Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 725 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КРЕДИТ
■ [Рәйфә] аҡ халатын, крахмалға ҡатырған бейек ҡалпағын да кейеп ебәрһә, фәрештә ҡиәфәтенә инә лә ҡуя. Р. Солтангәрәев.
КРАХМАЛЛАНЫУ (крахмаллан-) ҡ. ҡайт. ҡар. крахмаллау, возвр. от крахмаллау. ■ Крахмалланған эске кейем тыштан ялтырап торһа ла, гигиена талаптарына яуап бирмәй. Картотека фондынан.
КРАХМАЛЛАТЫУ (крахмаллат-) ҡ. йөкм. ҡар. крахмаллау, понуд. от крахмаллау. Кулдәкте крахмаллатыу. Аҡ ашъяулыҡты крахмаллатыу. ■ Крахмаллатылған кейем һауа уткәрмәй. Тимәк, гигиена талаптарынан сығып фекер йөрөткәндә, эске кейемдәрҙе лә, шулай уҡ ятыр-торор әйберҙәрҙе лә крахмаллатырға ярамай. Картотека фондынан.
КРАХМАЛЛАУ (крахмалла-) (Р.: крахмалить; И.: starch; T.: kolalamak) ҡ.
Кейем-Һалымды йылтыр, шыма итеү өсөн крахмалға маныу; ашлау. □ Крахмалить. Ашъяулыҡты крахмаллау. Кулдәкте крахмаллау. Крахмалланған таҫтамалдар биреу. Яғаны крахмаллау.
КРАХМАЛЛЫ (Р: крахмальный; И. starched; T.: kolalı) с.
Крахмалға манылған, крахмалланған. □ Крахмальный, накрахмаленный. Крахмаллы яға. ■ Ул төптәге бер булмәгә инеп, кәзәкәйен һалып ташланы. Өҫтөндә ултырма яғалы пинжәк яғаһынан крахмаллы кулдәге ҡыйылып ҡына куренә. Р. Шаммас. Башында һәр мөйөшө тигеҙ бөгөлгән уҡа менән сигелгән узбәк таҡыяһы,.. салбары ғәжәп яҡшы утек-ләнгән, әллә крахмаллы инде. С. Агиш.
КРАХМАЛЛЫЛЫК (крахмаллылығы) (Р: крахмальность; И.: starched; T.: kolalayış и.
Крахмал булыу дәрәжәһе. □ Крахмальность. Кукуруз крахмаллылығы яғынан беренсе урында тора. Юғары крахмаллылыҡҡа эйә был сорт. Картуфтың ашай торған сорттарында крахмаллылыҡ тубән була.
КРЕАТИВ (Р: креативный; И.: creativity; T.: yaratıcı) с.
Ижади ҡарашлы, ғәҙәти булмаған идеялы. □ Креативный. Креатив кеше. Креатив идея. Креатив фекер йөрөтөусе.
КРЕАТИВ ЛЫҠ (креативлығы) (Р: креативность; И.: creativity; T.: yaratıcılık) и.
Ижади ҡараш, ғәҙәти булмаған идея.
□ Креативность, творчество, творческие идеи, һеҙҙән креативлыҡ, фантазия талап ителә.
КРЕВЕТКА [рус. < фр. crevette] (Р: креветка; И.: shrimp; prawn; T.: karides) и. зоол.
Ашарға яраҡлы бәләкәй диңгеҙ ҡыҫалаһы.
□ Креветка. / Креветочный (лат. Caridea). Креветка консерваһы. Креветканан салат. Креветка бешереу. ■ Алыҫ Көнсығыш балыҡсыларының махсуслаштырылған флотилияһы Беринг диңгеҙендә купләп ҡыҙыл креветка тота башланы. Флотилияны ҡыҫа-ла-балыҡ консерва заводы хеҙмәтләндерә. Йөҙөп йөрөусе был заводта креветка консервалары эшләйҙәр. «Башҡортостан», 26 май 2012. Тымыҡ океанда Алыҫ Көнсығыш балыҡсылары креветка ҡыҫалаһын шулай купләп тоталар. Экспедиция материалдарынан.
КРЕДИТ I [рус. < лат. creditum ‘бурыс’
< credere ‘ышаныу’] (Р: кредит; И.: credit; T.: kredi) и. бухг.
Керем-сығым кенәгәһенең бөтә сығым һәм бурыстар яҙыла торған уң яҡ бите; киреһе — дебет. □ Кредит. ■ Бухгалтер Фәрит ағай яңылыш дебетҡа яҙыласаҡ бер хисапты кредитҡа яҙып ебәргән. Картотека фондынан.
КРЕДИТ II [рус. < лат. creditum ‘бурыс’
< credere ‘ышаныу’] (Р: кредит; И.: credit; T.: kredi) и.
1. Аҡса йәки тауарҙы көтәсәккә биреүгә нигеҙләнгән алыш-биреш. □ Кредит. Кредит алыу. Кыҫҡа сроклы кредит. Кредитҡа биреу. Кредит асыу. ■ Дәуләт колхоздарға йыл һайын оҙайлы срокка кредит бирә. Шәхси эшҡыуарҙар ҡыҫҡа һәм оҙайлы сроклы дәуләт кредиттары менән файҙалана ала. Банк кредиты предприятиеларға билдәле срокка бирелә. Ошо срок утеу менән ул кире ҡайтарылырға тейеш. «Башҡортостан», 26 май 2012.
2. фин. Ниндәйҙер мохтажлыҡ өсөн бюджетта ҡаралған, бирелгән аҡса. □ Кредит. Төҙөлөш кредиты. ■ Капиталь төҙө
725