эшләмәуе сәбәпсе. М. Хужин. Көсһөҙләнгән илдә халыҡ тулҡынлана башлай. Экспедиция материалдарынан.
3. Ниҙеңдер тәьҫир көсө кәмеү. □ Выдыхаться, терять крепость. Ағыу көсһөҙләнгән. Дарыу көсһөҙләнгән. ■ Иҫкергән дарыуҙан файҙа юҡ, ул көсһөҙләнгән була. Картотека фондынан.
4. Булған көсө кәмеү, тәүге хәленән ҡайтыш булыу. □ Ослабевать. Дамбаға бәрелеп тулҡын көсһөҙләнде.
708