Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 723 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КРАНИОМЕТРИЯ
ижадын һөйөр һәуәҫкәрҙәр ҡатнашлығында тупланған материалдарҙан һайлап алып, өс китапта бирелгән башҡорт халыҡ эпосы — быуаттар төпкөлөнән хәҙерге заман-ғаса килтереп еткерелгән изге аманат, ата-бабаларҙың беҙҙең быуынға тапшырған рухи мираҫы ул. Н. Зарипов.
КРАКОВЯК [рус. < пол. Krakowiak} (Р.: краковяк; И.: krakowiak, Cracovienne; Т.: krakowiak) и.
Поляктарҙың милли бейеүе һәм шул бейеүҙең көйө. □ Краковяк. Краковякҡа бейеу. Краковяк уйнау. ■ Краковякты бер рус ҡыҙы менән Билалдан башҡа белеусе булманы. А. Таһиров. Танса майҙаны аллы-гөллө сәскәләргә кумелгән яҙғы далаға оҡшай. Унда эшсе йәштәр краковякҡа бейейҙәр. 3. Биишева.
КРАН I [рус. < гол. kraan} (Р.: кран; И.: tap, stopcock; T.: musluk) и.
1. Газ йәки шыйыҡлыҡ тултырылған һауыттан бушатыу, ағыҙыу маҡсаты менән торба аша тоташтырылған асыу-ябыу яйланмаһы; һемәк. □ Кран. / Крановый. Газ краны. һыу краны. Кранды ябыу. ■ Өйҙә тынлыҡ. Сәғәт һуҡҡаны, крандан тыпылдап һыу аҡҡаны ғына ишетелә. Т. Ғарипова. Фәйрузә Хәсәновна .. һыу кранын асып, тамсыларҙы ҡояшта көмөш сәскә төҫлө төрлө яҡҡа сәсрәтеп, кунәген сайҡап алды, шунан туҙмәне, алмағас ботағына тотоноп, уҙенең монро кукрәк тауышы менән йырлап ебәрҙе. Д. Бүләков. Ванналағы кран боҙолоп, өйҙө һыу баҫа яҙҙы бит. «Ағиҙел», № 4, 2010. Европала, ғөмумән, һыуҙы крандан тугел, ә магазиндан һатып алып әсәләр. «Ағиҙел», № 5, 2010. Балаларым янымда, крандан эҫе һыуы ағып тора, бөтә нәмә өйҙә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010.
2. Ҙур үткәргес торбаларҙа шыйыҡлыҡты тотҡарлап тороу һәм ағыҙыу хеҙмәтен үтәй торған ҡорамал. □ Кран. Крандарҙы ҡарап тороу. Кран боҙолған. Кранды өлкән мастерҙан башҡа асыу тыйыла.
КРАН II [рус. < нем. Кгап\ (Р: кран; И.: crane; T: vinç) и. тех.
Ҙур, ауыр нәмәләрҙе тейәп бушатыу һәм күсереү механизмы, йөк күтәргес машина. □ Кран. / Крановый. Башнялы кран.
Кранда эшләу. Төҙөлөш краны. ■ Кутәргес кранда эшләгән егет бик әкрен ҡыланғандай тойолдо Таштимергә. Д. Бүләков. Алдараҡ тракторҙары, крандары менән база куренә. «Ағиҙел», № 11, 2011. Өйөм-өйөм кирбес, таҡта, оло ялғашта иҙелмә, торна һымаҡ бейек кран, туҡтауһыҙ килгән-киткән ҡеуәтле машиналар, ҡырмыҫҡа иләуе кеуек кеше — былар барыһы ла уҫмер малай өсөн ифрат ҡыҙыҡ. Ә. Әминев. Куккә урмәләусе стеналар, кутәреу крандарының ғорур һындары — бөтәһе бергә буталып, тәуге ҡат кургән кешене таң ҡалдыра. Д. Исламов. Кран менән ипләп кенә вагондарҙы кутәртеп алалар ҙа бер урамрәуешендә килтереп теҙеп ултырталар. Р. Солтангәрәев.
КРАН-БАЛКА [рус. < гол. kraanbalk} (Р: кран-балка; И.: cathead; T.: maçula) и. тех.
Ҙур, ауыр нәмәләрҙе аралыҡтан икенсе аралыҡҡа күсереү механизмы, йөк күтәреп күсергес. □ Кран-балка. Кран-балка инструкцияһы. Куперҙең кран-балкаһы. Аҫылмалы кран-балка. Кул кран-балкаһы.
КРАНИОГРАФИЯ [рус. < гр. kranion ‘баш һөйәге’ + grapho ‘яҙам’] (Р: краниография; И.: craniography; T.: kafatası bilimi) и.
Баш һөйәгенең үҙенсәлектәрен тасуирлап яҙыу. □ Краниография, описание черепа. Краниография утеу. Краниография һөҙөмтәләре.
КРАНИОЛОГИЯ [рус. < гр. kranion ‘баш һөйәге’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: краниология; И.: anthropometry; T.: kafataslarım ölçme bilimi) и. антр.
Кешенең һәм хайуандарҙың баш һөйәген (ҙурлығын, формаларын) өйрәнгән сағыштырма анатомия фәненең бүлеге.
□ Краниология. Сағыштырма краниология. Хәҙерге расаларҙы классификациялауҙа краниология ярҙам итә. Краниология буйынса белгес.
КРАНИОМЕТРИЯ [рус. < гр. kranion ‘баш һөйәге’ + metrio ‘үлсәйем’] (Р: краниометрия; И.: craniometry; T.: kafataslarini ölçme bilimi) и. антр.
Кешенең һәм хайуандарҙың баш һөйәген үлсәү методтарын өйрәнә торған фән.
□ Краниометрия. Краниометрия буйынса
723