Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 714 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨТӨҮ
2. Гөлдөрләү (ҡоштарға ҡарата). □ Токовать (о птицах). Һуйырҙарҙың кетерләтеп туй уткәреуе. Инә һуйырҙың көтөрләп бейеуе. Ата ҡорҙар ғына кетерләй. ■ Әле лә ул [әтәс], Ихсанбайҙы кургәс, алъюҫыҡҡа ҡанат ҡағып, донъя ярып ҡысҡырып алды. Унан куккә ҡарап, ҡыртыш куҙен хәйләле шекәрә менән ҡаплап, төйлөгән куренмәһә лә, ҡурҡыныс янауҙы иҫкәрткән тауыш менән кетерләп ҡуйҙы. Т. Ғарипова. Ағас ҡыуышына оялаған сыйырсыҡтар сырҡылдаша, төн кугәрсене көтөрләй, сәпсектәр, суҡ турғайҙар, һарығоштар ҡысҡырыша, ҡайҙалыр кәкук саҡыра, әрәмәлектә һандуғастар һайрай. Я. Хамматов.
КӨТӨҮ I (көт-) (Р.: ждать; И.: wait (for); expect; T: beklemek) ҡ.
1. Килерен, булырын белеп, урында ҡалыу. □ Ждать, ожидать, поджидать. Автобус көтөу. Пароход көтөу. Машина көтөу. Ямғыр туҡтағанын көтөу. Буран тыныуын көтөу. Оҙаҡ көтөу. Килеуен көтөу. Ҡайтыуын көтөу. ■ Мәусиләгә шишмә һыуы ағып яңынан таҙарғансы көтөу бик оҙаҡ тойолдо. Ярты сәғәт уткәс, кунәктәрен сумырып һыу алды ла шәп-шәп атлап өйөнә ашыҡты. Д. Бүләков. Ә Әлдәм мулла уҙе нимәгәлер борсола, бер тәҙрәгә бара, бер икенсе яҡ өйгә сығып инә, кемделер, бик ҡәҙерле ҡунаҡты көтә ине. И. Насыри. Өфөнән Ҡаҙанға барырға әҙерләнгән кешеләр ваҡытынан һуңға ҡалған пароходты көтөп торалар ине. Картотека фондынан. Ҡыҙырас, уның [Юлдаштың] яуабын да көтмәй, Сәлмән ағай янына йугерҙе. 3. Биишева. Насип булһа, ҡайтҡан юлдарымда гөл ағасым көтөр һағынып. М. Өмөтбаев.
2. Кемдеңдер килеүенә өмөтләнеү.
□ Ждать приезда или прихода кого-то. Балалар ҡайтыуын көтөу. Ҡунаҡтар килеуен көтөу. Мулла килеуен көтөу. Директорҙың ингәнен көтөу. ■ Байморат ҡарт менән Бибиғәйшә ҡарсыҡ кинйә улдары Байрамғолдо көтәләр. Ф. Янышев. Ярты сәғәт кенә айырым бараһы беҙгә, аҙаҡ беҙҙе Сабирҙар көтөргә тейеш. Д. Шәрәфетдинов.
3. Нимәгәлер иҫәп тотоу; өмөтләнеү.
□ Ждать и надеяться. Йылы һуҙ көтөу. Их
тирам көтөу. Буләк көтөу. Хәйер-саҙаҡа көтөу. Изгелек көтөу. Кешенән яҡшылыҡ көтөу.
■ Малай Байморат ҡарттан яҡлау көттө, ә бабай кеше, бик тырышһа ла, башындағы буталсыҡ уйҙарынан арынып, йыуатырлыҡ һуҙ тапманы. Ф. Янышев. Ләкин бынау һил урман төпкөлөндә ҡайҙан да булһа ярҙам көтөу — торғаны менән мәғәнәһеҙлек икәнен төшөнгәйне инде Суминов. Ә. Хәкимов. • Ит изгелек — көт яуызлыҡ. Мәҡәл. Купте көтөп, әҙҙән буш ҡалма. Әйтем. Үҙеңдә айран булмаһа, кешелә ҡымыҙ көтмә. Әйтем. Куктән көткән — ерҙән тапҡан. Мәҡәл. Элек уҙең ярҙам ит, унан кешенән ярҙам көт. Әйтем.
4. Киләсәктә тормошҡа ашырға тейеш булыу, алда тороу (киләсәктә буласаҡ эш-хәлдәргә ҡарата). □ Ожидать. Бала көтөу. Эш көтөу. Доклад бөткәнен көтөу.
■ Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп, ашҡынып шатлыҡ көтәм. Ш. Бабич. Уй-фекере изге, аҡылы камил кеше аслан ҡабул итмәҫтәй яңы шарттарға ирекһеҙҙән ҡулайлашып ҡына килгәндә, тағы ниндәй хәуефле боролош көтә уны [Нурисламды]. Ә. Хәкимов. [Ҡобағош — Бикбау бейгә:] Халыҡ һинән дә, минән дә ҡурҡмаһын, ғәйеплене улем көткәнде белһен. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешкәне».
5. Йыраҡтан хәбәр менән бәйле билдәһеҙ йә билдәле нәмә көтөү. □ Ждать вести или что-то неизвестное. Хат көтөу. Хәбәр көтөу. Яңылыҡ көтөу. Яңы хәбәр көтөу. Приказ көтөу. Эш ҡушҡандарын көтөу. Ҡотлау көтөу. Хат көтөу. ■ Ауыл кешеләре, уҙ-ара шыпырт ҡына һөйләшә-һөйләшә, килеусенән берәй яңы хәбәр көтә башлайҙар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Баяр ҡылһа насарлыҡ, аҙыраҡ сабыр итәйек, яҙған ғаризаларҙың яуабын көтәйек. «Юлай менән Салауат».
♦ Дүрт күҙ менән көтөү бик ныҡ түҙемһеҙләнеп көтөү. □ Ждать с нетерпением. Хатты дурт куҙ менән көтөу. Байрамды дурт куҙ менән көтөу. Көт тә тор ниҙеңдер булырына шик тотмағанда әйтелә. □ Непременно будет, свершится что-л.
■ Ҡарлуғастар тубән осһа, ямғыр яуырын
714