Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 710 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨСӘЙТКЕС
Айырым һүҙҙең мәғәнәһен көслөрәк иткән киҫәксәләр. □ Усилительная частица. Көсәйтеу киҫәксәләре аҫтына һыҙып сығығыҙ. Көсәйтеу киҫәксәләрен табығыҙ. Көсәйтеу киҫәксәләрен өйрәнеу.
КӨСӘЙТКЕС (Р.: усилитель; И.: booster; T.: yükseltici) и. тех.
Тауыш көсөн йәки ток көсөн арттырыу ҡорамалы. □ Усилитель. Антеннаның көсәйткесе. Көсәйткес ҡуйҙырыу. ■ Элегерәк ауылдарҙа туңәрәк ҡара тәрлинкэ көсәйткес булды. Уны бағана башына эләләр ҙә бар ауыл шуның янына килеп радио тыңлар ине. Экспедиция материалдарынан.
КӨСӘЙТТЕРЕҮ (көсәйттер-) ҡ. йөкм. ҡар. көсәйтеү 1. понуд. от көсәйтеү 1.
КӨСӘНДЕРЕҮ (көсәндер-) (Р: напрягать; И.: force; T: germek) ҡ.
Көс һалырға, көсәнергә мәжбүр итеү. □ Напрягать, заставить напрягаться, тужиться. ■ Бала тыуа алмай ыҙалағанда, ҡатынға сәс ҡаптырып көсәндергәндәр. Экспедиция материалдарынан.
КӨСӘНЕҮ (көсән-) (Р: напрягаться; И.: bend; T: gerilmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер эште башҡарыу өсөн бик тырышыу, ныҡ көс һалыу; серәнеү. □ Напрягаться, тужиться, натуживаться. Көсәнеп кутәреу. Бала-саға ауыр көлтәләрҙе көсәнеп кутәрер ине. ■ Уның [йоҙаҡтың] асылма-уын белә тороп, тағы тарттым, ныҡ көсәнеп тарттым. Д. Юлтый.
2. ҡар. көсләү I, 2. Көсәнеп илау. © Көсөң етмәгәнгә көсәнмә. Әйтем.
КӨСӘНӘ-КӨСӘНӘ (Р: напрягаясь; И.: hardly; T.: güç belâ) р.
Тырышып, ғазапланып. □ Напрягаясь, с натугой. Көсәнә-көсәнә кутәреу. Көсәнә-көсәнә уҡыу. ■ Куп тә утмәне, Ирәкте иленең хәҙергә рәсми булмаған вариҫы Әудеуәк турә өйөндә Тамъян муллаһы Әлҡадирҙың, Аҫылғужа тархан хөрмәтенә, көсәнә-көсәнә Көрь-ән уҡығаны ишетелде. К. Мәргән.
КӨС-ЯРҘАМ и. йыйн. ҡар. ярҙам.
■ Мин дә көс-ярҙам бирермен, әйҙә, иптәш, ҡуҙғалайыҡ, шул ағасты бергә-бергә ошо арбаға һалайыҡ. Картотека фондынан.
КӨҪг/. диал. ҡар. селбәрә. Кәҫкә ем һибеу.
КӨҪӨК-КӨҪӨК с. ҡар. көйөҫ-көйөҫ.
КӨҪӘР (Р: тяжёлое последствие; И. outcome; T: kötü sonuç) и. диал.
Ауырлыҡ, ҡоһор. □ Тяжёлое последствие. Көҫәр төшөу. Көҫәргә батыу. Эш көҫөрө төшөп шулай булғандыр инде.
КӨҪӘЛЕҮ (көҫәл-) ҡ. төш. ҡар. көҫәү 1. страд, от көҫәү 1. И Биртеккә йыйылған һымаҡ ҡына ашанды Салиханың уҙендә лә бар ине, шулай ҙа көҫәлгән ҡаты-ҡото уға оҡшаны. Ж. Кейекбаев.
КӨҪӘМЕШ (Р: желанное, любимое; И.: desirable; T: istenilen (yemek) c.
Теләгән нәмә (ризыҡ тураһында). □ Желанное, любимое (блюдо). Катындың көҫәмеш ризығын бешереу. ■ Көҫәмеш ҡуллама ашағас, кәйефе кутәрелеп китте килен кешенең. Экспедиция материалдарынан.
КӨҪӘНЕҮ (көҫән-) (Р: привередничать; И.: be hard to please; T: zor beğenmek) ҡ.
Ауырыу, ауырлы булыу сәбәпле аш төрләү. □ Привередничать, быть разборчивым в еде. Ашты көҫәнеу. Ризыҡты көҫәнеу. • Эшләмәгә иренгән, ашамаға көҫәнгән. Әйтем.
КӨҪӘҮ I (көҫә-) (Р: желать; И.: wish, desire; T: istemek) ҡ.
1. Аш теләү, аш төрләү. □ Желать, быть разборчивым в еде (в связи в каким-л. состоянием, например, болезнью, беременностью). □ Желать, хотеть. Әсе көҫәу. Балык көҫәу.
2. диал. Теләү, юрау. □ Желать. Ямғыр көҫәу. Ырыҫ көҫәу. Һуғыш-талаш көҫәу. Бесәй һыуыҡ көҫәп тора. ■ [Һомай — Шул-гәнгә:] Кан көҫәгән, йәш туккән, .. уҫал йөрәгең бөтһөн, бәғерле йөрәк уҫһен. «Урал батыр». [Айһылыу — Һәубәнгә:] Иркә ҡыҙҙарҙы ташлап, һулыған йөҙлө ҡыҙ көҫәп, нишләп килдең һин былай. «Аҡбуҙат».
3. Ғәҙәтләнгәнде ҡыуыу. □ Хотеть привычное. ■ [Ғәзимә:] Куй, ҡуй, малды яман өйрәтмә, бер тышаһаң, гел шуны көҫәй ҙә тора ул. Һ. Дәүләтшина.
КӨҪӘҮ и и. диал. ҡар. тәртешкә. Көҫәу менән ут ҡағыштырыу. Көҫәуҙе мейескә терәп ҡуйыу.
КӨТМӘГӘНДӘ (Р: неожиданно; И.: unexpectedly; suddenly; T: aniden) р.
710