КӨТӨРЛӘҮ
бып, уныц класына инергә лә, оялышынан ҡыҙарынып-буртенеп уныц ҡайтырға сығыуын ҡайҙалыр көтөп торорға ла тура килмәй башланы. 3. Биишева. [Сәлим] ауылда уны берәуҙец дә көтөп тормауын йәшермәне. С. Поварисов.
3. Ышанып көтөү, түҙеп тороу. □ Ожидать, надеясь. И Туры ат, әйтерһец дә, ошоно ғына көтөп торған, хужаһы эйәргә менеп ултырыу менән дәррәу юртып та китте, ә инде ауылды сыҡҡас, сабыуға кусте. «Ағиҙел», № 9, 2010.
f Көтөп төр «булмаҫ» тигән мәғәнәлә киҫкен итеп әйтелә. □ соотв. Держи карман шире. • Көтөп тор, кәлдән көмөш булмаҫмы. Әйтем.
КӨТӨПХАНА [ғәр.-фарс.] и. иҫк. ҡар. китапхана. ■ Рәшит бергилке шул көтөпханаға эйәләп алды. Көндәр буйы шунан сыҡмай, китап уҡый ҙа ултыра. «Йәшлек», 21 декабрь 2010. Ғәйшә туған! Мин, һеҙҙец көтөпханала минец «Фәҡирлек менән уткән тереклек» тигән әҫәрем бар, тип ишеткән инем. Шуны.. мицә ебәрһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине. М. Ғафури.
КӨТӨП ЯТЫУ (көтөп ят-) (Р.: ждать, ожидать; И.: wait for; T.: beklemek) ҡ.
1. Алда ниндәйҙер эш, хәл тороу. □ Ждать, ожидать. Эш көтөп ята. Уҡылмаған хат көтөп ята. ■ Кыҙырастан да ҡурайсы сыҡмаҫы куренеп төрғас, уны оҙаҡ тыцлай алмай, эсе бошоп, ул [Юлдаш] өйгә инеп китте. Ә өйҙә уны куптән башлап та ошоғаса бөтөрә алмаған бер эше көтөп ята ине. 3. Биишева.
2. Ниндәйҙер эштең, процестың башҡарылыуын, алда буласаҡ эш йәки хәлдең килеп етеүен һаҡлап ваҡыт үткәреү. □ Находиться в ожидании. Карацғы төшкәнен көтөп ятыу. Кис булыуын көтөп ятыу. Приказды көтөп ятыу. Сигнал биргәндәрен көтөп ятыу. Киске аш әҙерләгәндәрен көтөп ятыу. и Был ваҡытта Талышман башындағы һаҙлыҡ ҡамышында кис булыуын көтөп ятҡан буреләр шырлыҡ буйлап йығып ҡалдырылған ҡорбандары янына туйғансы һутлы ит ашарға киләләр ине. С. Ильясов.
Тимерхан, ҡарт әйткәнсә, йылҡыларҙыц һыуға төшкәнен көтөп ята. Әкиәттән.
3. Үҙең бер нәмә лә эшләмәйсә, ниндәйҙер бер хәлде теләү. □ Ожидать (бездействуя). Эшләмәйсә көтөп ятыу. Кешенән көтөп ятыу. ■ Яманлыҡтыц өҫкә ишелеп төшөуен көтөп ятһац, бар донъяцдыц ҡөддәһенә сы-ғыуҙары ла ихтимал. Н. Мусин.
КӨТӨР-КӨТМӘҪ (Р.: не дожидаясь; И.: without awaiting; T.: beklemeden) р.
Көтәргәме, юҡмы тип икеләнеп, теләкһеҙ (тороу). □ Не дожидаясь. ■ Зәлифә, балаһы ауырығанын ишеткәс, автобус килгәнен көтөр-көтмәҫ торҙо ла, былай тиҙерәк булыр тип, йән фарманға йугерергә тотондо. Р. Шаммас.
КӨТӨР-КӨТӨР (Р: подражание звуку урчания; И.: collywobbles; T.: mide ağrısının yansıması) оҡш.
1. Эсәк буйында haya йөрөгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку урчания в желудке. Ашҡаҙаным көтөр-көтөр килә. Баланыц эсе көтөр-көтөр килә. Көтөр-көтөр эс көтөрләй.
2. ҡар. кетер-кетер. Көтөр-көтөр кәтермәс ашау. Көтөр-көтөр сохарый кимереу. Көтөр-көтөр итеп печенье ашау.
КӨТӨРЛӘК (көтөрләге) (Р: пресный хлеб, замешанный на сметане, масле; И.: bread; T: ekmek) и. диал.
Майға, ҡаймаҡҡа баҫҡан сөсө икмәк. □ Пресный хлеб, замешанный на сметане, масле. Көтөрләк әҙерләу. Көтөрләк бешереу ысулы. Көтөрләк бешергән таба.
КӨТӨРЛӘТЕҮ (көтөрләт-) (Р: хрустеть; И.: crunch; T.: çıtırdamak) ҡ.
Кетерләткән тауыш сығарыу. □ Хрустеть, подражание звуку хруста при обламывании или при жевании. Көтөрләтеп сохарый кимереу. Бәрәстәр көтөрләтеп имән ҡайыры кимерә. Көтөрләтеп ашау.
КӨТӨРЛӘҮ (көтөрлә-) (Р: урчать; И.: rumble; T.: gürlemek) ҡ.
1. Көтөр-көтөр (1) итеү, көтөр-көтөр килеү (эс-ҡарынға ҡарата); боғорлау. □ Урчать (о желудке). Эс көтөрләу. Ашҡаҙан көтөрләуенән дауа.
713