КӨШТӨР-ҠАШТЫР
ингән тауыҡтарҙы көшкөтөү. Ҡаҙҙарҙы йылғанан көшкөтөп сығарыу.
КӨШКӨҮ (көшкө-) (Р.: спотыкаться; И.: stumble; T.: tökezlemek) ҡ. диал.
Аяҡ йә башҡа нәмәгә салыныу, эләгеү. □ Спотыкаться. Көшкөп ебәреу. Көшкөлөп китеп йығылыу. ■ Штатский тиҙлек менән аҡсаға эйелде. Миңә шул ғына кәрәк ине — уныц аяғы араһына көшкөп, елкәм менән артҡа таба елләнем. Ул салҡатан барып төштө. Н. Иҙелбай.
көш-көш саҡ. ҡар. көш. Куп тә үтмәне, айырылып ҡалған бәләкәй генә бер бәпкәне ҡыуалап йөрөусе Фатима куренде. «Көш-көш!» — тине ул, ике ҡулын йәйеп. Ж. Кейекбаев. [Йәмилә:] Көш-көш! Бынау Иркәбикә ҡарсыҡтың сыбар тауығы ҡуйманы бит шул ҡыяр тутәлен! М. Кәрим.
КӘШКӘЙЕҮ (кәшкәй-) (Р.: сжиматься; И.: shrink; T.: sıkınmak) ҡ. диал.
Шымтайыу, бөршәйеү. □ Сжиматься, съёживаться, сморщиваться. ■ Йыйылған халыҡ: «Долой, долой», - тип һөрәнләне. Зилский, кәшкәйеп кенә меҫкенләнеп, урынына барып ултырырға мәжбур булды. Ғ. Дәүләтшин.
КӨШКӘНЛӘҮ (көшкәнлә-) (Р: торчать; И.: stick out; T.: sarkmak) ҡ. диал.
Килешһеҙ булып һалыныу, һалбырау (кейем-һалымға, итәк-еңгә ҡарата), сусанлау. □ Торчать, выступать некрасиво (об одежде). Кейеме көшкәнләгән. Еңе көшкәнләп тора. Итәге көшкәнләп бөткән.
КӨШМӨРӘҮ (көшмөрә-) (Р: промокнуть насквозь; И.: drip with wet; T: ıslanmak) ҡ. диал.
Лыс һыу булыу. □ Промокнуть насквозь. ■ Башымда балалар башлығы, көшмөрәп бөткән пәлтә кейеп алғанмын. Картотека фондынан.
КӨШӨЛ I (Р: ворох; И.: pile (of); heap (of); T.: yığın) и.
Һуғылған ашлыҡ өйөмө. □ Ворох. Арыш көшөлө. Борсаҡ көшөлө. ■ Бойҙай көшөлө тирәһендә биш-алты ҡыҙ-ҡырҡын ғына куренә. Яр. Вәлиев. Шунда уҡ шайтандар эшкә тотона, бойҙайҙы көшөл итеп бер яҡ ситкә өйөп ҡуя. Халыҡ ижадынан. Шәй-
хитдин ағай Ғәләуиҙең машинаһына ултырып, көндөҙ тугеп киткән арыш көшөлө яғына юл күрһәтергә китте. Ғ. Вәлиев. Ул [әсәйем] биҙрәһенә [башаҡты] тиҙ-тиҙ генә ыуа ла, көшөлөн шунда уҡ елгәрә. Р. Низамов. • Кеше көшөлөн осора, үҙенекен ел алмай. Әйтем. Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын. Мәҡәл.
КӨШӨЛ II (Р: водяная крыса; И.: water rat; T: su faresi) и. зоол.
1. Күкшел йөнлө кимереүсе ер-һыу йәнлеге; һыу сысҡаны. □ Водяная крыса (лат. Arvicola amphibius). ■ Малайҙар менән яҙын йомран, ирлән, көшөл тотһаҡ йәки ҡышын ҡапҡанға йәтсә, аҫ эләктерһәк, тиреһен һыҙырабыҙ ҙа Талипҡа йүгерәбеҙ. М. Кәрим. Ойоҡһотоп яуған ҡар ҡатыш һалҡын ямғырҙа көшөл кеуек еүешләнеп, Шәрғиә һыуынды, мейеһен сүкегән ҡурҡыныслы гөман юғалғандай итте. Ә. Хәкимов. Зәрҡум көшөл булған, ти, һыуҙа йөҙөп йөрөгән, ти. «Урал батыр». Кулдән көшөл типтем тип, әтәлге ҡош маҡтанып, мәңге ҡыйғыр була алмаҫ. «Юлай менән Салауат». Көшөл йылға буйҙарында яр тишектәренә оя яһап йәшәй һәм бик тиҙ үрсей. Интернет селтәренән.
2. диал. ҡар. һуҡыр сысҡан.
КӘШӘЛӘК (кәшәләгә) [рус.] (Р: кошелёк; И.: purse; T.: para kesesi) и. диал.
Аҡса һалып йөрөтә торған нәмә; янсыҡ. □ Кошелёк. ■ Зәһурә яуап ҡайтарманы, көшөлөгөнән бер ус аҡса сығарҙы ла иренә тотторҙо. Ф. Аҡбулатова. Кайҙа, аҡсаңды бир һуң, — тине [Кәйум ағай] һәм ҡатыны һуҙған кәшәләктә туш кеҫәһенә тыҡты. М. Садыҡова.
КӨШТӨР-ҠАШТЫР I (Р: подражание лёгкому шороху; И.: rustle; T: hışırtı) оҡш.
Әкрен генә ҡыштырлаған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому шороху, шелесту. Көштөр-ҡаштыр килеу. Көштөр-ҡаштыр итеу. Көштөр-ҡаштыр иткән тауышҡа әйләнеп ҡарау.
КӨШТӨР-ҠАШТЫР II р. ҡар. көңгөр-ҡаңғыр. Көштөр-ҡаштыр донъя көтөу. Көштөр-ҡаштыр йөрөп ятыу.
721