Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 709 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨСӘЙТЕҮ КИҪӘКСӘҺЕ
КӨСҺӨҘЛӘТЕҮ (көсһөҙләт-) ҡ. ҡар. көҫһөҙләндереү. ■ Бал ҡортоноң да ҡорто бар. Был ҡорт уны көсһөҙләтеу маҡсатында башта ҡанатын ашай. Экспедиция материалдарынан.
КӨСҺӨҘӘЙЕҮ (көсһөҙәй-) ҡ. һөйл. ҡар. көсһөҙләнеү. ■ Улымдың был шатлығы алдында теге шомло хәбәрҙән һуң тыуған борсолоу-хафа кесерәйеп, көсһөҙәйеп ҡалды. Р. Шаммас.
КӨС ҺЫНАШЫУ (көс һынаш-) (Р: мериться силами; И.: see who is stronger; T.: yarışmak) ҡ.
Ниндәйҙер ярышта йәки үҙ-ара күнекмәләрҙә ярышып, көсөңдө баһалау. □ Меряться силами (при спортивных соревнованиях или между собой в упражнениях).
■ [Ғабдулла:] Иң дөрөҫө — көрәштә көс һынашыу. Кем алышта еңә, шул башлыҡ. М. Кәрим. [Сабир:] Мин уҙем ысын ярышты — егеттәрсә ғәҙел көс һынашыуҙы яратам. Д. Бүләков. Көрәш майҙанында төрлө райондарҙан килгән көрәшселәр көс һынашты. «Башҡортостан», 5 июнь 2011. Кыҙҙар һәм егеттәр олимпиаданың тәуге өлөшөндә тест һорауҙарына яуап биреп, теория буйынса белемдәрен курһәтте. Икенсе турҙа иһә гимнастика һәм йугереу буйынса көс һынаштылар. «Йәшлек», 11 февраль 2010. Хашим да башҡа берәу менән дә көс һынашып тормаҫтан, Ихсанбай менән көрәшергә булды. Т. Ғарипова.
КӨСӘЙЕҮ (көсәй-) (Р: усиливаться; И.: become stronger, intensify; T.: güçlenmek) ҡ.
1. Физик көс-ҡеүәт артыу, көс-ҡеүәткә эйә булыу. □ Усиливаться. // Усиление.
■ [Аҡмырҙа] мискәләге һыуҙы эскәс, тағы ла көсәйеп китеп, ике башлы дейеуҙең кәуҙәһен тураҡлап, кубәләй итеп өйөп ҡуйған, ти. Әкиәттән.
2. Ниндәйҙер эш башҡарырлыҡ көсө артыу, көслөгә әйләнеү. □ Стать сильным, окрепнуть. Ветерандар советы эшмәкәрлеге көсәйҙе. Тыныслыҡ яҡлылар сафы көсәйҙе.
3. Иҡтисади яҡтан нығыныу, көс-ҡеүәте артыу; хәлләнеү. □ Укрепляться. // Укрепление. Шәхси эшҡыуарҙар һуңғы йылдарҙа көсәйеп китте. ■ Тиңләшергә тырышып
ҡоҙаларға, Фәйзуш ҡарт та яҡшы көсәйҙе. С. Ҡудаш.
4. Булыу кимәле үҫеү, ғәмәлдәге көсө артыу. □ Усиливаться. Атыш көсәйҙе. Көрәш көсәйҙе. Хәрәкәт көсәйҙе. Буран көсәйҙе. М Ямғыр көсәйә төштө, ахырыһы, дегәнәк япраҡтары ярһыбыраҡ шауларға тотондолар. Ш. Янбаев. Ут көсәйҙе, ул икенсе өйҙәргә йәйелде. Д. Юлтый. • Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр. Мәҡәл.
5. кусм. Уй-фекер, кисерештәрҙең ғәмәлдәге дәрәжәһе артыу. □ Усиливаться (о чувствах, мыслях). Асыу көсәйҙе. Теләк көсәйҙе. Шик көсәйҙе. ■ Аллаярҙың .. борсолоу ы көсәйгәндән-көсәйҙе. Ш. Шәһәр. Көндән-көн көсәйә икән йөрәгем ялҡындары. Ҡобайырҙан.
КӨСӘЙТЕЛЕҮ (көсәйтел-) ҡ. төш. ҡар. көсәйтеү, страд, от көсәйтеү. Танкылар менән көсәйтелгән пехота.
КӨСӘЙТЕҮ (көсәйт-) (Р.: усиливать; И.: strengthen, reinforce; T.: kuvvetlendirmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер эш башҡарырлыҡ көс-ҡеүәт арттырыу; көслөрәк итеү. □ Усиливать. / Усиление. Тыныслыҡ яҡлылар сафын көсәйтеу. ■ Был хәл оборонала тороусы дошмандың позицияһын, әлбиттә, көсәйтә, ә һөжум итеуселәр өсөн өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Картотека фондынан.
2. Иҡтисади яҡтан нығытыу; көс-ҡеүәтте арттырыу, хәлләндереү. □ Укреплять. Хужалыҡты көсәйтеу. Илде көсәйтеу.
3. Ғәҙәттәгенән көслөрәк итеү, ғәмәлдәге көсөн арттырыу. □ Усиливать. Иғтибарҙы көсәйтеу. Тауышты көсәйтеу. ■ Бер төрлө яңғыраштар (мәҫәлән, аллитерация, ассонанс) шиғырға музыкаллек бирә, уның яғымлылығын көсәйтә. С. Галин.
4. Берәй хәрби частың, төркөмдөң һ. б. ҡоралын ишәйтеү, техникаһын яңыртыу, етәкселек эшмәкәрлеген камиллаштырыу юлы менән хәрби әҙерлеген, һәләтен арттырыу. □ Усиливать, укреплять. Армияны көсәйтәу. Һаҡты көсәйтеу. Техника паркын көсәйтеу. Оборонаны көсәйтеу.
КӨСӘЙТЕҮ КИҪӘКСӘҺЕ (Р: усилительная частица; И.: intensifying particle; T.: edat) и. лингв.
709