КӨТТӨРӨҮ
советы председателе менән килеп сыҡты. • Көттөрөуҙән көтөу ауыр. Әйтем.
КӨТТӨРӨҮ II (көттөр-) ҡ. йөкм. ҡар. көтөү II. понуд. от көтөү II. Ҡуй көттөрөу. Быҙау көттөрөу. Бәпкә көттөрөу. ■ [Егетте ] Ҡарағөлөмбәт биш йыл буйы ҡуй көттөрҙө хурлыҡ менән. «Бабсаҡ менән Күсәк».
КӨТТӨРТӨҮ (көттөрт-) ҡ. йөкм. ҡар. көтөү, понуд. от көтөү. ■ [Әсәһе — Миңле -ғәлегә:] Хәҙер атайың менән ағайың ҡайта. Уларҙы, асыҡтырып, көттөртөу килешәме ни? Я. Хамматов.
КӨТӘККӘ р. диал. ҡар. көтәсәккә. Кәшәккә алыу.
КӨТӘ-КӨТӘ (Р.: в ожидании; И.: waiting; T.: bekleyerek) р.
Нимәнеңдер булыуын алдан тойом-лап, белеп, оҙаҡ ваҡыт көтөп. □ В ожидании, ожидая. И Ғумер итәбеҙ донъяла нимәлер көтә-көтә. «Ағиҙел», № 10, 2010. Һин, йәнекәйемде, көтә-көтә, төн буйҙары була йыл кеуек. Халыҡ йырынан. Ауыҙына, ҡолағына ҡурғаш ҡойҙорған көйөнсә, был егет соҡорҙа баҫып тора икән, бының айғыры, баяғыса, теге аҡланға барған да, һыуҙың һылыу айғырҙарын көтә-көтә, эй тегеләй тапаған була, эй былай тапаған була, ти. Әкиәттән. [Хәлим:] Ай-вай, апайымдарҙы көтә-көтә, ялҡып бөттөк бит инде. М. Буранғолов. Әкиәт ҡыҙы әллә унда ҡаршылаймы иртәне, йән һөйгәнен көтә-көтә серле ҡумыҙ сиртәме? Р. Назаров.
КӨТӘКӘН и. этн. диал. ҡар. бура туп.
КӨТӘСӘК (көтәсәге) (Р: долг; И.: debt; T.: ödünç) и. диал.
Кире ҡайтарыу шарты менән бирелгән һәм алынған нәмә йәки аҡса; үтес, бурыс.
□ Долг. Көтәсәкте алыу. Көтәсәкте туләу.
КӨТӘСӘККӘ (Р: В долг; И.: on loan; T.: ödünç) р.
Киләсәктә ҡайтарыу, түләү шарты менән.
□ В долг, взаймы. Көтәсәккә биреу. ■ Бына Кесе инәйем мыңғыр-мыңғыр килә: «Ни хәтле йыл инде көтәсәккә алған ҡыуаныс менән йәшәй кеуекмен». М. Кәрим. Сөнәғәт уҙ белдеге менән ваҡ-төйәк әйберҙе уларға [эшселәргә] көтәсәккә лә биреп ебәргеләй.
Р. Назаров. Куп кенә колхоздарҙың техника һатып алған саҡта дәуләттән көтәсәккә алып торған бурыстары бөтөрөлдө. Картотека фондынан. • Дуҫың менән айырылышаһың килһә, көтәсәккә мал бир. Әйтем.
КӨТӘҮЕЛЛӘҮ (көтәүеллә-) (Р: поджидать; И.: wait (for); T.: beklemek) ҡ.
һағалап көтөп тороу. □ Поджидать, подстерегать, подкарауливать. ■ Мәҙинә, уйҙарына бирелеп, ирен көтәуелләп, атын әк-рен генә өйөнә ыңғайлатты. Т. Ғарипова. Кукбуре йылға башында сауҡалыҡта йәшәгән ҡарт инә мышыны куптән куҙәтеп, ауларға тәғәйенләп, ҡарҙың батҡыл сағын көтәуелләп йөрөй ине. Т. Ғарипова. Апайым менән икәу Хәйбулла бабай эргәһенә буре көтәуелләргә сыҡмаҡсы булдыҡ. Н. Мусин. [Буре] сугәләгән килеш осло моронон елгә ҡаршы сөйөп алды ла, тештәрен ыржайтып, тамшанып ҡуйҙы, кемделер көтәуелләп бер урында тапанды. Ғ. Вәлиев. Ә Бәҙғолъямал әбей, Назаров менән Ғиззәттең килеуен көтәуелләп, ашъяулыҡ йәймәй тора. Н. Мусин.
КӨТӘҮЛӘҮ (көтәүлә-) ҡ. диал. ҡар. көтөү I, 1. Быҙау көтәуләу. ■ Болдорҙа Яңыл ирен көтәуләне бит. Р. Камал. Проходнойҙан сыҡһам, тағы тегеләргә тап булдым. Мине көтәуләп торғандар, курәһең. 3. Хисмәтуллин.
КӨТӘҺЕ и. кусм. ҡар. көтәсәк. Көтәһене ҡайтарып биреу.
КӨТӘҺЕГӘ р. диал. ҡар. көтәсәккә. Көтәһегә иген биреу. Көтәһегә аҡса алыу. Көтәһегә биреп тороу. Көтәһегә һорап тороу. ■ Осраҡлы ғына ваҡ-төйәк гонорарҙан, эстафета тәртибендә көтәһегә аҡса теләнеуҙән башҡа уның тағы бер килер ере барлығын куршеләре лә, дуҫ-ише лә белмәй ине әле. Ә. Хәкимов.
КӨФӨР I [ғәр. >£] (Р: богохульство; И.: swearing; T.: küfür) и. дини.
1. Динһеҙлек, дингә хилаф эш. □ Богохульство, сквернословие. Көфөр һуҙ һөйләу. Көфөрөң башыңа төшөр.
2. Динһеҙ, дингә хыянат иткән кеше. □ Безбожник, еретик. ■ Көфөр кафыр инде ул. Экспедиция материалдарынан. Бай уларҙы тиргәргә кереште. Эткә - эт
718