Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 722 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨШТӘЙЕҮ
КӨШТӘЙЕҮ (көштәй-) (Р.: неаккуратно расти; И.?арреаг inaccurately; T.: diken diken olmak) ҡ.
Мыйыҡтың ҡалын һәм оҙон булып үҫеүе. □ Неаккуратно расти, свисать (об усах).
■ Кеше һәм мыйыҡлы хайуандың мыйығы оҙон, ҡалын булып ауыҙға табан кәкрәйеп төшөп тороуына «көштәйеу» тиҙәр. Т. Морат.
КӨШШӘ (Р.: кыш; И.: shoo, go away!; T.: kış!) саҡ.
Ҡош-ҡортто ҡыуғанда әйтелә. □ Кыш (возглас, которым отпугивают птиц).
■ Әсәйем: «Көшшә!» — тип ҡаҙҙарҙы урамға ҡыуып сығарып ебәрҙе. Экспедиция материалдарынан.
КӨШӘ и. иҫк. ҡар. мөйөш. ■ Мән дәғи сөхбәтне тәрек итеп, сәләмәт көшәсендә ултырып, хөкмә кулы белән ғәмәл иттем. «Гөлөстан бит-төрки».
КӨШӘҢГЕЛЕК ТӨТӨУ (көшәңгелек тот-) ҡ. ҡар. тулғаҡ тотоу. Көшәңгелек тотоп ауырып китеу. Көшәңгелек тотоуға туҙеу.
КРАБ [рус. < гол. krab] и.
1. ҡар. диңгеҙ ҡыҫалаһы. Краб ҡыҫҡысы. Краб аулау. Краб тотоу. Краб йәтмәһе.
■ [Ғилман:] Бына мин һеҙгә, малайҙар, нәмәләр алып ҡайттым. Быныһы - медуза, быныһы - краб. 3. Биишева. Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, быяла банка эсендә ҡатырылған крабты, спиртҡа һалынған медузаны ҡаранылар. 3. Биишева. Бутән ваҡыт, юл йөрөгәндә булмаһын, ауыл араһында булмаһын, [Ғатаның] өҫтөндә — йәй көнө ҡупшы зәңгәр бәрхәт пинжәк, ҡыш — дуплаған ҡыҫҡа ҡара тун; башында, миҙгеленә ҡарап, йә еҙ кәбеҫтә (Ғата әйткәнсә — краб) беркетеуле йәшкелт фуражка, йә баяғы итек төҫлө кун бурек. Ә. Хәкимов.
2. Сәсте ҡыҫтырыу өсөн ҡулланылған әйбер. □ Краб (заколка для волос).
КРАБЛЫ (Р: крабовый; И.: crab; T: ҫа-ğanozlu) с.
Краб менән, крабы булған. □ Крабовый. Краблы консерва. Краблы салат. ■ [Ғата] тәуҙә, аҙна буйы унда-бында һуғылып, ят ҡаланы туйғансы тамаша ҡылды, бер мат
ростан кун пинжәк, кәбеҫтәле (краблы) фуражка һатып алды. Ә. Хәкимов.
КРАГА [рус. < гол. kraag ‘яға’] (Р: краги; И.: gaiters; T.: getr) и.
1. Күндән эшләнгән балтырлы ҡуныс. □ Краги (кожаные накладные голенища с застёжками). Ялтырап торған крагалар. Һыбай йөрөгәндә крага кейәләр.
2. Бирсәткәнең киң оҙон беләҙеге. □ Раструбы у перчаток. Полицай кра-гаһы. ■ Полицай крагаһын, шлемын кейер-кеймәҫ мотоциклға ултырып, шикле кеше артынан ҡыуа китте. Картотека фондынан.
КРАЕВЕД [рус.] и. ҡар. крайҙы өйрәнеүсе. ■ XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда йәшәгән яҙыусы һәм краевед Р. Г. Игнатьев: «Салауат Юлаевты полководец, массалар етәксеһе итеп кенә тугел, ә шағир, йырсы-импровизатор итеп тә таныйҙар», — тип яҙған. Картотека фондынан.
КРАЙ [рус.] (Р: край; И.: land; country; T.: ülke) и.
1. Ҙур административ-территориаль берәмек. □ Край. Краснодар крайы. ■ Перовский уҙе лә башҡорттар менән дуҫтарса мөғәлләмәлә булды. Ул, утә алсаҡланып, крайҙағы хәлдәрҙе, кешеләрҙең көнкурешен, генерал Обручев менән крайҙағы оло турәләр тураһында ентекләп һорашты. Я. Хамматов.
2. Тыуған яҡ. □ Родина. Крайҙы өйрәнеу бик мөһим. Туңәрәктә крайҙы өйрәнеу. Крайҙы өйрәнеу дәреслеге.
КРАЙҘЫ ӨЙРӘНЕҮСЕ (Р: краевед;
И.: local studies expert; T: yerel tarihçi) u.
Тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе. □ Краевед. ■ Ул [Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев] Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сыҡҡан газета-журналдарҙы, төрлө ғилми ойошмаларҙың баҫмаларын даими уҡып бара, уларҙың ҡайһы берҙәре менән хәбәрләшә, крайҙы өйрәнеусе рус һәм сит ил ға-лим-яҙыусылары, башҡорт һәм татар интеллигенцияһының алдынғы ҡарашлы вәкилдәре менән бәйләнеш урынлаштыра. Ғ. Ҡунафин. Тиҫтәләгән йылдар буйына куп кешеләр — фольклорсылар һәм крайҙы өй-рәнеуселәр, сәсәндәр һәм, ғөмумән, халыҡ
722