Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 712 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨТӨЛӨҮ
КӨТӨЛӨҮ I (көтөл-) ҡ. төш. ҡар. көтөү I, 1. страд, от көтөү I, 1. Көтөлгән хәбәр. Турәләр килеуе көтөлә. Байрам көтөлә. Үҙгәрештәр көтөлә. ■ Әммә әсә куцеле һиҙгер: улы тере. Көтөлгән хат барыбер киләсәк. Т. Ғарипова. Юрматыларҙан да, курше туң-гәуер, ҡыпсаҡ кустәренән дә көтөлгән ярҙам килмәне. Ә. Хәкимов. Киләһе аҙнала Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар көтөлә. «Инйәр», 18 ғинуар 2012. Тоҙ дымланһа, ямғыр көтөлә, һынамыштан.
КӨТӨЛӨҮ II (көтөл-) ҡ. төш. ҡар. көтөү II. страд, от көтөү II. Мал көтөлгән ер. Урманлы яҡтарҙа мал көтөлмәй. ■ Мәғ-мурйә һәм Ярғаҙы ауылдары [көтөулегендә] меңәр баш һарыҡ, биш йөҙ баш һыйыр малы көтөлдө. «Йүрүҙән», 2 февраль 2011. Яңынан ағас ултыртылмаған, бында мал көтөлмәй, ә ни эшләргә кәрәк һуң? Д. Бүләков.
КӨТӨҢКӨРӘҮ (көтөңкөрә-) (Р.: поджидать; И.: wait (for); T.: beklemek) ҡ.
Кемделер йәки ниндәйҙер буласаҡ хәлде алдан белеп, көтөп тороу. □ Поджидать. Көн асылғанын көтөңкөрәу. Кунаҡтарҙы көтөңкөрәу. Буран туҡтауын көтөңкөрәу. Әсәйем киләм тигәнгә көтөңкөрәп тора инем. ■ Ғәҙилә юғалтыуҙың берәй осо сыҡмаҫмы тип, бер аҙ көтөңкөрәне лә, табылырҙай булмағас, был турала директорға инеп әйтергә мәжбур булды. «Ватандаш», №8, 2010. Нисек кенә тырышмаһын, Азамат ҡунаҡханала оҙаҡ ята алманы, кире урамға сыҡты. Эңер төшөуен көтөңкөрәп, ситтәрәк йөрөнө. Р. Солтангәрәев.
КӨТӨП АЛЫУ (көтөп ал-) (Р: дождаться; И.: long last; T.: beklemek) ҡ.
1. Теләп, көтөп алыу. □ Дождаться, дожидаться кого-л., что-л. Тыуыр баланы көтөп алыу. Әсәй ҡайтыуын көтөп алыу. Байрамды көтөп алыу. ■ Ял көндәрен, тәҡәтем ҡалмай, сабырһыҙланып көтөп алам. Д. Юлтый. Көҙҙөң иң куңелле, шаулы көнө — беренсе сентябрь килде. Юлдаш был көндө айырыуса ҙур ашҡыныу, хатта бер тиклем борсолоу менән көтөп алды. 3. Биишева. Ба-бантуйҙы бала-саға ла, ололар ҙа ҙур туҙем-һеҙлек менән көтөп ала. «Ағиҙел», № 2, 2010. Арғынбаев әлеге хәленән, урынынан, уҙен
көтөп алып ҡаршылауҙарынан ҡәнәғәт ине. Д. Бүләков. • Көтөп алған ҡунаҡ ҡәҙерле була. Мәҡәл.
2. Көтөп ултырыу. □ Ждать, ожидать; сидеть в ожидании. Көткән көтөп ала алмаҫ, ҡалған ҡыуып етә алмаҫ. Әйтем.
3. Тере килеш көтөп алыу. □ Дождаться, встретить живым. И Әдисәй бабаҡайҙың диңгеҙ кисеп ҡайтыуын әсәһе лә көтөп ала алмаған икән, бисара, йот осоронда вафат булып ҡуйған. Г. Яҡупова.
КӨТӨП ЙӨРӨҮ (көтөп йөрө-) (Р: ждать; И.: wait for; T: beklemek) ҡ.
Ниндәйҙер эш булғансы, кемдер килгәнсе бер ерҙә ҡалыу, тороу. □ Ждать, ожидать; быть (ходить) в ожидании. Көтөу ҡайтҡанын көтөп йөрөу. Саҡырғанды көтөп йөрөу. ■ Бәубән Тарауыл ҡарттың һөйләгән һуҙҙәрен барыһын да эсенә алып ҡына торған да, унан айырылғас, айҙың ун дуртенсе кисен көтөп йөрөгән. «Аҡбуҙат». Шул саҡ Нажар бабай мин баянан бирле ҡурҡа-ҡурҡа көтөп йөрөгән һорауҙы бирҙе: «Бығаса ат башында йөрөгәнең юҡмы ни, улым?» Н. Мусин.
КӨТӨП ТОРОУ (көтөп тор-) (Р: ждать;
И.: wait for; T: beklemek) ҡ.
1. Килерен, булырын белергә теләп, урында ҡалыу. □ Ждать, подождать, выжидать. Машина көтөп тороу. Трамвай көтөп тороу. Бесәнгә төшмәй көтөп тороу. Эш бөткәнен көтөп тороу. ■ Карабаш туҙемһеҙлек менән хат көтөп торған саҡта, бер-береһенә тағылған баржа һымаҡ, ике вәкил килеп төштө. И. Насыри. Ана бит Бәкер ҙә, Хәлит тә Батырға өмөт менән текәлеп, ни әйтерен көтөп тора. Н. Ғәйетбаев. Ирәкте иленә Суртмаҡ баҫҡаҡ ул йылды иртә килеп сыҡты. Көҙгө мәлде көтөп торманы, тап йәйге йыйын ваҡытында ҡып итеп килеп тә төштө. К. Мәргән. Илселәр килеп киткәндән һуң, бер ай самаһы ваҡыт уткәнен көтөп торҙо ла, Шаҡман турә һеңрән ырыуы башлығының ҡыҙына яусы ебәрҙе. К. Мәргән.
2. Ҡаршы алып тороу. □ Встречать, ждать, поджидать. Өйҙә уны ҡатыны көтөп тора. ■ Был ваҡытта инде Сәлимәгә, Хә-митте курер өсөн, ниндәйҙер һылтау та
712