КӨФҮ
улеме, көфөрҙәргә һатылып йөрөмәһендәр. В. Исхаҡов.
КӨФӨР II [ғәр. >£] (Р.: грешный; И.: swearing; T.: küfür) с. дини.
Ғәйепле, гөнаһлы (Хөҙай алдында). □ Грешный, безбожный. Көфөр эш. ■ «Көфөр һөйләмә, һунарсыға ла аусы бар!» — тип ныҡышып, Сәриә уныц [Тәбәйҙең] тубәһенә тоҙ ҡойҙо. Ә. Хәкимов. «Афарин!» — Хужа, кәйефләнеп, Сәйфөлмөлөккә бер сынаяҡ сәй һондо. Мыйыҡ аҫтынан көлөмһөрәуенә, ҡаштарының яҙылыуына ҡарағанда, ул ҡунағының көфөр һуҙен артыҡ иғтибарға алманы шикелле. Ә. Хәкимов. Ут тураһында көфөр, хилаф һуҙҙәр әйтелмәй, уға төкөрөу, ут менән уйнау ҡәтғи тыйыла. «Ағиҙел», № 10, 2010. Ураҙала ғөшөр бирмәу - көфөр эш. Картотека фондынан.
КӨФӨР БУЛЫУ (көфөр бул-) (Р: быть безбожником; И.: be atheist; T.: dinsiz olmak) и. дини.
Ислам динендә: Аллаға ышанмау, Алланы инҡар итеү; гөнаһ эш. □ Быть безбожником, еретиком, грешным. И Тик Саттар ҡарт бик тынысһыҙлана, шикләнеп, тирә-яҡҡа, Айбулатҡа ҡарана. «Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла, көфөр булмайыҡ, Алла һаҡлаһын, — тип уҡына ла, — балалар, ағай-энеләр, батшаға бик һуҙ тигеҙмәйек әле», — ти. Һ. Дәүләтшина. Мәктәптә ике-өс сәғәт ҡыялдым да, Сәкинә апанан рөхсәт һорап, Айыусыға йыйындым. Сәбәп уйлап сығарып торманым, өләсәйем сирләп тора, тиһәм дә булыр ине — тимәнем, йә көфөр булырмын, апаға дөрөҫөн әйттем. Г. Яҡупова.
КӨФӨРЛӨК (көфөрлөгә) (Р: безбожие; И.: swearing; T.: küfür) и. иҫк.
Аллаға, дингә ышанмау. □ Безбожие, богохульство. ■ Ер һуҙылып, диңгеҙ ту-гелмәһен, көфөрлөктән, бәндәм, һаҡлан берук! X. Назар. Юҡ урын көфөрлөккә, яуызлыҡ ҡасты, шәһәр эсендә именлек, татыулыҡ имде. «Ҡиссаи Йософ». Йә, Раббым, у ҙең һаҡлай кур ҡурҡаҡлыҡтан, тарлыҡтан. Диуаналыҡ, көфөрлөктән, бурыстан, һаранлыҡтан. Р. Бикбаев. Икенсе ҡиммәт нәмә -аҡыл, тигән, аҡылһыҙҙа тәуфиҡ яғы таҡыр
тигән. Аҙ эшкә асыуланып динен боҙор, иманын көфөрлөккә һатыр, тигән. М. Аҡмулла.
КӨФӨРСӨЛӨК (көфөрсөлөгө) (Р: безбожие; И.: sin; T.: küfür) и. дини.
Динһеҙлек, дингә хилаф эш. □ Безбожие, неверие, грех. ■ [Хәбир:] Минең әсәйем, мине тыуҙырған да улгән. Рәсеме лә юҡ, сөнки ауыл ҡатындарына, ғөмумән, ауыл халҡына, рәсемгә төшөу ҙур көфөрсөлөктән иҫәпләнә ине. Ғ. Хәйри.
КӨФӨР ҺӨЙЛӘҮ (көфөр һөйлә-) (Р: богохульствовать; И.: abuse at smb. hurl; T.: küfretmek) ҡ.
1. Алланы, динде инҡар итеп хәбәр һөйләү. □ Богохульствовать. // Богохульство (за которое человек обязательно будет наказан). И Көфөр һөйләмә. Көфөрөң башыңа төшөр. Экспедиция материалдарынан.
2. Дөрөҫ булмағанды, насарҙы һөйләү. □ Говорить ересь, неправду. И Минең хаҡта, шулай уҡ Мөхәммәт Әмин Рәсулзада кеуектәр хаҡында көфөр һөйләп йөрөнөләр. Ә.-З. Вәлиди.
КӨФРАНА [ғәр. «jljâS] (Р: грешный; И.: sinful; T.: günahlı) с. дини.
Хоҙай ҡабул итмәҫлек; насар. □ Грешный, греховный. Көфрана эш ҡылыу. Көфрана хәл килеп сығыуы. ■ [Мулла:] Был бәндәләр [Айсыуаҡ менән Таңсулпан] көфрана эштәр ҡылып, йәки зина ҡылып, бөтә ил йөҙөнә ҡара яҡты, беҙҙе хур иттеләр. Ҡ. Даян.
КӨФРАНЕ НИҒМӘТ [ғәр.
(Р: привередливый; И.: sinful; T.: günahkâr) с.
Аш (ниғмәт) ҡәҙерен белмәгән, булған әйберҙе яратмаған; кемдеңдер яҡшылығының ҡәҙерен белмәгән. □ Привередливый; не ценящий кого, что. ■ Үткән йыл көфра-не ниғмәт ҡылған ағайҙар быйыл инде тәҡдир итә башланылар. М. Ғафури.
КӨФҮ [ғәр. >£] (Р: подобный; И.: like; T.: benzer) с. иҫк.
Тиң, пар, тиңдәш. □ Подобный, похожий, равный. Көфу нәҫелдәр. Көфу әҙәмгә тап булыу. ■ Һеҙ [Үлмәҫҡолдар]уларға көфу булмаҫлыҡ кеше тугел бит. Картотека фондынан. Көндәрем йәмһеҙ, мөхитем булманы йәнгә көфу. Ш. Бабич.
719