Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 717 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨТТӨРӨҮ
араларынан берәй көтөүсе һайларға тура килә. И. Ғәләүетдинов.
3. Көтөп ултырыусы. □ Ожидающий. И Нәфисә, һары сәсле, зәңгәр күҙле, ялҡау хәрәкәтле тәкәббер ҡыҙ, һауалы ғына итеп көтөүселәрҙең һәр береһенең ҡағыҙына куҙ йүгертте. Д. Бүләков. Сөнәғәтте Сәлиханан да бигерәк көтөүсе Фатима булды. Ж. Кейекбаев.
4. диал. ҡар. мәйетте һаҡлаусы.
5. миф. Мифлаштырылған, ырыҫ, түлләнеү ырым-юрауы менән бәйле кеше. □ Пастух (мифологизированное лицо. В первый день выгона ему давали яйца, проецируя хороший приплод, изобилие, благополучие).
■ Көтөү сыҡҡанда, көтөүсегә йомортҡа бирәбеҙ, йомортҡа кеүек малдар тәгәрәп үҫһен, тип. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
КӨТӨҮСЕ ҠУМЫҘЫ (Р.: частуха; И.: water-plantains; T.: alisma) и. бот.
Юл япрағына оҡшаған, ҡырлы япраҡлы, һыуҙа, һаҙамыҡ ерҙәрҙә үҫә торған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Частуха (лат. Alisma).
■ Көтөүсе ҡумыҙының унға яҡын төрө бар. Көтөүсе ҡумыҙы һыу буйҙарын, яр, күл ситен йәшелләндереү өсөн ҡулланыла. Интернет селтәренән.
КӨТӨҮСЕЛЕК (көтөүселеге) (Р.: пастушество; И.: occupation of a shepherd; T.: çobanlık) и.
Көтөүсе хеҙмәте; мал көтөүсе булып эшләү. □ Пастушество, заниматься пастьбой скота. Көтөүселеккә ялланыу. Көтөүселектә йөрөү. ■ Алтынсы сезон инде көтөүселектә өлкән көтөүсе булып эшләйем. Р. Шаммас. Атаһы үлеп киткәс, быуындан быуынға күсеп килгән көтөүселек һәнәре тиҙҙән Мөхәмәткә лә күсте. Картотека фондынан. Көтөүселек ғүмерендә фажиғәле ваҡиғалар, бәлә-ҡазалар булманы түгел, булды. Шулай ҙа Яуымбаев бар ауырлыҡтарҙы ла еңә килде. А. Игебаев.
КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ (Р: пастушья сумка; И.: shepherd’s purse; T.: çobançantası) и. бот.
Аҡ сәскәле ваҡ өскөл ҡуҙаҡлы үлән (дауа өсөн ҡулланыла). □ Пастушья сумка (лат. Capselld). ■ Көтөүсе муҡсаһы баҡ
саларҙа, юл буйҙарында, сәсеүлектәрҙә, буш ятҡан ерҙәрҙә күпләп үҫә. «Юшатыр», 21 май 2009. [Мәктәп баҡсаһында балалар] тағы ла календула, мелисса, бөтнөк, көтөүсе муҡсаһы, сөйәл үләне кеүек дарыу үләндәре лә үҫтерәләр. «Йәншишмә», 12 июль 2011.
КӨТӨҮСЕ ТАРТАЙ (Р: водяной пастушок; И.: water rail; T.: su kılavuzu) и. зоол.
Ҡыҙыл суҡышлы, йәшкелт һары аяҡлы, күкһел түшле эңер ҡошо; һыу тауығы. □ Водяной пастушок (лат. Rallus aquaticus). Көтөүсе тартай ояһын табыу. Көтөүсе тартай йомортҡалары. Я Көтөүсе тартай яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
КӨТӨШӨҮ (көтөш-) ҡ. урт. ҡар. көтөү II, 1. взаимн. от көтөү II, 1, 2, 4. Мал көтөшөү, һыйыр көтөшөү. Көтөү көтөшөү. ■ Һуңыраҡ ике йәй тотош мин Исабәккә йылҡы көтөштөм. М. Кәрим. Әсәйем Таллыға күскәне бирле ҡартәсәйемә һирәгерәк бара башланым. Һыуҙы уға Биксәнәйҙән хәҙер Камила ташый, кәзәһен Камил көтөшә. Г. Яҡупова. [Бибизата ҡарсыҡ:] Балаларығыҙ тыуһа, бағырмын, донъяғыҙҙы көтөшөрмөн. Татыу ғүмер итһәгеҙ, иң ҙур ҡыуаныс миңә шул булыр. Т. Ғарипова. Йоҡо инмәне күҙгә. Атайым Азат ағайҙың мәйетен көтөшөргә китте. Т. Ғарипова.
КӨТТӨРӨҮ I (көттөр-) ҡ. йөкм. ҡар. көтөү I. понуд. от көтөү I. Оҙаҡ көттөрөү. Көттөрмәй килеү. Эйе, көн көттөрмәй хәҙер. Яҙ бик һуҙылып килһә лә, йәйе ҡапыл башланды. ■ Сафин өҫтәл артына үтеп ултырыу менән, Тәлимде оҙаҡ көттөрмәй, үҙенең «яҡшы фекерен» әйтеп һалды. Н. Мусин. Ләкин ҡунаҡ көттөрөп торманы, алдан белгән кеүек, аяҡ үрә баҫты, иғтибарһыҙ ғына ҡулын һелтәне. Д. Бүләков. Кунаҡҡа барыуҙы бер байрам һымаҡ күргән һәр башҡорт әбейе кеүек, Төлйөҙөм инәй ҙә көттөрмәне. Р. Солтангәрәев. [Дәүләтбикә — Таңһылыуға:] Мыңарсы йырлағаныңды әллә, йә, йә, йырла инде, көттөрмә. Д. Юлтый. Егет үҙенең шундай иртә килеүенә бер аҙ үкенеп ҡуйҙы, оҙаҡ көттөрөүҙәре бар. Б. Бикбай. Ғариф Иртөбәков оҙаҡ көттөрмәне, шунда уҡ ауыл
717