Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 720 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨФФАР
КӨФФАР [ғәр. и. ҡар. кафыр.
■ Мулла ҡыҫыҡ куҙҙәрендә утлы осҡондар уйнатып Зәйнәпкә бер ҡарап алды ла: «Һи, көффар, көффар... бының менән ике булғас, быға юлыҡҡас, булмаҫ, моғайын, балаларҙы аҙҙырыр», — тип уйланы. И. Ғиззәтуллин.
КӨҺ (Р.: звук, возникающий при сухом кашле; И.: sound imitative word; T.: öksürük sesi) оҡш.
Ҡоро йүтәл булғанда, йүткергәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звук, возникающий при сухом кашле.
КӨҺ-КӨҺ (Р: звук, возникающий при долгом сухом кашле; И.: imitation of a cough; T.: öksürük sesi) оҡш.
Ҡат-ҡат йүтәлләгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звук, возникающий при долгом сухом кашле.
КӨҺНӘ [фарс. (Р: старый, изношенный; И.: outworn; T.: eski) с. иҫк. кит.
Иҫке, туҙған. □ Старый, изношенный.
■ Жамәһе көһнә уланә бәд гөман мәтлуб имәс. М. Аҡмулла.
КӨҺӨЛДӘҮ (көһөлдә-) (Р: издавать глухой напряжённый звук при долгом сухом кашле; И.: cough; T.: öksürmek) ҡ.
Оҙаҡ итеп йүткереп йөрөгәндә көсәнгән тауыш сығарыу. □ Издавать глухой напряжённый звук при долгом сухом кашле. Бер туҡтауһыҙ көһөлдәй.
КӨҺӘҮ (көһә-) ҡ. диал. ҡар. көҫәү.
■ [Мөғлифә:] Берәй әйберҙе ныҡ итеп ашағы килеуҙе беҙҙең яҡта көһәу йәки талымлау, тиҙәр, һин оялма, һора нимә көһәйһең. Р. Мифтахов. Йылҡы ите көһәп киттем әле. Картотека фондынан.
КӨҺӘҮСЕЛ с. диал. ҡар. талымлы.
■ [Исмәғил:] Аштың майы, һуҙҙең яйы була, тигәндәр бит. Улай ҡырт киҫмәле, инәй. Киленең көһәусел тугел ул. Р Мифтахов. Теләһә ниндәй аҙыҡ таптырып, улай көһәусел булма, йәме! Экспедиция материалдарынан.
КӨШ (Р: возглас, которым отпугивают птиц; И.: shoo, go away!; T.: kış) саҡ.
1. Ҡош-ҡортто ҡыуғанда әйтелә. □ Возглас, которым отпугивают птиц: кыш, кш-кш. И Тағы ҡысҡырырға самалап ҡағына башлаған әтәскә Әхәт тапсыҡ ырғытты.
«Көш, ахмаҡ, етәр һиңә!» 3. Биишева. Тышта бала-саға гөж килә. «Көш!» — тип, кемдеңдер ҡош-ҡорт ҡыуғаны ишетелеп ҡалды. В. Исхаҡов. Ысҡынғас, ҡапыл ҡанаттарын йәйеп тауыш сығарҙы бөркөт тоҡомо, Ғәбиттең ҡулын суҡыны. Үсен алды булдымы иркенән мәхрум иткәне өсөн? Шулай ҙа яндарынан китмәне. Көш, көш, тип ҡыуып та ҡаранылар, ҡуҙғалманы. Ә. Әминев. Катын кеше: «Көш, көш, ҡайҙа бараһың тағы», — тип баҡсаға бер көтөу ҡаҙҙарҙы ҡыуалап индерә башланы. Н. Мусин.
2. диал. Иш, пар. □ Пара, ровня. ■ Ер-һыуҙы арыу белгән, кәрәк икән, дарыу белгән, кәрәкмәһә, һарыу белгән Уҙаҡ шул ырыуҙа иш тә тапҡан, ти, көш тә тапҡан, ти. «Уҙаҡ-Туҙаҡ - Балабәшнәк ярсығы».
КӨШКЕН (Р: садовое сооружение; И.: garden structure; T.: bahçe yapısı) и. иҫк.
Баҡса ҡоролмаһы. □ Садовое сооружение. Көшкен эшләу. Көшкен төҙөу. Көшкен ултыртыу.
КӨШКӨ (Р: нежный; И.: tender; T.: nazlı) с. диал.
1. Наҙлы. □ Нежный. Көшкө ҡатын. Көшкө бала.
2. Артыҡ борғолана, һырғалана торған, остоҡай; ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Көшкө ҡыҙ. Көшкө булыу.
КӨШКӨЛӘНЕҮ (көшкөлән-) (Р: нежиться; И.: slug; T.: nazlanmak) ҡ. диал.
1. Наҙланыу. □ Нежиться. Кыҙҙар көш-көләнә. И Матур ҡыҙҙар көшкөләнеу менән алдыра. Р. Шаммас.
2. Юхаланыу. □ Подхалимничать. Балалар көшкөләнә белә. Татлы телдәрҙең көшкөләнеу е ҡыҙыҡ.
КӨШКӨТӨР (Р: соглядатай; И.: eavesdropper; T.: gözcü) и. диал.
Шымсы. □ Соглядатай. Көшкөтөрҙәр ку-бәйҙе. Көшкөтөрҙө өшкөтөргә кәрәк.
КӨШКӨТӨҮ (көшкөт-) (Р: отпугивать; И.: frighten off, scare away; T.: korkutup kaçırmak) ҡ.
Көш-көш тип ҡош-ҡортто ҡыуыу; өшкөтөү. □ Отпугивать, отгонять. ■ Емгә йыйылған кугәрсендәрҙе көшкөтөу. Баҡсаға
720