КРАНИОСКОПИЯ
белгес. Краниометрия — антропологияның бер бүлеге. Краниометрия инструменттары.
КРАНИОСКОПИЯ [рус. < гр. kranion ‘баш һөйәге’ + skopeö ‘ҡарау’] (Р.: краниоскопия; И.: part of anthropometry; T.: kafataslarmı ölçme biliminin bir bölümü) и. антр.
Кешенең һәм хайуандарҙың баш һөйәген сифат яғынан өйрәнә торған краниология бүлеге. □ Краниоскопия (раздел краниологии, изучающий описательные, неметрические признаки черепа). Краниоскопия күрһәткестәре. Краниоскопия ярҙамында билдәләү. Краниоскопия аша фаразлау.
КРАНЛЫ (Р.: с краном; И.: with a tap; T.: musluklu) с. тех.
Краны булған. □ С краном. Кранлы һыу бүлгес. Кранлы бүлеү. Кранлы мискә. Кранлы газель машинаһы.
КРАНОВЩИК (крановщигы) [рус.] и. ҡар. крансы.
КРАНСЫ (Р: крановщик; И.: crane operator; T.: vinç makinisti) и.
Күтәреү кранында эшләүсе, кран менән идара итеүсе эшсе. □ Крановщик; кранов; щица. ■ Крансы булырға уҡырға килеүем-дең сәбәбе лә бейеклекте ярашыуҙандыр, моғайын. Картотека фондынан. Таштимер ҡапыл ҡыҙып киткән крансыға аптырап ҡарап торҙо. Д. Бүләков. Нуриман Йосопов «Строймеханизация-2» тресының 1-се механизацияланған эштәр идаралығында 18 йыл крансы булып эшләй. «Башҡортостан», 3 август 2011. Әхәт теге мыйыҡҡа: «РМСУ-ға тракторист, бульдозерист кәрәк. Крансы ла кәрәк», — тип әллә нәмә аңлатып маташа ине. Р. Солтангәрәев.
КРАСКОПУЛЬТ [рус.] (Р: краскопульт; И.: air brush; T.: havalı boya tabancası) u.
Буяу һиптергес (махсус яйланма). □ Краскопульт. Краскопульт менән эш итеү. Краскопульт ярҙамында буяу. ■ By яу цехында ла ҡыҙыу эш бара. Буяусы Николай Кондратьев өҫтәлдәрҙең ярыҡ урындарын махсус иҙелмә менән һылай. Роза Николаева иһә өҫтәлдәргә краскопульт менән тигеҙ итеп буяу һиптерә.
КРАТЕР [рус. < гр. krater] (Р: кратер; И.: crater; T.: krater) и. геол.
1. Лава бәреп сыҡҡандан хасил булған соҡор; янартау ауыҙы. □ Кратер. Вулкан кратеры. Һүнгән кратер. ■ Тауҙың өҫтөндә соҡор кратер була. Кратерҙағы тишек аша вулкан урғыла ла инде. Картотека фондынан. Түбәгә, кратерҙың иң бейек нөктәһенә, йыйылдыҡ. Экспедиция материалдарынан.
2. Ай өҫтөндәге эреле-ваҡлы соҡорҙар.
□ Кратер. ■ Айҙың күренмәгән яғындағы береһе өҫтөнә икенсеһе урынлашҡан ҙур кратерҙарҙың күп булыуы кешене хайран ҡалдыра. Был саҡта Аристарх тип аталған кратерҙағы серле яҡтырыуҙы Ерҙәгеләр — телескоптан, ә «Аполлон» карабындағы ас-тронавтар Ай орбитаһында торған ерҙән күҙәтә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Айҙың тағы бер иҫ киткес сере — ул ҡайһы бер кратерҙан төрлө йүнәлештә киткән яҡты һыҙыҡтар — нурҙар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
КРАХ [рус. < нем. Кгасһ] и.
1. ҡар. бөлөү I, 1. Крах көтөү. Крахтан һуң күтәрелеү.
2. күсм. ҡар. емерелеү. Крахка дусар булыу.
КРАХМАЛ [рус. < пол. krochmal < нем. Kraftmehl] (Р: крахмал; И.: starch; T.: nişasta) и.
1. Үҫемлектәрҙә яҡтылыҡ тәьҫирендә барлыҡҡа килә торған бөртөк кеүек органик матдә. □ Крахмал. Крахмал етештереү. ■ Башаҡлы ашлыҡтарҙың (бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарында крахмал күп була. Интернет селтәренән. Башаҡ, крахмал йыйыу эше бөтә ерҙә лә йәшәү сығанағы ине бит. «Ағиҙел», № 2, 2010. Ана шул ҡышлаған бәрәңге крахмалына аҙ ғына он ҡушып баҫтыщмы, тәмле икмәк була ла ҡуя. Н. Мусин.
2. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙән (мәҫәлән, дөгө, картуф, кукуруз һ. б.) алынып, аҙаҡ, химия сәнәғәтендә, кондитерлыҡ эшендә ҡулланыла торған он һымаҡ аҡ онтаҡ.
□ Крахмал. Картуф крахмалы. Дөгө крахмалы. Крахмал елеме. Крахмал барлыҡҡа килгән саҡта, үҫемлек углекислый газдарҙы йота һәм кислород бүлеп сығара. Картуф бүлбеһендә бик күп крахмал запасы бар.
724