Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 715 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨТӨҮ БУРАҺЫ
көт тә тор. Һынамыш. Бесәй мейес эсенә инһә, буран булырын көт тә тор. Һынамыш. Күҙ ҙә ҡаш <булып> көтөү диал. кар. дүрт күҙ менән көтөү. ■ Хәйҙәр .. ауылға почта килгәнен куҙ ҙә ҡаш көтөп алды. М. Тажи.
КӨТӨҮ II (көт-) (Р.: пасти; И.: graze, pasture; T: gütmek) ҡ.
1. Күмәк малды утлауҙа әйләп, ҡарап йөрөтөү. □ Пасти. Быҙау көтөу. Йылҡы көтөу. Көтөу көтөу. Мал көтөргә ялланыу. ■ Инде һайлап көтөуҙән Кук буртәне менгәнгә, атайым, һин шомланма. «Юлай менән Салауат». • Көткәнгә — көтөу. Әйтем.
2. Ҡарап, тәрбиәләп тотоу. □ Править, вести хозяйство. Донъя көтөу. Ғаилә көтөу. Ил көтөу. • Донъяһын матур көтмәгән -ғумер юлын утмәгән. Әйтем. Яҡшы ағай йорт көтһә, йортҡа шатлыҡ килтерер. Яман ағай йорт көтһә, йәм-байлығын бөтөрөр. Мәҡәл.
3. диал. Тәрбиәләү, үҫтереү, ҡарау (кемделер). □ Воспитывать, ухаживать. Бала көтөу. • Көтә белһәц — бала, көтә бел-мәһәц — бәлә. Мәҡәл.
4. диал. Һаҡлау, ҡарауыллау. □ Сторожить. Бәпкә көтөу. Камыр ҡабарғанын көтөу. һөт ҡайнағанын көтөу. ■ Тархандарҙа мал көткән көтөуселәр моңланған, .. өҙөк-өҙөк берләм юл, уны ла һин курерһец. «Юлай менән Салауат».
5. һөйл. Балалар уйынында көтөүсе булыу. □ Водить (в детских играх). Уйында көтөу көтөу.
КӨТӨҮ III (Р: стадо; И.: herd; flock; T: sürü) и.
1. Утлауҙа ҡараулы йөрөгән бер төркөм мал. □ Стадо. Ауыл көтөуе. Ферма көтөуе. Йылҡы көтөуе. Һыйыр көтөуе. Көтөуҙә йөрөгән мал. Малды көтөугә ҡыуыу. ■ Урам бер аҙға һыйыр мөңрәгән, угеҙ укергән, кәзә-һарыҡ баҡырған, көтөу ҡаршылаусы балалар шаулашҡан тауыш менән тулды.
3. Биишева. Шул ерҙә ул [Куҙыйкурпәс] йомшаҡ уләндә утлап йөрөгән йылҡы өйөрө менән һыйыр, һарыҡ көтөуҙәрен курә, уҙенең аты ла өҙлөкһөҙ шул уләнгә һуҙыла башлай. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу». Куп тә утмәне, ипкендә утлап йөрөгән һарыҡ көтөуе
куренде. Ә. Хәкимов. Килә-килә торғас, Алпамыша һыйыр көтөуенә тап була. «Алпамыша». • Көтөу боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға. Әйтем.
2. Малдарҙың иҫәбен сама менән билдәләү берәмеге. □ Приблизительное число определения количества скота. Ике көтөу һарыҡ. Өс көтөуле ҙур ауыл.
3. Төркөмләнеп йөрөгән йәнлек, хайуан йәки ҡоштар; өйөр. □ Гурт, косяк, табун, отара. Балыҡтар көтөуе. Коштар көтөуе. Буреләр көтөуе. Көтөу йыраҡҡа, тау артына киткән. ■ Курәһең, был аҡ әтәс курше йорттан булмаған. Бөгөн ул уҙе кеуек бер көтөу аҡ тауыҡтар араһында кукрәген киреп ғорур атлап йөрөй. 3. Биишева. • Көтөу типкән мал булмаҫ. Әйтем. Көтөу ташлаған малды буре алыр, ил ташлаған ирҙе гур алыр. Мәҡәл.
♦ Бер көтөү бик күп, күмәк; бер өйөр. □ Много. Бер көтөу бала. Баҡсаға бер көтөу кәзә ингән. мыҫҡ. Эт көтөүе бик күп. □ Орава.
КӨТӨҮ БАШЫ (Р: вожак стада; И.: fug-leman;T: önayak) и.
1. Көтөүҙе эйәртеп, көтөү башында йөрөүсе хайуан. □ Вожак стада. ■ Көтөу башы тип атап йөрөтә торған бер нисә һыйыр бар, ҡарт, мөһабәт, мөхтәбәр хайуандар, алға сығып, юлбашсылыҡ итәләр. Ғ. Ибраһимов.
2. Өлкән көтөүсе. □ Старший пастух.
3. Малдар төркөмөнөң башы; киреһе — аҙағы; осо. □ Начало стада. Көтөу башы куренде. Көтөу башына сығыу. ■ Асатай, көтөуҙең башын ҡайыр I Кайҙа куләуеккә ҡайтараһың. Һ. Дәүләтшина.
4. Яҙ көнө көтөү көтә башлағанда башлап сығыу. □ Первый день пастьбы весной. Сират буйынса быйылғы көтөу башы беҙҙә. ■ Көтөу башы Әхәт ағайҙа. Улар башлап сыға. Экспедиция материалдарынан.
КӨТӨҮ БУРАҺЫ (Р: название детской игры; И.: game; T.: çocuklar oyunu) u.
Балалар уйыны исеме. □ Название детской игры. И Төшкә тиклем уйнап өлгөрмәгән уйындар байтаҡ әле: соҡор туп, көтөу
715