КӨТӨҮЕ МЕНӘН
бураһы, элгес, сәкән, һәпәләк, йәшенмәк һәм тағы ла әллә ниндәй уйындар. Н. Мусин.
КӨТӨҮЕ МЕНӘН (Р.: все вместе; И.: together; T.: hep beraber)/?.
Күмәк булып, өйөрөлөшөп. □ Все вместе; всем табуном, оравой. Көтөуе менән йөрөу.
КӨТӨҮ-КӨТӨҮ (Р.: большое количество кого-л., чего-л:, И.: a great deal; T.: pek çok) c.
Кемдәрҙецдер йәки нимәнеңдер күп булыуы. □ Большое количество кого-л., чего-л.; множество. Көтөу-көтөу мал. ■ Башҡорттар көтөу-көтөу мал менән кусеп-ҡунып йөрөгән. Һәр ырыуҙың, аймаҡ-тубәнең яҙлау, йәйләу, көҙләу, ҡышлау урыны булған. Экспедиция материалдарынан. Буранбай айырыуса һуҙгә әуәҫләнә; куҙҙәрен йомоп алып, хыялға бирелеп, башҡорт далалары, көтөу-көтөу йылҡы, ҡуй малдары, ҡымыҙ, һөт, ит хаҡында уҙенән дә ҡуша биреп, һөйләп алып китә. Д. Юлтый. [Бабай:] Ул дейеу беҙҙең ҡолондарҙы көтөу-көтөу итеп көтөп алып йөрөр, һеҙ ана шул көтөу-көтөу ҡолондарҙы ҡыуып алып ҡайтығыҙ. Әкиәттән. Ошо кулдең буйында ғына Зөһрәнең кейеҙ тирмәһе ағарып ултыра, ә туғайындағы иркен сәхрәлә көтөу-көтөу малдары эркелешеп йөрөй. «Зөһрә менән Алдар». Боғараны бейлеге менән ҡотлап, береһе — ажғырып ер типкән аҫау айғыр, икенсеһе — биш-алты һауым бейәһе, бутәндәре көтөу-көтөу һарыҡ әйҙә-теп килде. Ә. Хәкимов. Ҡотлоғужаның өйөр-өйөр йылҡыһы, көтөу-көтөу һыйыры, һарыҡ-кәзәләренең һәр башы иҫәпле. Н. Мусин.
КӨТӨҮЛЕК (көтөүлеге) (Р.: пастбище; И.: pasture; T.: otlak) и.
Мал көтә торған ер. □ Пастбище, выгон. Малды көтөулектә йөрөтөу. ■ Колхоз идараһы көтөулек менән тәьмин итеуҙә ярҙамлаша. Көтөулек һәр саҡ иғтибарға, хәстәрлеккә, уның һәр ҡарышын хужаларса файҙаланыуға мохтаж. Өҫтәуенә, арттан, Ыҡ буйынан, ирәктеләр бөтә көтөулекте, сабынлыҡты ҡыҫып килә. К. Мәргән. Әле килеп, тағы толпарлыларҙы уҙенә ҡаршы ҡуйҙы хужа: иген баҫыуҙарын көтөулектәр иҫәбенә киңәйтергә тотондо. Г. Яҡупова. Асылыкул
тирәһендә йәшәгән башҡорттар, малдарына көтөулек эҙләп, алыҫ ерҙәргә барып сығыр булғандар. Легенданан. Сентябрь урталарында Алдарбай бер нисә кеше алып йылҡы көтөуҙәрен барларға, һата торғандарының янбашына дегет менән ырыу тамғаһын һуғырға тип көтөулектәргә сығып китте. Н. Мусин.
КӨТӨҮЛӘП (Р: стадом; И.: herd; flock; T.: sürü ile)/?.
1. Көтөүе менән; төркөмләп. □ Стадом, гуртом, косяком, табуном; отарой. И Калым, мәһәр тураһында нимә беләбеҙ? Хәҙер .. элеккеләй көтөуләп мал, баштан-аяҡ кейем биреу тураһында һуҙ бармаһа ла, мәһәр хәҙер ҙә никахтың мотлаҡ утәлергә тейешле бер өлөшө булып тора. «Башҡортостан», 30 август 2011.
2. Бик күп итеп. □ Очень много.
КӨТӨҮСЕ (Р: пастух; И.: herdsman; T.: çoban) и.
1. Көтөүҙе утлауҙа йөрөткән, мал көткән кеше. □ Пастух, чабан, табунщик; гуртовщик. Йылҡы көтөусеһе. Ҡуй көтөу-сеһе. һарыҡ көтөусеһе. Һыйыр көтөусеһе. ■ Ҡарабай дуҫы менән юлдаштарын ҡосаҡлап ала, шатлыҡлы хәбәр өсөн кө-төусеһенә рәхмәт әйтеп, уға уҙенең яҡшы атын буләк итә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Оҙонталда өйөр-өйөр малы утлай, көтөуселәре шунда ауылға ҡайтмайынса ҡуна ята. Р. Камал. Көтөуселәр, сыбыртҡыларын шартлата-шартлата, йәй-ләуҙең бер осонда көтөуҙәрен туплап йөрөй. К. Мәргән. • Мал көрлөгө көтөусенән. Әйтем. Көтөусеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уцмаҫ. Мәҡәл. Көтөусеһеҙ көтөу йөрөмәй. Әйтем. Көтөусеһеҙ ҡуй — буре аҙығы. Әйтем. Көтөусе куп булһа, һарыҡты буре алыр. Әйтем. Малың булһа, көтөусе табылыр. Әйтем.
2. һөйл. Балалар уйындарының ҡайһы бер төрҙәрендә уйынды алып барыусы. □ Тот, кто водит, водящий (в детских играх). Көтөусе булыу. Көтөусе һайлау. ■ Ғәҙәттә, йәшенмәк, йугерешле һәм башҡа шундай кумәк уйындарҙа балаларға уйын алдынан
716